“Үлемһеҙ полк” башҡортса яңғырай!

Атайҙарыбыҙ һәм олатайҙарыбыҙ – Ватан һаҡсылары – ҡаһарманлығы тураһындағы йыр тотош донъя селтәрендә билдәлелек яулаясаҡ.

“Үлемһеҙ полк” башҡортса яңғырай!“Үлемһеҙ полк” башҡортса яңғырай!
“Үлемһеҙ полк” башҡортса яңғырай!

8 майҙа – Еңеү көнө алдынан – Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопованың һүҙҙәренә яҙылған “Үлемһеҙ полк” йырының башҡортса варианты һанлы платформаларға сыға. Музыка авторы, композиторы һәм башҡарыусыһы – Земфира Баймырҙина. Йырҙың премьераһын тыңлау өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инергә кәрәк: https://bfan.link/ulemhez-polk

Бер йыл элек Земфира “Үлемһеҙ полк” йырын Мәскәү паркында башҡарғайны. Һәм иртәгә атайҙарыбыҙ һәм олатайҙарыбыҙ – Ватан һаҡсылары – ҡаһарманлығы тураһындағы йыр тотош донъя селтәрендә билдәлелек яулаясаҡ.

Етеп килгән Еңеү көнө менән, дуҫтар!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

“Үлемһеҙ полк” башҡортса яңғырай!
“Үлемһеҙ полк” башҡортса яңғырай!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас