

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында бына инде бихисап йылдар яҙ юғары сәнғәт донъяһындағы әһәмиәтле ваҡиға – Рудольф Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестивале менән башлана. Быйыл ул 26-сы тапҡыр ойошторолоп, 10 – 21 мартта барҙы.
Бар донъяға танылған балет оҫтаһының исеме Өфө менән тығыҙ бәйләнгән. Рудольф Нуриевтең бала сағы, үҫмер йылдары ошонда үткән. Алты йәшендә Башҡорт опера һәм балет театрында “Сыңрау торна” балетын ҡараған малай күңелендә оло хыял ярала: балет бейеүсеһе булырға! Тиҫтә йыл самаһы үтеүгә, үҫмер егеттең мөғжизәле сәнғәт донъяһына сәйәхәте башлана. Өфө театрынан алған һуҡмағы, оло юлға әүерелеп, бейеүсенең данын бөтә планетаға тарата.
Өфөлә атаҡлы балет артисының иҫтәлегенә бағышланған фестиваль үткәреү идеяһын 1993 йылда, уның вафатынан һуң, күренекле Рәсәй балетмейстеры Юрий Григорович һәм арҙаҡлы башҡорт балет артисы, ул саҡта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстеры Шамил Тереғолов башлап ебәрә. Шунан бирле инде бына нисәнсе йыл Башҡортостандың баш ҡалаһы балет сәнғәте үҙәгенә әйләнә.
Нуриев фестивале, ҙур балет форумы булараҡ танылып, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәлелек яуланы. Фестиваль үткәрелгән йылдарҙа Өфөгә ҡунаҡҡа Ер шарының төрлө тарафынан күренекле балет артистары һәм уны ҡуйыусылар йыйыла.
Быйылғы фестивалдә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә өс концерт, алты балет спектакле ҡуйылды. Тамашасылар “Аҡҡош күле”н, “Дон Кихот”ты, “Раймонда”ны, “Щелкунчик”ты, “Баядерка” һәм “Сильфида”ны ҡарап кинәнде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, балет сәнғәтенә арналған күркәм байрамда алты меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, был – тамашасылар һәм балет сәнғәте эшмәкәрҙәре.
Һүрәттә: Хуш, 26-сы фестиваль!
Фото: vk.com/kulturarb, Олег Меньков фотолары.