

2 апрелдә бөтә донъя аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу көнө билдәләнә. БМО был сирҙе тиҙ таралыуы яғынан XXI быуат чумаһы тип атай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, һәр тыуған йөҙөнсө бала – аутист. Был неврологик тайпылыш бөтә донъя буйынса тиҫтәләрсә мең балала бар. Малайҙарҙа ҡыҙҙарға ҡарағанда биш тапҡырға йышыраҡ иҫәпләнә. Билдәләре булып аралашыуҙа ҡыйынлыҡ кисереүҙәре, бер үк хәрәкәттәр яһауҙары, иғтибар туплай алмауҙары тора.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Виктория Емелёваның "Балам" спектакле аутист бала тәрбиәләгән ғаиләләр хаҡында. Уны сәхнәгә Илшат Мөхөтдинов ҡуйған. Рәссамы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров. Пластика буйынса режиссеры – Алина Мостаева, музыкаль яҡтан Эмиль Әмиров биҙәгән. Башҡорт теленә пьесаны Эльвира Дәүләтбирҙина тәржемә иткән. Был спектакль сәхнәлә 2021 йылдың 2 декабренән ҡуйылыуына, һирәк уйналыуына ҡарамаҫтан, тап ошо проблема менән йәшәүсе ата-әсәйҙәр, уның менән шөғөлләнеүсе белгестәр уны көтөп ала. Мин дә был проблемаға артыҡ иғтибар итмәй инем. Социаль селтәрҙәр аша тап ошо һыҙланыу, ғүмерлек ғазап менән йәшәгән ата-әсәйҙәр хаҡында белдем. Зиләрә Юлтаева менән дә осраҡлы ғына әңгәмәләшеп киттек тә ошо хаҡта мотлаҡ яҙырға теләк уянды. Спектаклде барып ҡараным. Артистар, атап әйткәндә, Гөлнара Әмирова, Алмас Әмиров, Илгизә Ғилманова, Лилиә Ғәлина, Зиләрә Юлтаева, Морат Рафиҡов, Сабина Кирәева, Юнир Ҡоланбаев, Зилиә Ситдиҡова ролдәрен бик оҫта башҡарҙы. Спектакль Бәләкәй залда уйналғас, артистар тамашасы араһынан ҡапыл диалогка ҡушылып киткәс, тап ошо мәсьәлә буйынса бәләле бала тәрбиәләгән ата-әсәйҙәрҙе тыңлап, әңгәмәләшеп ултырабыҙ кеүек тойғо ҡалды. Тамашасы улар һөйләгән ваҡиғаларға инеп китеп, баш ҡағып, хәлдәренә инеп, йәлләп тә, ҡыҙғанып та күҙ йәштәрен тыйманы. Аутист диагнозлы балаларҙың ата-әсәләре сирҙе нисек ҡабул итеүҙәре йәки итмәүҙәре тураһында, был диагноз менән нисек йәшәргә һәм ауырлыҡтарға бирешмәй, көрәшергә өйрәнеүҙәре, ғөмүмән, уларҙың яҙмыштары, йәшәйештәре тураһында диалог, монологтар менән үрелеп, әңгәмә алып барыуҙары менән күңелгә үтеп инде, илатты, уйландырҙы башдрам артистары. Спектакль һуңынан ул тыуҙырған тәьҫораттар хаҡында актриса Зиләрә ЮЛТАЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– "Балам" проектында ҡатнашыуым өсөн рәхмәтлемен. Аутизм хаҡында бер нәмә лә белмәгәнмен икән. Быға тиклем ишеткәнем дә булмаған. Тема шуға башта ҡыҙыҡһындырманы, сөнки миңә таныш түгел, ят ине.
Пьесаны коллективҡа актриса – автор Виктория Емелёва үҙе уҡыны. Тәүге күрешеүҙә иптәше, режиссёр Илшат та ҡатнашты. Уларҙың да ҡыҙҙары аутист икән. Вика аутист балаларҙың ата-әсәләренән интервью, диалог формаһында ла һөйләшеп, видеолар яҙҙырған. Беҙгә таныш булмаған форматтағы пьеса. Тыңлаған ваҡытта көлөп тә, аптырап та, һоҡланып та, йәлләп тә алдыҡ.
Уҡып бөткәс, аптыраштыҡ та, һуңынан, улар менән аралашып, ғаилә тарихы менән танышҡас, бик тәрән уйға ҡалдыҡ.
Эйе, театр һис шикһеҙ бындай социаль темаларҙы ла яҡтыртырға, уны сәхнә теле менән һөйләп, тамашасыға еткерергә тейеш. Сөнки, әйтеүемсә, күбеһе аутизм тураһында белмәй, уны ҡәтғи проблема тип уйламай: йылдан-йыл бындай диагнозлы балалар арта ғына икән. Ә элек ниңә беҙ беҙ быға иғтибар итмәгәнбеҙ? Берҙән, һандар күпкә бәләкәй, бармаҡ менән һанарлыҡ булған, икенсенән, атай-әсәй балаһының шул диагноз менән яфаланғаны тураһында башҡаларға белдермәүҙе хуп күргән. Оялғандармы, бармаҡ менән төртөрҙәр тип уңайһыҙланғандармы, уртаға һалып һөйләп бармағандар. Элегерәк бит дауалау ысулдары ла булмаған, сөнки әлегәсә өйрәнелмәгән. Проблема тип тә һаналмаған. Кеше лә белмәгән, мәғлүмәт тә булмаған.
– Шуның арҡаһында аутист балалы ғаиләләр үҙҙәрендә йомолоп йәшәгән инде...
– Эйе, кеше араһында балаһы үҙен йәмһеҙ тотһа, ата-әсәләрен: "Балағыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләмәйһегеҙ, тыймайһығыҙ, улай булғас, балағыҙҙы балалар йортона бирегеҙ!" – тип шелтәләгәндәр. Бала бит үҙе лә нимә эшләгәнен аңламай, ата-әсәһе лә. Бындай ғаиләләрҙә талашыуҙар, айырылышыуҙар, аутист балаларын тейешле йорттарға биргән ҡыҙғаныслы осраҡтар ҙа булғылаған.
Шуға ла мин “Балам”-ды спектакль-терапия тип атайым. Унда уйнау бик сауаплы эш тип ҡарайым.
– Спектакль 2021 йылдан уйнала. Уның үҙ тамашасыһы бар инде?
– Аллаға шөкөр, һуңғы йылдарҙа аутизм проблемаһына иғтибар көсәйҙе һымаҡ, уның турала хәҙер йәшереп бармайҙар, дауалау йорттары ла арта, социаль селтәрҙә лә ата-әсәләрҙең йәшермәй һөйләүҙәрен күреп ҡалам. Кем белә, бында, бәлки, беҙҙең дә файҙабыҙ тейгәндер.
Тамашасыларыбыҙ тик ыңғай тәьҫораттары менән бүлешә. Спектаклдән һуң яныбыҙға килеп аралашалар, үҙҙәренең тарихтарын һөйләйҙәр. Кемдер шым ғына уйланып ҡала, кемдер шарылдап илап килә, кемдер өнһөҙ ҡарашы менән аңлата. Беҙ ҙә, тыныслана алмай, ҡулдарын тотоп, өнһөҙ торабыҙ. Кемдер спектакль уртаһынан тороп сығып китә, сөнки уны ҡарауы, ҡабул итеүе ауыр. Аутист бала ҡараған ата-әсәйҙәр: "Беҙ генә яфаланабыҙ икән тиһәк, беҙҙең кеүектәр күп икән, проблеманы барыһы өсөн дә асып, араларға күпер һалғанығыҙ өсөн рәхмәт!" – ти.
Ысынлап та, алдан әйткәнемсә, аутист балаларҙың ата-әсәләре аптырашып, үҙҙәренә генә йомолоп ҡала. Мин һынландырған героиня, берәй көн балабыҙ һауығыр, башҡаларҙыҡы кеүек булыр, барыһы ла яҡшырыр һәм элеккесә йәшәй башларбыҙ, тигән ниндәйҙер мөғжизә көттөк, тип һөйләй монологында. Ә улар көткән яҡтылыҡ юҡ та юҡ, көн дә бер үк – хәл үҙгәрешһеҙ – бала бер ни аңламай. Ул үҙе үҫә, ә аҡылы яңы тыуған балаларҙыҡы кеүек тороп ҡала, үҫешмәй. Аутист ҡараған ата-әсәләр шул хәтле сабыр һәм көслө булырға тейеш. Хоҙай Тәғәлә ундай баланы көслөләргә генә бирәлер ул. Спектаклдән һуң эҫеле-һыуыҡлы булып, ҡалтырап сығам. Янып барған сикәләремде тотоп, өнһөҙ ҡалам. Үҙ балаларымды уйлап: “Йә Хоҙай, балаҡайҙарымды һаулыҡтарынан айырма, булғанына шөкөр!" – тием...
–Был проблемаға юлыҡмаған кешегә спектаклде ҡарауы ҡыҙыҡмы? Спектаклдең режиссеры Илшат Мөхөтдинов тигәйнек. Уның башҡа сәхнәгә сыҡҡан эштәре бармы?
– Эйе, был тема беҙгә ҡағылмай тип уйлай кеше, уны төшөнөргә лә уйламай. Ни өсөн? Йәмғиәт был диагнозлы балалар һанының йылдан-йыл артыуы тураһында һәм уның да нәҫеленә ҡағыласағы тураһында белмәй. Был мәғлүмәт әлегә күпләп яҡтыртылмай. Шуға ла беҙ, актёрҙар, сәхнә аша аңлайышлы тел менән был турала кешеләргә һөйләйбеҙ, аңлатабыҙ. Әлбиттә, спектаклдең нимә тураһында икәнен дә белмәй килеп эләккән кешеләр бар. Улар үҙҙәре өсөн асыш яһай. Спектаклде ҡараған тамашасы битараф ҡала алмай.
Режиссёрыбыҙ Илшат Мөхитдинов спектаклде тамашасы менән йәнле һөйләшеү рәүешендә ҡорҙо. Беҙ ҙә – геройҙар, залда ултырабыҙ һәм аутист бала тәрбиәләгән ябай кешеләр булып, бер-беребеҙгә үҙебеҙҙең баштан кискәндәрҙе һөйләйбеҙ. Шунлыҡтан тамашасы ла үҙен беҙҙең менән аралашып ултырған кеүек хис итә, ҡушылып та китә ала. Экранда, ҙур экранда һөйләгән актёр күрһәтелә. Был алым тамашасыға персонаждың мимикаһы, бит мускулдарының хәрәкәте аша бөтөн хистәрен кисерергә ярҙам итә. Нығыраҡ тәьҫир итә. Актёр сәхнәлә бер секунд та алдарға тейеш түгел, һәр саҡ йөрәге аша үткәреп, был тормошто үҙенең геройы булып йәшәргә тейеш. Ялғанлау ярамай – барыһы ла күренә.
Илшат – бик талантлы егет, һәр ваҡыт үҫеш һәм эксперимент юлында. Уның спектаклдәре башҡа театрҙарҙа ла ҡуйыла. Төрлө ҡала сараларында, проекттарҙа ҡатнаша.
– Был спектаклдәге ролегеҙ хаҡында ентекләберәк һөйләп китмәҫһегеҙме?
–Талантлы актёрыбыҙ Алмас Әмиров менән бер парҙы - Фәғилә менән Зәбирҙе - һынландырҙыҡ. Улар Салауат районынан аутист балаларын дауалар өсөн Өфөгә күсеп килгән. Балаларына ниндәйҙер үҫеш булһын өсөн, төрлө ҡалаларға ла йөрөп дауаланалар. Улар был диагноз тураһында һуң белгәндәр, ваҡытында йөрөй башламағандар. Һәр кемгә үҙ балаһы ғәзиз бит инде, яҡындары әйтеүенә ҡарамай, һау бала тип йөрөгәндәр. Ә аҙаҡтан нимә эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй шаңҡып ҡалғандар. Иң тәүге уйҙары: "Ниңә тап беҙ?", һәм һәр береһе шулай: "Мин бит эсмәйем, тартмайым, минән һау бала тыуырға тейеш. Нисек инде улай?" – тип аптырап ҡалғандар. Ә аутизм – ата-әсәһенең һау йәки һау булмауынан тормай. Сәбәбе әле асыҡланып бөтмәгән. Белгестәр эҙләнеү юлында. Дауалау юлдарын әлегә белмәйҙәр. Нисек бар шулай ҡабул итергә, балаңды яратырға, Хоҙай Тәғәлә һиңә был бурысты йөкмәткән икән, тимәк, һин көслө, йырып сыға алаһың, тибеҙ беҙ ундай яҙмышлы кешеләргә спектакль аша. Режиссёрыбыҙ Илшат та: “Был спектаклде кемделер йәлләтер өсөн, һығылып илаһындар өсөн ҡуймайбыҙ, әҫәр – мөхәббәт, көслө рухлы кешеләр тураһында”, – тигәйне. Ысынлап та, ата-әсәләре аутист балаларына йәндәрен фиҙа ҡылырҙай, улар тураһында тик яҡты хәтирәләр менән генә бүлешә. Кемдеңдер балаһы матур итеп һүрәт төшөрә, кемдекелер осорға хыяллана йәки, терпе лә балаһын йомшағым тип ярата тигән шикелле, улар өсөн дә үҫешендә тайпылыш күҙәтелгән балалары йомшаҡ һәм яғымлы. Улар ҙа шоколад ярата, һыу инеп кинәнә, йәнлектәр менән аралашыуҙан рәхәтләнә. Аяныслы хәлдәрҙе лә улар тамашасыға йылмайып еткерә. Мәҫәлән, беҙҙең геройҙар Фәғилә менән Зәбир дауаханала оҙаҡ сират көтә, балалары сыҙатмай, уны әүрәткәнсе дорфа апай битәре менән уларға ташлана...
– Бындай бала тәрбиәләгән ата-әсәләр үҙҙәре хаҡында һөйләп, кешеләрҙе бер-береһенә иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. “Күрә алмаҫҡа сәбәп кенә булһын, кешеләр бер-береһен эткеләргә, ситләтергә тотона. Кеше хәленә инеп ҡараһындар, бер-береһенә аяулыраҡ булһындар ине ул, тигәйне геройҙарҙың береһе Илшат (Морат Рафиҡов башҡарҙы). Ысында шул теләкте ошо әңгәмә һуңында ла ҡабатлағы килә.
Гөлназ Ҡотоева әңгәмәләште.
Фотолар шәхси архивтан һәм авторҙыҡы.
Һүрәттәрҙә: Зиләрә Юлтаева. Зиләрә Юлтаева һәм Алмас Әмиров Фәғилә һәм Зәбир ролендә. Режиссер Илшат Мөхөтдинов. Спектаклдән күренештәр. Спектаклдә уйнаған актерҙар. Илгизә Ғилманова.