

Бөгөнгө Милли кейем көнөнөң иң сағыу, бай йөкмәткеле ваҡиғаһы "Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда үтте. Был урын ысын йәлеп итеү үҙәгенә әйләнде, тиһәң дә була.
Бында Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәр, шулай уҡ милли-мәҙәни ойошмалар ҙур күргәҙмәләр ойошторҙо, стилләштерелгән милли кейемдәр, “Тамға” конкурсында ҡатнашҡан оҫталарҙың эштәре күрһәтелде. Йәш, матур егет һәм ҡыҙҙарҙың береһенән-береһе матур кейемдәге сығыштарын сәхнә оҫталарыныҡы алмаштырҙы. Дәртле лә, рухлы ла йыр-моң, бейеүҙәр майҙанға йыйылған халыҡҡа берҙәмлек кәйефе өҫтәне, башҡортса көй булһынмы, татарсамы, русса йә тағы ла башҡа телдәме – барыһы ла тамашасыларға берҙәй хуш килде.
Милли кейем көнө республикабыҙҙы төйәк иткән һәр милләт вәкиленә үҙен ҙур һәм татыу ғаилә ағзаһы итеп тойорға ярҙам итә, татыулыҡ, бер-береңә хөрмәт тойғоларын бермә-бер арттыра. Телдәребеҙ, фиғелдәребеҙ төрлө булһа ла, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙҙа уртаҡлыҡтар күп, шуныһы беҙҙе берләштерә, ошоно төшөнөү араларҙы тағы ла яҡынайта. Милли кейем көнөнөң бер әһәмиәте шундалыр ҙа.
Рәүилә Ғатауллина.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.