Элвин Грей студенттар менән осрашҡан

Осрашыу аҙағында Радик Юлъяҡшин студенттар менән фотоға төшкән, ҡыҙыҡлы һорау биреүселәргә үҙенең тиҙҙән Өфө-Аренала үтәсәк концертына билеттар вәғәҙә иткән

Элвин Грей студенттар менән осрашҡанЭлвин Грей студенттар менән осрашҡан
Элвин Грей студенттар менән осрашҡан

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы студенттары бөгөн Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) менән осрашҡан.

Академия лекторийындағы ғәҙәткә инә барған сираттағы аралашыу «Хыялдан баш тартмағыҙ» тип аталған. Сараны академия етәксеһе Азат Шамил улы Бадранов алып барған. Йырсының ижадына булған ҡарашын, ихтирамын, ҡасандыр эш сәфәре менән бергәләп Үзбәкстанға барыуҙары, шул мәлдә үк башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙон сит ерҙәрҙә лә урамда таныуҙары хаҡында телгә алған.
Радик Юлъяҡшин иһә бер ни тиклем үҙенең бала саҡ хәтирәләрен барлаған, 12 йәшендә атаһы мәрхүм булып ҡалғас, һағышын, ғәзиз кешеһен юҡһыныуын ижад менән баҫыуы хаҡында әйткән.


Йырсы ябай төҙөүселәр ғаиләһендә үҫкән. Бәләкәйҙән йырлап-көйләп йөрөгән. Шуға ла атаһы һәр саҡ: «Минең улым артист буласаҡ», - тигән икән. Ул 13-14 йәштә үк тәүге йырҙарын ижад итә. Ә инде әсәһе кредитҡа компьютер алып биргәс, егет кеше аранжировка менән мауығып китә. Төндәр буйы йырҙар яҙған Радик йоҡоһо туймайынса дәрескә барып ултырһа ла, әллә ни хөрт уҡыусы булмай. Уҡытыусылары ла егеттәге музыкаға булған һөйөүҙе, ижадҡа булған ынтылышты һүндермәҫкә, киреһенсә, уға нисек тә булһа ярҙам итергә тырыша. Класс етәксеһе үҙе «Юлдаш» радиоһына алып бара уны. Унда үҫмер егеттең йырҙарын бик яратып, ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр, радио тулҡындары аша яңғырата башлайҙар. Шулай итеп, Радик мәктәпте тамамлағанда бер нисә альбом сығарырға өлгөргән була инде. Мәктәп уҡыусыһы йәйгеһен ауылдар буйлап гастролдәргә йөрөп, үҙенә аҡса эшләй. Һәм уны фәҡәт ижади үҫеше өсөн файҙалана. Тормошта остаздарым, ярҙам ҡулы һуҙған кешеләрем күп булды. Әммә бала өсөн иң мөһиме атаһы менән әсәһенең уға күрһәткән ышанысы, тине ул.


Студенттар йырсыға башлыса ижадҡа бәйле һорауҙар биргән. Нисек тәнҡиттән ҡурҡып баҫылып ҡалманығыҙ ул тигән һорау ҙа яңғыраған. Радик иһә, тәнҡитте ҡабул итә белеү, уға ҡолаҡ та һалыу, әммә барыбер ҙә хыялыңдан баш тартмау мөһим икәнлеген һәм юлда осраған кәртәләргә бирешмәүҙә лә ана шул хыялдың мөһим роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алған. Йырсының киләсәктә ниҙәр менән шөғөлләнәсәге, бөгөнгө хыялдары хаҡында ла һорауҙар яңғыраған. Продюсерлыҡ йүнәлешендәге эшебеҙ һәр саҡ дауам итер тип уйлайым, әммә үҙемдең тормошомдо ла сәхнәһеҙ күҙ алдына килтерә алмайым, тигән эстрада йондоҙо. Осрашыу аҙағында Радик Юлъяҡшин студенттар менән фотоға төшөп, ҡыҙыҡлы һорау биреүселәргә үҙенең тиҙҙән Өфө-Аренала үтәсәк концертына билеттар вәғәҙә иткән.

 

Сығанаҡ: "Тамаша" журналы

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас