

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Ришат Төхвәтуллин һәм уның ҡатыны Әлиә йәнә атай-әсәй булырға йыйына. Йондоҙло пар икенсегә малай көтә.
Әле Төхвәтуллиндарҙың ике йәшлек Әлим исемле улдары үҫеп килә.
"Бының өсөн ҙур байрам ойошторманыҡ. Видео аша атай-әсәйҙәргә шылтыраттыҡ та баланың енесен белдек. Интернеттағы бөтә таблицалар һәм календарҙар малай буласағын күрһәтте. Ә яҙылыусыларҙың 90% ҡыҙыҡай була, тигәйне. Хәҙер барыһы ла белде", — тип яҙған Әлиә Төхвәтуллина.
Сабый иҫән-һау булып тыуһын!
Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар"