“Башҡортостан” дәүләт концерт залына яңы етәксе тәғәйенләнеләр

Ул быға тиклем мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләгәйне.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залына яңы етәксе тәғәйенләнеләр“Башҡортостан” дәүләт концерт залына яңы етәксе тәғәйенләнеләр
“Башҡортостан” дәүләт концерт залына яңы етәксе тәғәйенләнеләр

Республикабыҙҙың төп мәҙәниәт учреждениеларының береһе булған “Башҡортостан” концерт залының яңы етәксеһе билдәле булды. Яңыраҡ уны коллектив менән таныштырҙылар.

Хәҙер Илнур Мөхйәнов директор вазифаһын башҡарасаҡ. 

Илнур Мөхйәнов 2022 – 2025 йылдарҙа мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләй. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай. Һуңынан Ишембай районының мәҙәниәт бүлеген етәкләй, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. 2019 – 2022 йылдарҙа Башҡортостан Башлығы идаралығында урындағы үҙидара органдары менән эшләү буйынса баш кәңәшсе була.

Яңы етәксегә уңыштар теләйбеҙ.

Фото: Илнур Мөхйәновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас