Тиҙҙән Өфөлә Ҙур балалар фестиваленең (артабан – БДФ) –махсус программаһы асыла. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын балалар, үҫмерҙәр һәм һөнәр оҫталары өсөн осрашыуҙар, спектаклдәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм белем биреү саралары аҙналығы көтә.
Программаны “Бәләкәй принц” музыкаль әкиәте аса, унда төп ролдә Сергей Безруков уйнай. Тамаша 27 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була, уны Мәскәү губерна театры оркестры музыкаль яҡтан биҙәй. Коллективтың баш дирижеры – Сергей Пащенко Артабан инде ваҡиғалар теҙмәһе китә.
Театр программаһында – Рәсәйҙең төрлө ҡалаһынан һигеҙ спектакль (улар төрлө йылдарҙа БДФ лауреаты исеменә лайыҡ булған) һәм Башҡортостан театрҙарының алты постановкаһы;
БДФ-кино һәм БДФ-анимация йүнәлешендә – бөтә ғаилә өсөн бушлай фильмдар һәм йәнһүрәттәр ҡарау;
БДФ-китап буйынса – яҙыусылар һәм иллюстратор менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре;
БДФ-оҫтаханалар 200 баланы йыя; унда вокал, сәхнә телмәре, дикция, актер оҫталығы һәм ҡурсаҡ менән эш итергә өйрәнеү мөмкинлеге була;
БДФ-белем йүнәлешендә – тармаҡ һөнәрмәндәре өсөн маркетинг, мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлегенең хоҡуҡи һәм иҡтисади яҡтары буйынса лекциялар.
БДФ-мәктәптә мәктәп театрҙары һәм театр студиялары уҡытыусылары нисек уҡыусылар менән бергә спектакль ҡуйырға өйрәнә ала. Белем биреү саралары, ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, фильмдар һәм йәнһүрәттәр күрһәтеү бушлай була, әммә алдан теркәлеү талап ителә. Афиша әле формалаша һәм тулыландырылып бара: grandkidsfest.ru/poster/?ec... Сайтта ҡарап барығыҙ, урындар алып ҡалырға ашығығыҙ!
* * *
«ЭХО БДФ Республика Башкортостан» махсус проекты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар – Сергей Безруковтың социомәҙәни проекттарға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды, Мәскәү губерна театры. Ойоштороусыларға Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры булышлыҡ итә.
Ҙур балалар фестивале (БДФ) “Ғаилә” милли проектына индерелгән. Ул Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль партия проектын тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы үткәрелә.
Мәғлүмәт: фестивалдең матбуғат хеҙмәте.