Өфөләге “Родина” кинотеатрында режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!” (“Не оставляйте нас!”) нәфис фильмын "ябыҡ" ҡарау булды. Кино билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәренә нигеҙләнеп төшөрөлгән. Киносценарийҙы “Башҡортостан” киностудияһының сценарисы һәм баш мөхәррире Мәғәфүр Тимербулатов яҙған.
Фильмдың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе: имен ғаиләлә үҫкән үҫмер Тимур, ата-әсәһе автомобиль һәләкәтендә һәләк булғандан һуң, үҙ закондары хакимлыҡ иткән балалар йортона эләгә. Унда тәрбиәләнеүселәрҙең аяуһыҙ ғәҙәттәренән торған мөхиткә юлыҡҡан үҫмер алдында һынау тыуа: “өйөр”ҙөң береһе булырға йәки был бәләкәй донъяны үҙгәртергә батырсылыҡ итергә.
Был тарих көнүҙәк теманы күтәрә – балалар йортондағы үҫмерҙәрҙең драматик тарихы. Фильмда тикшерелгән төп социаль проблемалар – етем балалар, уларҙың социалләшеү проблемаһы, ата-әсәһен юғалтҡан балаларҙың психологик реабилитацияһы үҙенсәлектәре һәм үҫмерҙәр араһында аралашыуҙа ауырлыҡтар, шул иҫәптән балалар йорттарында. Фильм балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, шулай уҡ имен ғаиләләрҙә үҫкән үҫмерҙәр, уҡыусылар һәм студенттар, балаларҙы уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған ата-әсәләр өсөн көнүҙәк булып тора.
Ролдәрҙе балалар бик оҫта башҡара. Төп ролдәрҙе башҡарған - Ансар Шәйәхмәтовҡа, Григорий Казаковка, Семен Шарыгинға, Сәйҙә Әминеваға тамашасының юғары баһа биреүе ошо хаҡта һөйләй. Балалар йорто директоры ролен иһә режиссерҙың үҙенә башҡарырға тура килгән.
Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованы Рәсәйҙә күренекле документалист булараҡ беләләр. 20-нән ашыу фильм, бик күп наградалар, шул иҫәптән “Тэфи”, Рәсәйҙең иң яҡшы документаль фильмы өсөн “Алтын шәм” премияһы һәм башҡа уңыштарға өлгәшкән ул. Документалистикала ҙур юл үткән белгес нәфис фильмдар төшөрә башлаған, быныһы - тулы метражлы беренсе эше. “Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!” фильмы тураһында уның фекере бер: “Был - өлкәндәр өсөн кино. Ул, ысынлап та, ғаилә, бала тәрбиәләү тураһында. Бала – ҙур хәрефтән торған кеше. Тыуғандан алып уны нисек тәрбиәләйһең, артабан да шулай буласаҡ”, – ти ул.
Фильмды ҡарағандан һуң уны төшөргән команда, эксперттар һәм тамашасы араһында йәнле аралашыу булды. Унда төрлө фекерҙәр, маҡтауҙар ҙа, шулай уҡ бәхәсле ҡараштар, хатта тәнҡит һүҙҙәре лә әйтелде. Тимәк, “Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!” фильмы береһен дә битараф ҡалдырмаған.
Иң мөһиме – республикабыҙҙың сәнғәтендә яңы кино тыуҙы! Ошо уңыштары менән “Башҡортостан” дәүләт киностудияһын, әҫәрҙең авторын һәм уны ҡуйыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фильм Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән.
Рәмилә МУСИНА фотолары.