Бөтә яңылыҡтар

Әсәйемде һуңғы юлға оҙата алмауыма йөрәгем яна

Һуңғы күрешкәндә бик ҡаты итеп  һүҙгә килешкәйнек...  

Әсәйемде һуңғы юлға оҙата алмауыма  йөрәгем яна
Әсәйемде һуңғы юлға оҙата алмауыма йөрәгем яна

Ҡәҙерле кешеләрегеҙ менән буш урында һүҙгә килешеп, араларығыҙҙы боҙоп, ғүмерлек үкенес яһап ҡуймағыҙ, тигән һабаҡты еткерә Илшат исемле танышым. Башҡалар хаталанмаһын, һабаҡ алһын тигән маҡсат менән һөйләне ул уны.

– Әсәйем менән арабыҙ һәр ваҡыт яҡшы булды. Ял эләккән һайын ата-әсәйем янына ауылға ҡайтырға, уларға ярҙам итергә тырыштым. Улар ҙа  ғаиләмә ит, йәшелсә менән ярҙам итте. Балаларыбыҙ каникулда  ауылда ятты. Бына шулай тормош шыма ғына дауам итер ҙә итер һымаҡ ине. Атай-әсәйемде мәңгелеккә килгән һымаҡ итеп күргәнмен, үҙемде генә яратҡан кеше булғанмын икән.

Ул ваҡытта 1 Май байрамына ҡайтҡайным. Ҡатынымдың, балаларҙың эштәре булғас, ҡалала ҡалдылар.  Эштә проблемалар булған осор ине, бик кәйефем дә юҡ ине. Һүҙгә килешеүгә бәлки был да йоғонто яһағандыр инде. Эш күп булды. Баҡса тултырып бәрәңге ултырттыҡ. Баш күтәрмәй, тыштан кермәй ҡаҙындыҡ.

Кисен ғәҙәттәгесә күмәкләп табынға йыйылдыҡ. Шул ваҡытта көтөлмәгән бер хәбәр минең башыма һуҡҡан һымаҡ тәьҫир итте. Төшөнкө тауыш менән генә башлап китте хәбәрен әсәйем.

 –Улым, теге саҡ атайың менән миңә теш ҡуйҙырырға тип биргән 200 мең аҡсаңды тотондоҡ бит әле, үпкәләмә. Ҡустың  эшһеҙ ҡалғас, ипотекаһы буйынса бурысы йыйылды, фатир өсөн түләүҙәре лә артҡандан-артты. Риза бул инде, балам, - тине күҙемә ялбарыулы ҡарап.

Был һүҙҙәр утҡа кәрәсин һымаҡ тәьҫир итте миңә. Ғүмер буйы бәләкәй тип  ҡустыма ярҙам иттеләр. Уныһы ла әле быға, әле тегегә тип аҡса һорарға ҡыйынһынманы. Ике эштә эшләп, әсәйем менән атайыма ярҙам булһын тип бөртөкләп йыйған аҡсамдың  ҡустыма осоуы өсөн йәнем әрнене.

– Ғүмер буйы шул ҡустым өсөн генә йәшәнегеҙ. Һеҙҙең өсөн бала берәү генә булды. Ул – ҡустым, – тип ҡыҙып өҫтәл артынан торҙом да күңел ярһыуын нисек баҫырға белмәй, тиҙ генә йыйынып машинаға сығып ултырҙым.

– Балам, туҡта инде, ҡыҙма.  Ҡустыңа ҡыйын булғанда нисек инде ярҙам итмәйек. Риза бул инде, балам, асыуланма, - тип әсәйем машина артынан йүгерә-атлай мине тынысландырырға тырышты.

Асыҡ машина тәҙрәһе аша ишеткән әсәйемдең һүҙҙәренең һуңғыһы булыуын шул ваҡытта аңламаным.

Йәнем көйөп, икенсе көнгә таң менән ғаиләмде алып өс көнгә төпкөлгә тәбиғәткә ялға сығып киттек. Унда бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ ине.

Мин китеү менән әсәйем ныҡ борсолоп ҡан баҫымы күтәрелгән. Табип та саҡырғандар, ул уколдар эшләп төшөрөп китһә лә, ваҡытлыса ярҙам иткән. Таңға ҡарай тағы ла нығыраҡ итеп күтәрелгән. Был юлы табиптар  ярҙамға килеп өлгөрмәгән. Минең телефон эшләмәгәс, хәбәр итә алмағандар. Ҡустым ҡайтып, тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатҡандар.

Был йөрәк өҙгөс хәбәрҙе мин тәбиғәттән ҡалаға ҡайтҡас ҡына ишеттем. Аяҡ аҫтымда ер убылғандай тойолдо. Әсәйемдең “Балам, туҡта инде!” тигән ялбарыулы һүҙҙәре һәм  ҡарашы күҙ алдымда мәңгелеккә уйылып ҡалды. Шунда үҙемде балаларса тотоуыма үкенеп бөтә алмайым. Ләкин бик һуң. Әсәйем иҫән ваҡытты биш кенә минутҡа ҡайтарыр, әсәйем алдында теҙләнеп ғәфү үтенер инем, – тине күҙҙәре йәшләнеп Илшат.

 Автор фотоһы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас