"Ҡайта алмаһам, йырҙарым йәшәһен..."

Махсус хәрби операцияла һәләк булған Баймаҡ егете Артур Ғәҙелшин үҙенең моңдаш дуҫына шулай ти. Йырсы, композитор, баянсы, продюсер, алып барыусы яугирҙең был хыялын тормошҡа ашырырға вәғәҙә бирә. Тиҙҙән беҙ "Айджи"ның тауышын тағы ишетәсәкбеҙ.

"Ҡайта алмаһам, йырҙарым йәшәһен...""Ҡайта алмаһам, йырҙарым йәшәһен..."
"Ҡайта алмаһам, йырҙарым йәшәһен..."

Йырсы, композитор, баянсы, продюсер, алып барыусы Илшат Абдрахманов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә былай тип яҙған: 

"Артур Ғәҙелшин (Айджи). Ул үҙенең төркөмөн булдырырға хыялланды һәм миңә, Илшат, минең продюсерым бул, ти торғайны. Мин, булам, ти инем, әммә килеп сыҡманы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәңгелеккә күсте...

Беҙ Артурға бер нисә йыр яҙҙырырға өлгөрҙөк, һәм үҙе башҡарып ватсаптан ебәреп торған яңы йырҙары һаҡланып ҡалды. Беҙ нейроселтәр аша был йырҙарҙы матурлай һәм яңғырашын яҡшырта алдыҡ.

Шулай уҡ ул, әгәр әйләнеп ҡайта алмаһам, йырҙарым йәшәһен, уларҙы бөтәһе лә тыңлаһын һәм һәр ерҙә яңғыраһындар ине, тип үтенде. Мин уға вәғәҙә бирҙем.

Һәм мин һүҙемде тотам. Артурҙың альбомын әҙерләйем. Тиҙҙән һеҙ унан йырҙарҙы ишетерһегеҙ. Бөтә музыкаль майҙансыҡтарға сығарасаҡмын, Алла бирһә.

Дуҫтар! Айджиның яңы альбомын мөмкин тиклем күберәк кеше белһен һәм көтһөн өсөн, әйҙәгеҙ, был яҙманы бергәләп таратайыҡ, үҙебеҙҙең сәхифәләрҙә, статус-стористарҙа урынлаштырайыҡ һәм башҡалар менән уртаҡлашайыҡ".

Артур Альберт улы ҒӘҘЕЛШИН - Чечен һуғышы һәм МХО яугире, һәүәҫкәр музыкант. Уның "Башҡортостан егеттәре", "Илама, әсәй, илама", "Аҡҡоштар", "Һөйөү оса йондоҙҙарға", "Кире ҡайтырмын", "Рәхмәт Аллама" тигән йырҙары билдәле. Музыкаль псевдонимы - Айджи. 2024 йылдың 23 сентябрендә 38 йәшендә хәрби задание үтәгәндә командирын ҡотҡарып һәләк була. 2025 йылдың 1 июнендә тыуған Баймаҡ районының Бетерә ауылында ерләнә. 

 

Фото: https://vk.com/id713573800

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас