150 йыллыҡ тарихы булған елән

Быуат ярым элек тегелгән милли кейемде табыу – ғәйәт ҙур уңыш, уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ! 

150 йыллыҡ тарихы булған елән150 йыллыҡ тарихы булған елән
150 йыллыҡ тарихы булған елән

Иртәгә – Башҡортостан халыҡтары өсөн ифрат рухлы, күңелдәргә бер тантана өҫтәгән байрам – Милли кейем көнө. Уны ҡаршылап, республиканың төрлө мәҙәниәт учреждениеларында халҡыбыҙ күрке булған милли кейемгә арналған саралар бара ла инде. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында халҡыбыҙҙың борон яратып кейгән кейем өлгөһө – еләнгә арналған күргәҙмә асылды. “Башҡорт еләне: йолалар, образдар, мәғәнәләр” тип аталған бай йөкмәткеле экспозицияны һәр теләгән кеше килеп ҡарап өлгөрә ала – ул 1 октябргә ҡәҙәре эшләй. Милли кейем көнөнә арналған сара музейҙың тәүге матур юбилейы – 50 йыллығына ла арнала.

Елән – башҡорт милли кейеменең сағыу төрҙәренең береһе. Уның байрамса, көндәлек варианттары булған. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-аттар ҙа кейгән.

Күргәҙмәлә төрлө музей, коллекцияларҙан йыйылған уникаль елән өлгөләре ҡуйылған. Бында Археология һәм этнография музейы фондындағы көньяҡ-көнба    йыш (Дим буйы) һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының традицион еләндәре бар, уларҙы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Археология һәм этнография музейы белгестәре 1970–1980 йылдарҙа Әлшәй, Әбйәлил, Йылайыр райондарына фәнни сәфәр барышында йыйған. Бынан тыш, Р. Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ-ның З. Хисмәтуллина исемендәге тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейынан килтерелгән еләндәр бар, улар фондҡа Күгәрсен, Бөрйән, Дәүләкән яҡтарынан килтерелгән.

Төп урынды иһә көньяҡ-көнсығышта таралған кейем – Ейәнсура районында табылған ҡатын-ҡыҙҙар еләне биләй (төп һүрәттә). Уны ошо тарафтарға ғилми экспедицияға барғанда Этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зифа Хәсәнова (фотоһүрәттә) тап иткән. Унан был тарихты ентеклерәк һөйләүен үтендем.

– Еләнде тәүгә Ейәнсура районының Үрген ауылына барғанда Шәмсинур Ейәнбирҙина өләсәйҙең шәхси музейында күрҙем. Ул шунда уҡ иғтибарымды йәлеп итте. Музей хужабикәһе кейемдең уға өләсәһенән тороп ҡалғанын һөйләне. Ул сығышы менән Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылынан булған, йәғни елән Ейәнсурала табылһа ла, ул хәҙерге Күгәрсен районында тегелгән булып сыға. Уның “йәше” 150 йылдан ашыу, 1870-се йылдарҙа тегелгән. Ошо заманға ҡәҙәр уны ҡәҙерләп һаҡлай алғандарына һоҡландым, бының өсөн оло рәхмәт әйтергә кәрәк.

Елән бик бай, ул ғәжәп матур биҙәлгән, айырыуса арҡаһындағы сигеүе иҫ киткес. Уникаль өлгө, ундай еләндәр беҙҙә бер нисәү генә һаҡланған. Музейҙарҙағы 70-80-се йылдарҙағы еләндәргә лә ҡыуанабыҙ, ә был быуат ярым элек тегелгән кейемде табыу – ул ғәйәт ҙур уңыш, уның әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ! – ти ул. Шәмсинур Ғәйнетдин ҡыҙы еләнде музейға ваҡытлыса һаҡлауға биргән, һәм уны милли кейемде реконструкциялау менән шөғөлләнгән замандаш оҫталар күрә алыуы ҡыуаныслы. 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Автор фотолары.

150 йыллыҡ тарихы булған елән
150 йыллыҡ тарихы булған елән
150 йыллыҡ тарихы булған елән
150 йыллыҡ тарихы булған елән
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас