Ҡустым, атҡа тәүҙә өзләп, ҡумыҙ уйнап, гипнозлап алыр кәрәк...

“Тарпан" этно-фолк төркөмөнөң солисы гипнозларға өйрәнгән

Ҡустым, атҡа тәүҙә өзләп, ҡумыҙ уйнап, гипнозлап алыр кәрәк...Ҡустым, атҡа тәүҙә өзләп, ҡумыҙ уйнап, гипнозлап алыр кәрәк...
Ҡустым, атҡа тәүҙә өзләп, ҡумыҙ уйнап, гипнозлап алыр кәрәк...

Артистарҙың гастроль тормошо ҡыҙыҡ бит инде ул. Күҙәтә барыуҙан беләбеҙ, ниндәй генә мажараларға тарымайҙар, ә "Тарпан" этно-фолк төркөмөнөң йәш солисы Буранбай Исҡужин гастролдә үҙенсәлекле һөнәргә өйрәнә. Баҫмабыҙға билдәле булыуынса, тамашасы күңелен яулап өлгөргән был төркөм уҙенең концерттары менән ҡайҙа ғына сығыш яһамай.

Был хәл шул гастролдәрҙең  береһендә була. Концерт ваҡытында яңы ғына өйләнгән Буранбайға ағайҙары Раушан Ниязғолов менән Йәғәфәр Нәҙершин “Ат егеп, туғарыу” йолаһын өйрәтәләр. Әлбиттә, йәш егет был йоланың нескәлектәрен белеп бөтмәй. Мәҡсүт ауылында концертта булған тамашасы был хәлде күреп иртәнге көнөнә Буранбайҙы алып ҡайтып, ат егергә өйрәткән. Баҡтиһәң, ул ат егер алдынан малҡайға өзләп ҡумыҙҙа уйнай икән. “Ҡустым, атҡа тәүҙә өзләп, ҡумыҙ уйнап, гипнозлап алыр кәрәк, шул саҡта ғына ат тыныс, тыңлаусан  була”, – ти Зәкир ағай. 

Тағы ла шулай Зәкир ағай һымаҡ гипнозлап ат егеүселәр бармы икән тип аптырай егеттәр.

"Тарпан" этно-фолк төркөмөнөң "гипнозсыһын" күргегегеҙ килһә, 9 апрелдә Өфөлә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына килегеҙ - концерттары була.

Фото: Сибай концерт-театр берекмәһенән.

Ҡустым, атҡа тәүҙә өзләп, ҡумыҙ уйнап, гипнозлап алыр кәрәк...
Ҡустым, атҡа тәүҙә өзләп, ҡумыҙ уйнап, гипнозлап алыр кәрәк...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас