

Күптән түгел башҡорт яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе Мөхөтдин Тажиҙың тыуыуына 120 йыл тулды. Яҙыусы тураһында күбеһе инде белеп тә етмәй, шуға ла уның биографияһы менән таныштырыу бер ҙә артыҡ булмаҫ.
Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов 1906 йылдың 16 апрелендә Башҡортостандың хәҙерге Белорет районы Кәртәле ауылында урмансы ғаиләһендә тыуған. 1920–1924 йылдарҙа Сермән балалар йортонда тәрбиәләнгән. Бында ул киләсәктә башҡорт театр сәхнәһенең күрке булып танылыр Арыҫлан Мөбәрәков менән бергә үҫкән.
Артабан буласаҡ яҙыусы Өфөләге башҡорт педагогия техникумында уҡый, ә 1936 йылда К.А. Тимирязев исемендәге башҡорт дәүләт педагогия институтын (1957 йылдан – Башҡорт дәүләт университеты, хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты) тамамлай. Әҙәбиәткә уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында килә.
Төрлө йылдарҙа Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында, БАССР Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре идаралығында, республика радиокомитетында, “Ҡыҙыл Башҡортостан” (“Совет Башҡортостаны”, хәҙер “Башҡортостан”) гәзите, “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналы редакцияларында эшләй.
Әҙип Мәжит Ғафури менән яҡын аралашып йәшәй. Халыҡ шағирының мемориаль йорт-музейында М. Тажиҙың автографлы китаптары, фотолары һаҡлана. Бында ул ғүмеренең ахырына ҡәҙәр иң көтөлгән, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе була. Шуға ла тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһен тап ошо музей хеҙмәткәрҙәре ойоштороуы бер ҙә ғәжәп түгел. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әҙиптең музейға тапшырған китаптарын, башҡа әйберҙәрен бай күргәҙмәлә ҡарай алды.
Хәтер кисәһендә БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, ғалим-әҙәбиәтсе Зәки Әлибаев; танылған яҙыусы, журналист, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фәрзәнә Аҡбулатова; яҙыусы, тәржемәсе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Фәрит Әхмәҙиев; БР Милли китапханаһының бүлек мөдире, филология фәндәре кандидаты Флүр Сибәғәтовтар яҙыусының тормошо, ижад юлы менән ентекләберәк таныштырҙы, айырым әҫәрҙәренә баһа бирҙе.
Осрашыуға айырым мәғәнә өҫтәп, М. Тажиҙың нәҫелдәре – Айгөл Хәсәнова менән уның балалары Залина, Тамерлан да килгәйне. Айгөл Рәшит ҡыҙы шәжәрәләре буйынса алып барылған эҙләнеүҙәр һәм Мөхөтдин Тажиҙың үҙенә ике туған олатай икәнен асыҡлауы тураһында һөйләне. Артабан Залина “Ҡарт олатайым – Мөхөтдин Тажи” тип аталған доклады менән сығыш яһаны, ә Тамерлан әҙиптең шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Кисәне М. Тажиҙың ауылдаштары, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм БР Эске эштәр министрлығы оркестры солисы, республиканың атҡаҙанған артисы Артур Шәрипов һәм уның әсәһе, әҙәби ижад менән мауыҡҡан Руфина Марат ҡыҙы моңға сорнаны.
Әҙәбиәтебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән, хәҙер исемдәре бер аҙ онотола төшкән яҙыусы, шағирҙарҙы хәтергә алып, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса башҡарған эштәре өсөн М. Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәренә, етәкселәре Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа ҙур рәхмәт әйтергә кәрәк. Мөхөтдин Тажи исеменә бәйле сара – тап шундайҙарҙан.
Руфина Шәрипова:
– Бәләкәй генә ауылыбыҙҙан шундай ижадсы сығыуы менән ғорурланабыҙ, уйлап ҡараһаң, ул күптәребеҙгә үҙ булмышыңды асыу, маҡсатыңа табан барыу өлгөһө булған.
Бәләкәй сағымда ауыл клубына бер яҙыусы килеп сығыш яһап киткәнен иҫләйем. Уны бөтөн ауыл менән тимер юлына сығып ҡаршы алғандарын да хәтерләйем. Аҙаҡтан белеүемсә, был Мөхөтдин Тажи булған.
Форсаты сыҡҡанда, әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыным, ижадын күпмелер дәрәжәлә беләм, тиергә мөмкин. Үҙ ваҡытында “Урал” гәзитенә уның буйынса мәҡәлә лә яҙҙым, иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйырға ла тәҡдим иттем. Талантлы ауылдашыбыҙҙың исеме онотолмаһын өсөн башҡарылыр эштәр булыр әле, тип ышанам.
Артур Шәрипов:
– Бәләкәй саҡта әсәйем миңә Мөхөтдин Тажи тураһында һөйләгәне, шиғырҙарын уҡығаны булды. Тауҙар араһында, йылға буйында ятҡан бәләкәй генә ауылдан шундай шәхес сығыу миҫалы миңә шул саҡта уҡ илһам бирҙе, шуға ла артабан тырышып музыка менән шөғөлләндем.
Талантлы яҡташыбыҙға арналған кисә тураһында белгәс тә, сығыш яһарға килергә теләгәнемде белдерҙем. Яҙыусының рухына хөрмәт күрһәтә алыуыма ифрат шатмын.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Фотолар: М. Ғафуриҙың йорт- музейынан.