

Башҡортостандың халыҡ артисы, популяр йырсы Элвин Грей Ырымбурҙағы концертында өс йәшлек ҡыҙ менән йырлаған. Артист ҡыҙыҡлы видеояҙма менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты.
Милана исемле ҡыҙ концерт ваҡытында үҙе сәхнәгә сыҡҡан. Артист уның менән аралашып, бергәләп йырларға тәҡдим итә. Йырсының ижады менән яҡшы таныш булған ҡыҙыҡай шунда уҡ “Татарка” йырын йырлап ебәрә һәм кисәнең ысын йондоҙона әүерелә. Тамашасылар уға оҙаҡ алҡышлай. Ә Элвин Грей автографлы футболка бүләк итә.
“Өс йәштә сәхнәгә сығып, йырлап тороу — был иҫ киткес. Һинең ата-әсәйеңә рәхмәт”, — тигән Элвин Грей.
Күрәһең, буласаҡ сәхнә йондоҙҙары бәләкәйҙән үк дәртле һәм сәмле булаларҙыр инде.
Афарин, Милана! Артабан бары тик уңыштар ғына теләйбеҙ!
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!