

Республикабыҙҙа шаулап үткән "Ирәндек моңдары", "Салауат йыйыны", "Ҡомартҡы", "Тамға", "Хәрби бейеклек", һәм башҡа бик күп күләмле сараларҙың, Римма Амангилдина, Ришат Төхфәтуллин, Светлана Хәкимова, Вилдан Яруллиндың концерт программаларының сценарий авторы булараҡ эшләнем һәм күп тапҡырҙар юғары баһа алдым.
Сибайҙа йәшәгәндә төп эшем менән бер рәттән "Сулпан" балалар театрында әҙәби консультант вазифаһын да башҡарырға тура килгәйне. Спектакль алдынан балаларға әкәттәр уйнатыла ине. Шундағы бәләкәй сәхнә өсөн тиҙ генә әкиәт яҙып бирә инем.
Былтыр Шарандың 100 йыллығы, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәр бәйгеһенең, Күгәрсен районында – “Мораҙымдың моңло хазинаһы”, Шаранда – “Шаран еләге” фестивалдәренең, Конгресс-холда үткән Ф. Мостафина исемендәге гимназияның юбилей сараһының сценарийы авторы булдым.
Бында ла иң мөһиме режиссер менән бер тулҡында булыу, уның нимә әйтергә һәм күрһәтергә теләгәнен тотоп, хатта тойоп алыу мөһим роль уйнай. Режиссерҙарҙан Ленара Таһирова, Рөстәм Хәкимов, Зиннур Сөләймәнов, Сулпан Асҡарова менән күп тапҡырҙар хеҙмәттәшлек иттем. Һуңғы йылдарҙа бик күп проекттарҙа бергә эшләгән режиссерым – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Редик Ғәниев. Уның ниндәй идеяны ла юғары кимәлдә алып килеп сығара алыуы, фантазияны сәхнәлә кәүҙәләндереүҙә үҙ ҡарашы һәм алымдары булыуы, эште тиҙ арала ойоштороуы һоҡландыра. Һөҙөмтәне тамаша иткәндән һуң, "собханалла", "әлхәмделлиләһ" тип әйтәһең ирекһеҙҙән.
"Һаумы, һаумы, әкиәт!"тә уның эше бәләкәстәр тарафынан яратып ҡабул ителде. Балалар күңел байрамы кисерҙе. Ололар ҙа, балаға әйләнеп, көлдө, әкиәттән хушланды, ихлас ҡул сапты.
Редик Фирҙәүес улы һәр ваҡыт юлда, һәр ваҡыт хәрәкәттә. Күҙәтеүемсә, уның тормошо хәрбиҙәрсә дисциплинаға буйһонған. Шулай булмаһа, бер-бер артлы ҙур проекттарға тотона ла алмаҫ ине.
Маҡтанайым әле, тип башламаным һүҙемде, командала ғына беҙ ошондай матур эштәрҙе атҡарып сыға алабыҙ. Бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, ышанып эшләгәндә генә беҙ көслө. Рәхмәт, Редик, һәләтең һәм һөнәреңә тоғролоғоң, ҙур йөрәкле, ҡыйыу һәм сәмле булғаның өсөн.
Ижад кешеләре бер-береһен үҫтерә, ҡанат ҡуя. Былтыр шулай уҡ Асҡын халыҡ театры сәхәһендә Редик Ғәниев “Һине көтәбеҙ” тип аталған пьесам буйынса спектакль ҡуйҙы. Тамаша хеҙмәттәштәре тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Режиссерҙың ижад лабораторияһы ниндәй икән? Редик Фирҙәүес улына һорауҙарҙы шул йүнәлештә бирҙем.
- Бала сағығыҙ хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Тулы ғаиләлә үҫтем мин – атай, әсәй, әнәкәй – әсәйҙең әсәһе – Рәхимә Мусина, ә атаһын, әтәкәйҙе хәтерләмәйем. Бик бәләкәй сағымда мәрхүм булған. Һөйләүҙәренсә, ул мине ныҡ яратҡан, йыш ҡына минең менән уйнаған. Ул – Ғаффан Мусин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Ә әнкәй олоғайып, миңә 24 йәш тулғас, донъя ҡуйҙы. Һөнәре буйынса әҙәбиәт уҡытыусыһы ине ул. Әммә ул беҙҙең Краснокама районы Яңы Мошто ауылында китапханасы булып эшләне. Өфө юлында ятҡан бәләкәй генә ауыл ул, кескенә йылғаны һыулай.
Әнкәйҙең ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре бағыуы хәтеремә уйылып ҡалған. Әхирәттәре менән йомартҡаларҙы алмаштырышып, бер-береһен ҡеүәтләп донъя көтөүҙәрен күреү күңелле ине. Ҡаҙ ситәүкәһе бәпкә баҫҡан ваҡыттарында карауат аҫтына ҡуйылды. Ҡаҙ унда ваҡытта өйҙә артыҡ шауларға ярамай ине. Иң күңеллеһе – йәшел сирәмгә яңы сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләрен сығарыу. Йыш ҡына уларҙы көтөү минең иңгә төштө.
Әнкәй тәрбиәһендә үҫкән кеше мин. Сөнки атай ҙа, әсәй ҙә көнө буйы эштәләр, әнкәйҙең өйө беҙҙең баҡса артында ғына булғанға, минең күп ваҡытым уның менән үтте. Атай-әсәйем – нефть өлкәһе белгестәре. Әтием – слесарь, яртылаш рәссам, сөнки ул һүрәтте оҫта төшөргәс, төрлө плакаттар, лозунгылар яҙырға, “ҡыҙыл мөйөш”тө биҙәүгә йәлеп итәләр ине уны. Ә әнейем – оператор, баҫыуҙа нефть һурғыстар ҡарап йөрөй ине. Шуға улар иртүк эшкә китә лә кисләтеп кенә ҡайтып инәләр ине. Бөгөнгө көндә улар, Аллаға шөкөр, иҫән-һауҙар. Ҡарттарса көнгөр-ҡаңғыр йәшәп яталар. Ваҡытында ныҡлы тәрбиә бирҙе улар беҙгә.
Әнкәй йәшәгән урамдың уртаһында ике бәләкәй генә күл бар ине. Хәҙер улар ҙа кипте, урам да бушап ҡалды, әнкәйҙең өйө лә буш тора. Ара-тирә балалары ҡайта. Күршеләге әхирәтенең дә өйө буш. Ҡаршылағылары ла. Бала сағым бөтә ауыл малайҙарыныҡы кеүек үткәндер. Бәләкәй генә йылғала йәйен һыу индек. Ҡурҡыуҙы белмәнек. Ҡышын конькиҙа йөрөнөк, тауҙан шыуҙыҡ. Боҙ убылып, еүешләнеп ҡайтҡан саҡтар ҙа булғыланы. Йәй – бесән, ҡыш утын әҙерләнек. Шундай бәхетле бала сағым өсөн яҙмышыма рәхмәт. Ундағы тәм, йәм, хәтирәләр әле булһын йөрәгемде йылыта. Сәхнәлә ошо хәтирәләр миңә илһам, дәрт бирә.
Әнкәйҙәр ауыл клубында спектаклдәр ҡуя ине. Мин репетицияларына йөрөнөм. Кәрим Тинчуриндың “Зәңгәр шәл” спектаклен уйнауҙарын хәтерләйем. Күмәк кеше ҡатнаша ине. Әле ауылдарҙа 6-7 кешелек тамаша ҡуйырға тырышабыҙ, сөнки уйнарға ”әртис” табыуы ауыр.
Бәлки, миндә театрға ҡарата мөхәббәт шул ваҡытта уянғандыр. Бесән сапҡан, утын киҫкән, баҡсала тир түккән, мал баҡҡан, баҫыуҙа сыбыртҡы шартлатып көтөү көткән балала был хис ваҡыт үтеү менән көсәйгән генәлер. Кемдер был хистәрен сығармайынса үҙендә тота, кемдер шиғыр яҙа, кемдер башҡа әҫәргә әйләндерә.
Минең дә күп хәтирәләр күңелемдә һаҡлана, әммә шул күренештәр сәхнәлә ҡуйған әҫәрҙәремдә сағылыш таба. Үлән еҫе, бәпкә тауыштары, йылғала уйнаған балаларҙың сыр-сыуы, таң нурҙары, йәйге иртәлә һыйырҙарҙың сырҡырап көтөүгә ҡуҙғалыуы, ҡош-ҡорттоң йылғаға төшөүе, әнкәйҙең йылы икмәге... Уянып тәғәмләнеп алғас, йәшел сирәмдәге бәпкәләр янына ашығыуың. Кис көтөү ҡайтҡас, әнкәй һауған йылы һөттән дә тәмле нәмәне белмәүең. Әнкәйҙең үҙенең дә балалары күп ине. Ейән-ейәнсәрҙәре күбеһе ҡалала йәшәне. Шулай итеп, ауылдан сыҡҡан ябай ауыл малайы ул мин.
- Һеҙ тәрбиәләнгәндә ниндәй ҡиммәттәр өҫтөн ҡуйылды?
- Минең йәштәштәрем иңенә бөтәһенә бер самараҡ ауырлыҡтар төшкәндер инде ул. 90-сы йылдар. СССР-ҙа тыуған балалар. Һуңынан уның тарҡалыуы. Дефолт. Дефицит. Бәлки, ауылда йәшәгәндәр был хәлдәрҙе еңелерәк тә үткәргәндер. Магазин кәштәләре буш торғанда ла, ауыл халҡының үҙ мал-тыуары, баҡсаһы бар. Ә беҙ мал-тыуар тоттоҡ, баҡса үҫтерҙек. Йәй тик шунда хеҙмәт иттек. Мин үҙем 2024 йылда ғына диңгеҙҙе күрҙем.
Ауыл балаһы режиссер булып китер тип берәүҙең дә башына инмәгәндер. Иң мөһиме – кеше булырға, тигәндәрҙер. Һәр ваҡыт ыңғайыма ҡуйҙылар. Ғәҙеллек яҡлы булыуымды, матурлыҡты күрә белеүемде теләнеләр. Әлеге өлгәшкәндәремдең барыһы ла ла миңә яйлап килгәндер. Уҡытыусыларым күп булды. Кемеһенән – өлгө, кемеһенән белем алдым. Яҙмышыма яҙған остаздарым, уҡытыусыларым өсөн рәхмәт. Беренсе уҡытыусым, әҙәбиәт уҡытыусыһы, әнкәйемде иҫкә алам.
– Ауылда мәктәп тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алындығыҙ инде.
- Армия сафында илгә ҡарата мөхәббәт нимә була икәнен аңлайһың. Был минең илем, уны күп милләтле халҡы менән яратам, тигән аң килә. Мәҙәниәттәрҙең, телдәрҙең күплегенә, бүтән халыҡтарға һоҡланаһың. Сағыштыраһың, уларҙың оҡшашлыҡтарын эҙләйһең, айырмалыҡтарын табаһың.
- Сәнғәт юлын һайлауығыҙ күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булдымы?
- Нәҫелебеҙҙә уҡытыусылар һәм техник белемлеләр күп. Ижад кешеһе мин берәүмендер. Сәнғәткә юлым әкренләп кенә боролдо. Хеҙмәткә алынғансы ауыл клубында эшләнем. Бер туғаным ауыл советында эшләй ине. Клуб мөдире юҡ, армияға киткәнсе, әҙерәк булһа ла аҡсаң булыр, эшләп тор, тип саҡырҙы ул. Ризалаштым. Саралар үткәрергә кәрәк, отчет-план талап итәләр, тырышып ҡына эшләгән булаһың. Шул бәләкәй генә эҙ ҡалдырҙы барыбер. Хәрби кеше булам, тигән хыялым да бар ине минең. Бәлки, шунда тороп та ҡалырмын тигән уйым да булды. Шуға армияны көтөп алдым.
Һабантуй ваҡытында алып киттеләр. Мине ауылда һалдатҡа тейешле бөтә йолаларҙы үтәп оҙатып ҡалдылар. Өфөгә барһаҡ, 15 көндән кире саҡыртып алырбыҙ, ҡайтып тороғоҙ, тиҙәр. Теләк булмаһа ла, ҡайтырға тура килде. Ауылға инергә оялып баҫып торғанымды хәтерләйем. Атай менән әсәй минең өсөн борсолоп, илаулап ултыралар. Ни өсөн тигәндә донъялар буталған ваҡыт: Чечня һуғышы тоҡанған ваҡыт, Югославияла, Днестр буйында сыуалыштар бара. Шуға ла улдарын әрме хеҙмәтенә оҙатҡандар йоҡоһоҙ төндәр үткәреүен һөйләп тә тораһы түгел.
Бөгөнгө көндә тағы ла ауырыраҡ улдары яуҙа булғандарға. Беҙҙең әнкәй - ирен Бөйөк Ватан һуғышынан көтөп алған ҡатын. Ул һәр ваҡыт “һуғыш була ҡалһа”, “аслыҡ башланһа” тигән борсолоу менән йәшәне. Ҡанында ҡурҡыу ҡалғайны. Ул да изге теләктәр менән оҙатып ҡалды.
Днестр буйында барған хәрби хәрәкәткә эләктем. Ут эсендә йөрөгән көндәр ике тапҡырға хисапланып, ваҡытынан алдараҡ мөҙҙәтте тултырып ҡайтып төшөүем хәтерҙә. Атай-әсәй өйҙә юҡ ине. Әнкәйгә индем, ул инде ҡыуанысынан түгелеп иланы. Хәрби хеҙмәткә ҡалманым, һағындым.
Район үҙәгендә мәҙәниәт бүлеге начальнигын осраттым. Ул ҡыҙыҡһынып һөйләшеп торҙо ла ҡарарын әйтте: эшкә алабыҙ, клуб мөдире кәрәк. Үҙем дә һиҙмәй ҙә ҡалдым мәҙәниәт өлкәһендә ҡалыуымды. Бер аҙ эшләгәс, ҙурыраҡ ауылға мәҙәниәт йорто директоры итеп күсерҙеләр мине. Унда инде тормош иптәшем Лилиәне осраттым. Ул Яңы Нуғай ауылынан. Тормошомда тағы бер уҡытыусым ул.
Ижад кешеһе булараҡ, ҡайһы ваҡыт ысынбарлыҡтан йыраҡлашып та киткеләйем, һауала осоп йөрөгән кеүек инде. Тормош иптәшем ул яҡтан икенсерәк – донъяға асыҡ күҙҙәр менән баға, ысынбарлыҡта йәшәй. Бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, киләсәкте лә тоя. Шуға шәхси тормошомда ла ныҡ бәхетлемен тием. Үҙем кеүек ижади, илһамлы, дөрөҫөн әйткәндә, үҙем кеүек икмәктең дә хаҡын белмәй торған кеше менән тура килһәм, бөгөнгө көндәге режиссер була алмаҫ, көнкүреш менән булышҡан, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арына алмаған иргә әйләнер инем.
Режиссер булыуымда ҡатынымдың өлөшө үҙемә ҡарағанда ла ҙурыраҡтыр, тием. Илһамландырыусым да ул. Табыш килтермәгән, рухи яҡҡа йүнәлтелгән проекттарымды ла ул хуплап, уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Беренсенән, яҙмышыма бала сағым өсөн рәхмәтле булһам, икенсе бәхетем – шундай тормош иптәше өлөшөмә төшөүе. Лилиә менән атай-әсәй менән йәшәгәнгә ҡарағанда ла күберәк йәшәйем инде.
Театрға ҡарата мөхәббәтемде тәрәнәйтеүсе остаздарым –Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова. Ул һәр ваҡыт: “Һөнәрегеҙгә бер ҡасан да хыянат итмәгеҙ”, – тиер ине. Ә тоғролоҡ һәр ваҡыт үҙеңә талапсан булырға этәрә. Эҙләнәһең. Үҙеңдән яҡшыраҡ булырға, кисәгенән бөгөн яҡшыраҡ эшләргә тейешмен, тип тырышаһың. Театрға, һөнәремә һөйөү тәрбиәләгән Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙына рәхмәт. Ул үҙемдең һөнәремдә ишектең тотҡаһын нисек тартып асырға өйрәтте. Нисек атларға, нисек йөрөрөгә, нисек тын алырға..
- Һеҙ ниндәй студент инегеҙ?
- Шаярҙыҡ та, хыялландыҡ та, төн урталарына тиклем уҡыныҡ та... Уҡымайынса барған ваҡыттар ҙа булманы түгел. Уҡырға хәл ҡалмағанда, китапты мендәр аҫтына һалып йоҡлаған саҡтар ҙа. Төрлөһө булды. Ғәҙәти студент инек.
- Эшләй башлағас икеләнгән ваҡыттарығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
- Ҡайһы саҡ икеләнеү әле лә килеп сыға. Һәр тамашаны ҡуйыр алдынан килә ул тойғо. Һеҙҙе төндә уятып та нисек фестиваль эшләргә тип һораһаң, икеләнмәй яуап бирә алаһығыҙҙыр, тиеүселәр бар. Юҡ, тием. Төндә әйтә алмайым. Киләм – башымда бер нәмә лә юҡ, аҙаҡ ҡына тулҡын-тулҡын булып эркелә башлай фекерҙәр, идеялар, күҙ алдымдан үтә, бәйләнештәрҙе тоям. Йыһандан килгән илһамды үҙем аша үткәреп, шуны башҡаларға күрһәтәм генә кеүек шул ваҡытта. Ҡайһы ваҡыт һөҙөмтәһенә үҙем аптырап ҡуям. Шул ваҡытта юғары көстөң үҙем аша кешеләргә өндәшеүелер тип инанам. Тәжрибә, алған белем аша ла килә торғандыр был һәләт. Бала саҡтан, баштан кискәндәр бер ергә йыйылып, мәғлүмәти ағым барлыҡҡа килтереп, шул минән сыға башлайҙыр. Бәлки, ысынлап та, ижадсының Йыһан менән серле бәйләнеше һөҙөмтәһелер. Әйтә алмайым.
- Ә икеленәүҙәрегеҙҙе нисек еңәһегеҙ?
- Китаптар уҡыйым, рәссамдарҙың картиналарын ҡарай башлайым – уларҙан илһам алам. Йә берәй кино, тапшырыу ҡарайым, йырҙар тыңлайым – төрлөсә була. Тормоштағы ябай ғына күренештәрҙән дә илһам алаһың. Урамда күргән хәл-ваҡиға ла һиңә этәргес, сәхнәләге мәсьәләнең сиселешен биреүе ихтимал. Төрлө юлдар менән килә ул халәт. Бер ваҡыт тимер юлы үткән күпер аҫтында ике ағай тыныс ҡына тамаҡ ялғап ултырыуҙары идея бирҙе. Уны тамаша ҡуйған ваҡытта ҡулландым. Мезансценалар, этюд формалары, образдар – барыһы ла ғәҙәти тормошобоҙҙан алына. Урамдан эҙләйһең. Ҡайһы ваҡыт пьесаны, концертҡа сценарийҙы ла урамдан, маршрутканан, юлдан, урмандан, баҫыу буйынан, ҡырҙарҙан, ауылға ҡайтҡанда табаһың.
- Һеҙ – ирекле ижадсы. Проекттарҙы һайлағанда төп шарттарығыҙ нимә?
- Рухлы, халыҡҡа, илеңә ярай торған булһын, үҙеңә лә ҡәнәғәтлек килтерһен.
- Режиссерға иң мөһиме нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
- Алдашмаҫҡа, ялғанламаҫҡа. Үҙеңә лә, башҡаларға ла. Дөрөҫлөктө яҡларға. Шул иң мөһиме, минеңсә.
- Ниндәй ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуяһығыҙ?
- Кешелекле мөнәсәбәттәрҙе, мөхәббәт, илгә һөйөү, тоғролоҡто.
- Үҙегеҙ ҡуйғандарҙан иң иҫтә ҡалған тамашаларығыҙ ниндәй?
- Барыһы лә хәтеремдә. Сөнки улар менән йәшәйһең. Ҡайһы берәүҙәре, ҡуйғандан һуң, үҙ аллы тормош менән йәшәй башлай. Эстә үҙ үҙеңә, ижадыңа анализ яһау бара, ҡайһы бер проекттар һиндә йәшәүен дауам итә. Уларҙы үҫтерәһең. Был тәбиғи күренештер, тием. Икенсе вариантта сығарыуҙары мөмкин. Спектаклдең идеяһы, фекере башҡа проекттарымда дауам ителә. Икенсе форматта, ракурстарҙа, икенсе контекстарҙа үҫтерелә.
- Ғаилә һеҙҙең өсөн бик мөһим икәнлеген әйткәйнегеҙ.
- Бөтә уңыштарым улар – ҡатыным, балаларым өсөн. Бигерәк тә ҡатыным – һәр ваҡыт миңә иң ҡуйырға, ярҙам итергә әҙер. Былар барыһы ла – килешеп йәшәгәндән. Ғаиләм миңә рухи аҙыҡ, илһам бирә, шул аһәң сәхнәләге эштәремдә сағылыш таба. Лилиә менән балаларҙы кеше итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Балаларҙы “икеле” алғанһың тип әрләмәйбеҙ. Иң мөһиме, ул кеше булып ҡалырға тейеш. Әтейемдең бер тапҡыр һүҙе бар ине: “Уҡыу менәнме ни – хәреф танымағас...” Ике юғары белемле булып та кешелек сифаттарын юғалтҡандар бар. Йә иһә ауылдағы һигеҙ класс белемле тракторсы күпкә кешелекле булыуы мөмкин.
- Пландарығыҙ, киләһе проекттарығыҙ барҙыр?
- Улар хаҡында алдан һөйләргә яртамайым. Хылдарым – һөнәремә, яҡындарыма, илемә булған һөйөүгә хыянат итмәҫкә. Бик һаҡ булырға. Һау булырға. Тоғро булып ҡалырға.
- Үҙегеҙҙе ҡайһы йүнәлештә асырға теләр инегеҙ?
- Кәрәкле режиссер булып ҡалырға теләр инем. Бөгөнгө иртәгәгә ярамай. Шулай ҙа замандан артта тороп ҡалмаҫҡа ине. Һөнәрем хаҡында китап яҙырға теләр инем. Әлеге ваҡытта яҙмалар алып барам. Үҙем дә китап уҡырға яратам.
- Ниндәй идеялар мәҙәниәтте үҫтерә?
- Билдәле формулалар юҡ. Республикабыҙҙа үҙешмәкәрлек ныҡ үҫешкән. Ошо ҡеүәт юғалмаҫ, тием. Халыҡ ижады, фольклор, йолалар быуаттарҙан килә, улар беҙҙең ҡанға һеңгән. Халыҡ ижады ни ҡәҙәрем көслө булһа, һөнәри ижад та шул тиклем көслө. Был - сәнғәттең нигеҙе. Профессиональ мәҙәниәт шунан килеп сыҡҡан, йышылған, шымартылған, фәнни нигеҙҙә ҡуйылған. Күпме ансамблдәребеҙ бар, һанап бөтөрлөк түгел, улар ябай ғына ауыл кешеһенең теләге менән башҡарыла. Ул – ҡанында, тамырҙарында. Ул үҙенә тапшырылғанды киләһе быуындарға өйрәтеп ҡалдырырға тейешмен, тип һанай. Ошо күсәгилешлек һаҡлана икән, профессиональ ижад та һүнеп ҡалмаясаҡ. Ата-бабаларыбыҙ, тәбиғәт үҙе ҡушҡан, был беҙҙең мәҙәни кодыбыҙ – ҡотобоҙ.
- Һеҙҙең өсөн йәшәү мәғәнәһе нимә?
- Тормош мәғәнәһе – Хоҙайҙан ҡушылған яҙмыш. Ижад менән шөғөлләнеүҙән ҡеүәт алам. Онотолам. Башкөллө сумам.
- Театр, мәҙәниәт үҫешен нимәлә күрәһегеҙ?
- Яңы формалар барлыҡҡа килеп тора. Иң мөһиме - халҡыңа, ереңә, мәҙәниәтеңә тоғро булып ҡалыу.
- Яңы юл башлаусы сәнғәт әһелдәренә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Ерҙә ныҡ итеп баҫып торорға кәрәк. Орлоҡ сәсеп ҡалдырырға тейешбеҙ. Ә күп кенә йәштәрҙе сәсмәҫ борон, уңыш йыйып алырға теләүҙәре яндыра. Ергә ныҡ баҫырға өйрәнгәс кенә йондоҙҙарға үрелеүҙәрен теләйем.
Һин – тылсымсы!
Режиссер Редик Ғәниевкә
Һин тылсымсыһың сәхнәлә,
Йәнләнә унда донъя!
Берәү көлә һыны ҡатып,
Берәү әсе йәш ҡоя.
Күңелдәрҙе нескәртәһең,
Иң нәҙек ҡылға баҫып.
Һинең ҡуйған тамашанан
Берәү һөйөнә үҙенә
Өр-яңы донъя асып.
Берәү үҙен танып ҡала,
Берәү балҡый яңынан.
Һин тылсымсы!
Кешеләрҙең
Йөрәк утын ҡабыҙаң.
Йөрәк менән һөйләштереп,
Ҡайтарып үҙ-үҙенә.
Кешеләрҙе кеше итеп
Тоғро итеп һүҙенә.
Һин бейегәйтәһең кешене,
Кешегә һинең хеҙмәт!
Тылсымсы һин,
Һәләтеңдән
Йәшә татып дан, хөрмәт!
Редик, юбилейың ҡотло булһын, ул әле бик бәләкәй генә, тормош һиңә 45 ҡуя! Киң сәхнәләрҙә бөркөт кеүек ҡанат киреп ижад итергә яҙһын, илһамлы оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, һаулыҡ теләйбеҙ һиңә!
Гөлназ ҠОТОЕВА әңгәмәләште.
Фотолар: шәхси архивтан. Редик Ғәниев, Асҡында халыҡ театры менән; Туймазыла “Яралылар” спектакленән һуң драматург Светлана Тишкина менән; остазы Фирдүнә Ҡасим ҡыҙы менән.