"Фидандың 18 йәшлек сағын һағынам"

Фидан уҡый башлаған йылдарҙа нәҡ ошо фотолағылай оҙон, тал сыбығы кеүек нәҙек малай ине. Тәнәфестәрҙә Таңһылыу исемле ҡыҙыбыҙ менән ҡултыҡлашып, йырҙар йырлап йөрөргә яраттылар. Матур килеп сыға ине.

"Фидандың 18 йәшлек сағын һағынам""Фидандың 18 йәшлек сағын һағынам"
"Фидандың 18 йәшлек сағын һағынам"

Актриса, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова социаль селтәрҙә яратҡан актерыбыҙ Фидан Ғафаров тураһында хәтирәләрен уртаҡлашты.

"Был фотола Фиданыбыҙға 18 йәш. Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегендә уҡыған сағы. 4-се курс студенты.
Беҙ Фидан менән бер үк йылда тыуғанбыҙ, ул минән ике айға кесерәк. 1962 йылдың йәй айында беҙ, 15 - 16 йәшлек балалар, артист булыу хыялы менән Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инергә имтихандар бирергә килдек. Курсты ул ваҡытта уҡ халыҡ һөйөүен яулаған мәшһүр артист Илшат Хәлил улы Йомағолов йыйып алды. Уға ла ул саҡ ни бары 30 йәш булған. Ул беҙҙең курстың етәксеһе ине, остазыбыҙ актер оҫталығынан уҡытты.

Фидан уҡый башлаған йылдарҙа нәҡ ошо фотолағылай оҙон, тал сыбығы кеүек нәҙек малай ине. Әлбиттә, ҡыҙҙар күҙ атырлыҡ та түгел ине әле ул. Быларҙы ниңә яҙам һуң әле мин? Бына ни өсөн яҙам? Ошо бигүк өлгөрөп етмәгән малайҙа педагог халҡыбыҙ яратырлыҡ һөйкөмлө артист тыуасағын күргән.

Уҡыу дәүерендә Илшат Хәлил улы Фиданға гел геройҙар ролен бирә ине, ул уны ошолай тәрбиәләне. Диплом спектаклдәрендә лә ул тик геройҙарҙы уйнаны. Ошолай театрыбыҙға бынамын тигән герой тәрбиәләне остазыбыҙ. Унан Фиданыбыҙҙың матур тауышы асылды, 2-3-сө курстарҙа ҡулында гармун күрә башланыҡ. Тәнәфестәрҙә Таңһылыу исемле ҡыҙыбыҙ менән ҡултыҡлашып йырҙар йырлап йөрөргә яраттылар. Матур килеп сыға ине.

Бик һөйләп бармаһа ла, Фидан уҡытыусыһына рәхмәтле ине. Унда уҡытыусыһының сәхнәлә сағылыш тапҡан ҡылыҡ-фиғелдәре, ҡайһы бер интонациялары, бигерәк тә драматик ролдәрҙә сағылып китә ине.

Әле Фидандың ошо фотоһына ҡарайым да ихлас йылмайып ҡуям. Беҙ беренсе курста уҡыған йылда Илшат Хәлил улы ла нәҡ ошолай кейенгән ине. Әлбиттә, ҡышын. Өҫтөндә ошондай шалевый воротник (ошолай атала ине, шәлле яҡа тип тә әйтеп булмай бит әле) менән тегелгән ярымпальто, башында пилотка формаһындағы тире бүрек ине.

Әлбиттә, сифат яғынан студент менән билдәле артист кейеме бер үк була алмай. Һәр хәлдә, беҙ уҡыған дәүерҙә. Хәҙер донъялар башҡаса. Һүҙем был хаҡта түгел. Һүҙем Фиданыбыҙҙың уҡытыусыһын күп осраҡта үҙенә өлгө итеп ала белеүендә", - тип яҙған Рәмзиә Ислам ҡыҙы.

Бик матур хәтирәләр. Рәхмәт, Рәмзиә апай!

 

Фото: Р. Хисамованың шәхси архивынан.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас