

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында донъяға килгән, йыр -моңға маһир Туйсиндар ғаиләһен районда ғына түгел, республикала, хатта сит төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Ун бер үҫкән Туйсиндарҙың күбеһе йыр-моңға ғашиҡ, ҙур, татыу ғаиләһенән бихисап таланттар сыҡҡан.
Күптән түгел Туйсиндар ғаиләһе ауыр ҡайғы кисергән.
"Иң бәләкәйебеҙ, 1982 йылғы ҡустыбыҙ, Айнурыбыҙ ҡапыл вафат булды, - тип яҙған иң өлкән апайҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Туйсина. - Уға 43 кенә йәш ине. Матур донъяларға ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ине. Ике балаһы етем ҡалды. Ваҡытында Мәскәүҙә Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына ҙур конкурстан үтеп уҡырға ла ингәйне. Тыуған яғын һағыныуҙан үҙебеҙгә ҡайтып, Сибай сәнғәт училищеһын тамамланы, талантлы егет ине..."
Беҙ ҙә Туйсиндарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ! Рәмил, Радмир һәм Айнур Туйсиндар башҡарған трионы күптәр яратып тыңлағандыр... Йәне йәннәттә булһын!
Сығанаҡ: Флүрә Туйсина
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ:https://max.ru/gazetabashkortostan