Популяр йырсы Гөлназ Асаева йәнә тамашасыларҙың тәнҡит утына эләккән. Ул социаль селтәрҙә концерт ваҡытында төшөрөлгән видеояҙмаһын ҡуйған ине. Видеола сәхнә артында нимәләр булыуы асыҡ күренә. Йырсы, ярһып, техник проблема арҡаһында үҙ командаһын хәтәр итеп әрләй.
“Ни өсөн пиротехника ҡушылманы? Мин яуапты хәҙер үк белгем килә! Сәсемде сығар, кит бынан! Бир микрофон!” – тип тауыш сығара. Ниндәйҙер бер мәлдә хатта ярҙамсыларының береһен этеп тә ебәрә.
Йырсының фанаттары был видеоны ысынға ҡабул иткән һәм асыуланған. Әммә, асыҡланыуынса, был ысынында истерика түгел, ә пародия булған.
-Был Филипп Киркоровҡа пародия ине, - ти Гөлназ Асаева. – Мин уның видеоһын барыһы ла күргән һәм шаяртыуҙы аңларҙар тип уйлаған инем. Ләкин күптәр ул роликты ҡарамаған булып сыҡты һәм хәҙер мин ысынлап та барыһына ла ҡысҡырам һәм кешеләрҙе ҡыйнайым тип уйларҙар. Бәлки, мин яҡшы уйнамағанмындыр? Ысынбарлыҡта был шаярыу ине, йөрәгегеҙгә яҡын алмағыҙ. Мин, әлбиттә, аҡ һәм йомшаҡ түгел, ләкин видеолағы кеүек уҫал да түгел, - тип аңлатма биргән йырсы.
Уйындан уймаҡ сыға яҙған шул...
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan