

Яҙгөл – табибә, баш ҡала дауаханаларының береһендә эшләй. Бөгөн ул төнгө сменанан ҡайтты. Быға шатланды, сөнки Илнуры оҙайлы командировкаға китә, исмаһам, тегеһен-быныһын яраштырып, оҙатып ҡалыр.
Өйҙәге тынлыҡҡа ғәжәпләнеп, өҫ кейемен систе лә залға уҙҙы. Ире күренмәй, йоҡо бүмәһендә лә юҡ. Кейемен алмаштырайым тип, шкафты асты ла шаҡ ҡатты: Илнурҙың кейемдәре юҡ. Карауатҡа лып ултырҙы. Эргәләге тумба өҫтөндә иренең ҡулы менән яҙылған ҡағыҙ бите ята, баҡһаң. Тертләп, ҡулына алды. “Яҙгөлкәйем, зинһар, ғәфү ит мине. Был хаҡта күҙеңә тура ҡарап һөйләргә батырсылығым етмәне, тик һин дөрөҫөн белергә хаҡлы. Икенсе ҡалала башҡа берәүҙе осраттым. Һине лә, уны ла ғазаплап ике арала йөрөмәҫкә тип, уға йәшәргә китергә хәл иттем. Борсолма, балаларҙы ҡарашырмын. Рәнйемә, зинһар өсөн. Хуш”. Бына ниндәй “оҙайлы командировка”ға китергә булған икән ул!
Бер тынала уҡып сыҡты ла Яҙгөл, күҙе менән уҡығандарға күңеле менән ышана алмай, һыны ҡатып ултыра бирҙе. Бына һиңә яратышып йәшәгән ире! Ә нисек был турала белгертмәй йөрөй алған...
Балалары мәктәптән ҡайтыуға тәүге тапҡыр ашарға ла әҙерләмәне. Улар, әсәйҙәренең былай ҙа аҡ ҡына йөҙөнән бөтөнләй төҫ ҡасҡанын күреп, аңланы: ауырып киткән бит! Өнһөҙ генә янына килделәр, икеһе ике яҡтан ҡосаҡланы.
...Уйламағанда-көтмәгәндә ун биш йыл бергә торған иренең үҙенә хыянат итеп йөрөгәнен белеү Яҙгөлдөң күңелен аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Зыулап иламаны ул, киреһенсә, бәғере ҡатты. Тәүге төндә күҙенә бөтөнләй йоҡо алманы. Йәштән һөйгән, әлегә ҡәҙәр ҙә бер йән булып йәшәгәндәй тойолған Илнурының хыянатын аңларға тырышып, мең уйҙы башынан үткәрҙе. Үҙен генә ғәйепләне, үҙенән генә йөй эҙләне. Башы тубал булып, хатта сирләп китте.
Яҙгөлдөң кәрәк мәлдә үҙен ҡулға ала торған холҡо бар. Ике-өс көн үткәндә, ул ҡабат эшендә ине.
...Илнурҙың ғаиләһенән киткәнен яҡындары ла, хатта иң яҡын әхирәте лә хәтһеҙ белмәй йөрөнө. Өйөнә килеп-киткән саҡтарында ул гел “командировкала” ине. Берҙән-бер көн әхирәтенә дөрөҫөн һөйләргә мәжбүр булды.
– Һинән дә биҙҙерерлек кем икән һуң ул?!. Һин, балаларым, тип аһ итеп торған Илнур өйҙән сығып китһенсе әле, әйтһәң, әҙәм ышанмаҫ... – Әхирәте, шаҡ ҡатып, тел шартлатты. – Гөл кеүек ҡатынынан һыуындымы икән, китсе... Сихырлағандарҙыр!.. – үҙенсә йыуатыуы булды.
Әлдә генә үҙе кеүек ихлас та, мөләйем дә әхирәте бар әле. Күп тапҡыр һыналған: ауыр саҡта ташламай ул. Әле лә Яҙгөлдөң күңелен күрергә, дәртләндерергә тотондо ла китте.
Бер көн килеп фитнесҡа йөрөй башларға күндерҙе. Икәүләшеп күптән ниәтләнәләр, тик эш, ғаилә мәшәҡәттәренән бушамағас, тотона алмай йөрөйҙәр ине. Әхирәте Яҙгөлдөң күңелен күрмәк булып шаяртты: “Бына, дуҫҡай, Илнурыңа рәхмәт әйт, ташлап китмәһә, ҡасан ваҡыт табыр инең әле!” Йән һыҙлауына дусар әхирәте хаҡына етмәгән ваҡытын да еткерергә әҙер ине.
Уйлай китһәң, ошондай ҙа хәлдең, әхирәте әйтмешләй, ыңғай яҡтарын да табып була икән. Яҙгөл эшенән бушаған саҡтарында тағы бер шөғөлгә тотондо: парикмахерҙар курсына йөрөй башланы. Өҫтәмә табыш килтереү сығанағы ла булыр. Ваҡыт тиҙ үтә: балаларын уҡытып, һөнәрле итергә лә кәрәгә бит.
Шулай итеп, ҡатындың иҫәңгерәп, үҙен йәлләп ултырырға ваҡыты ҡалманы. Балалары менән бергәләшеп туғандары эргәһенә йышыраҡ ҡайтып, күңелдәрен бөтәйтеп килергә әүәҫләнделәр. Улары, Яҙгөлдөң яраһын ҡуҙғатмаҫ өсөн, ғаилә башлығы тураһында ләм-мим өндәшмәүҙе ғәҙәт итте. Хатта “Хәлегеҙҙе белешәме, ярҙам итәме?” тип бик һорағылары килһә лә. Дөрөҫөн белгәс, оло апаһы ғына:
– Ҡайтыр бер заман, мин әйтте, тиерһең. Урта йәштәге күп ирҙәр шулай шашып ала ул, иҫең китмәһен. Күҙе асылһа, ни ҡылғанына үҙе лә үкенер әле, – тип ҡуйҙы.
Бер-бер артлы көҙ ҙә, ҡыш та, яҙ ҙа үтте. Йәйгә сыҡҡас иһә, апаһының һүҙен ҡеүәтләп, Илнур кире ҡайтырға рөхсәт һораны. Инде бөтәйә барған күңелен яңынан ҡуҙғытҡанға, Яҙгөл уға башта асыуланды.
– Ҡуй, юҡ менән булмайыҡ... Өйрәндек инде һинһеҙ, – тип ҡырт киҫте. Ғорурлығы ла хыянатты кисермәҫкә өндәне.
Илнур, ҡалаға кире ҡайтып, фатир яллап тора башлағайны. Бер көн, ҡатыны эштән сығыуға, ҡупшы гөлләмә тотоп көтөп тора ине. Уныһы ҡаушап китте, әммә үҙен тиҙ ҡулға алды. Ниһайәт, ире менән ултырып һөйләшергә ризалашты. Балаларының, айырыуса үҫмер ҡорона инеп барған улының, атайлы балаларға күҙе ҡыҙып ҡарағаны иҫенә төшөп тик тора шул.
Илнур Яҙгөлдәге үҙгәреште тоймай ҡалманы.
– Һин тағы ла матурланыбыраҡ киткәнһең, – тип һоҡланып ҡарап торҙо. Унан, ауырлыҡ менән кәрәкле һүҙҙәрен табып, туҡтай-туҡтай теҙеп алып китте:
– Күптән ҡайтыр инем, кире ҡағырһың, тип уйланым... Оят та ине, дөрөҫө шул... Кисер мине, хаталандым... Яратмағанмын уны, күҙем тонған...
Илнурҙың һырҙары ла тәрәнәйеп киткән, өлкәнәйә төшкән. Һәр саҡтағыса, бер нәмәне лә төпсөнөп һорашманы Яҙгөл. Хәйер, бының әһәмиәте лә юҡ төҫлө ине.
Шулай бер нисә күрештеләр, аңлаштылар. Ә бер көн өйгә икәүләшеп ҡайтып инделәр. Яҙгөл иренә араларҙы яйларға мөмкинлек бирергә ҡарар иткәйне.
Улдарының йөҙө ҡыуаныстан балҡыны. Ә бына ҡыҙҙары ҡустыһының шатлығына ҡушылманы, атаһына һирпелеп тә ҡарамаҫтан, бүлмәһенә инеп бикләнде. Ни эшләйһең, ваҡыт күрһәтер...
Тора-бара, ялған һөйөү арҡаһында тарҡалған тиерлек ғаиләгә йәм ҡайтҡандай булды. Тик һәр ҡайһыһының йөрәгендә хыянат кисереп тетрәнеүҙән барлыҡҡа килгән яра ҡалды. Уңалырмы ул?.. Уныһын ваҡыт ҡына күрһәтә, тиҙәр.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА (Мөфтәхетдинова).
Иллюстрация “Шедеврум” яһалма зиһене ярҙамында булдырылды.