Тарихтағы беренсе Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды

Награда яҙыусыларға ғына түгел, сәхнә оҫталарына, Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, милли әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән сит ил граждандарына ла бирелә. Быныһы Башҡорт академия драма театр артисына бирелде! Халыҡ шағиры исемендәге миҙал артабан кемдәргә тапшырылыр икән, кем нисек уйлай?

Тарихтағы беренсе Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылдыТарихтағы беренсе Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды
Тарихтағы беренсе Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды

Ул Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Артур Кәбировҡа тапшырылды. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә актер һәм популяр башҡарыусы Артур Кәбировтың ижад кисәһе үтте. Рәми Ғарипов миҙалын актерға Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов тапшырҙы. Артур Кәбировтың ижады халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың мираҫын популярлаштырғаны өсөн юғары баһаланды. Акустик концерттың нигеҙе булып шағирҙың “Кеше” әҫәре ҡуйылды. Был әҫәр шиғриәтте һәм тормошто аңлау өсөн тәрән мәғәнәгә эйә.

  - Артур Кәбиров беренсе булып сәхнәлә Рәми Ғарипов образын спектаклдә кәүҙәләндерҙе, шағир ижады буйынса концерт ҡуйҙы. Һәм ул күп тапҡыр беҙҙең классик-драматургтарҙың спектаклдәрендә уйнай. Уның башҡорт шиғриәтендә легендар шәхестәр - Шәйехзада Бабич, Салауат Юлаев исемендәге наградалары бар ине инде, ә хәҙер Рәми Ғариповтың миҙалына эйә булды -тип уртаҡлашты Айгиз Баймөхәмәтов. - Был миҙалды лайыҡ булыусыларға артабан “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә тапшырыу күҙаллана.

Ә тамаша иһә артистың тыуған көнөнә арналды һәм  ихлас әңгәмәләшеү форматында үтте. Артур Кәбиров үҙе алып барыусы булып сығыш яһаны, үҙенең ижади юлы тураһында уйланыуҙары, шәхси хәтирәләре һәм залда тере яуап тапҡан тарихтары менән уртаҡлашты. Был кисә айырыуса йылылыҡ һәм тәрәнлек менән айырылып торҙо. Программала мөхәббәт, дуҫлыҡ, тыуған ер һәм тормош юлы тураһында композициялар яңғыраһа, тамашасылар менән бергә башҡарған популяр “Минең йондоҙом” йыры барыһының да күңеленә хуш килде.

Шулай итеп, күптән түгел генә Башҡортостанда Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән булдырылған Рәми Ғарипов миҙалы Положениеға ярашлы, “Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” тигән формулировка менән артабан лайыҡлы шәхестәргә тапшырыласаҡ. Награда яҙыусыларға ғына түгел, сәхнә оҫталарына, Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, милли әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән сит ил граждандарына ла бирелә.

Артурҙы тарихтағы тәүге миҙал алыуы һәм уңышлы тамашаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да милли сәнғәтебеҙгә фиҙакәр хеҙмәт юлында уңыштар теләйбеҙ!

Халыҡ шағиры исемендәге миҙал артабан кемдәргә тапшырылыр икән, кем нисек уйлай?

Фото: Башҡорт дәүләт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Тарихтағы беренсе Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды
Тарихтағы беренсе Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас