Мәҙәниәт үҫеше дауам итә

Төрлө проекттар тармаҡта матур үҙгәрештәргә нигеҙ һала

Мәҙәниәт үҫеше дауам итәМәҙәниәт үҫеше дауам итә
Мәҙәниәт үҫеше дауам итә

Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр 2026 йылда ла дауам итә. Был тармаҡты үҫтереү “Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһына, “Ғаилә”, шулай уҡ “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекттарына, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Пушкин картаһы” федераль проекттарына ярашлы алып барыла.

2022 йылдан алып “Ғаилә” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның эсендә “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” тигән федераль программа бар. Ул 2024 йыдың аҙағына тиклем айырым “Мәҙәниәт” атамаһы менән ғәмәлгә ашырылған милли проектты алмаштырҙы. Хәҙер мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған байтаҡ бурыстар ошо йүнәлешкә ярашлы алып барыла. “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” ярҙамы менән республикалағы мәҙәниәт учреждениелары, китапханалар хәҙерге заман шарттарына ярашлы итеп үҙгәртелә.

Миҫал өсөн Өфөләге Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Атайсал” мәҙәни үҙәген алайыҡ. Әлеге ваҡытта уны ғаилә һәм ижад өсөн заманса майҙан итеп үҙгәртеү бара.

Беренсе ҡаттағы фойела кәрәҙ рәүешендә эшләнгән кәштәләр ҡуйылған, улар майҙанды зонаға бүлеп кенә ҡалмай, ә бина эсен күркәмләндерә, уңайлыраҡ итә. Бында китаптар, буклеттар, сувенир әйберҙәрен ҡуйырға була. “Атайсал”ға килеүселәр хәҙер көтөп ултырған ваҡыттарын матур, файҙалы урында үткәрә ала.

Зоналарға бүленгән майҙансыҡ яһалма үҫентеләр менән биҙәлгән. Был да – тирә-йүнгә айырым йәм өҫтәгән, тыныс мөхит тыуҙырған, үҫеш һәм яңырыуҙы белдергән заманса биҙәү алымы.

Репетициялар залында яңы көҙгөләр ҡуйылған. Хәҙер ижади коллективтар бик уңайлы шарттарҙа үҙ оҫталығын үҫтерә ала. Сәхнә кейемдәрен, реквизиттарҙы һаҡларға яңы йыһаз – иркен шкаф та бар.

“Атайсал”дағы үҙгәрештәр ижад менән шөғөлләнеү, мәҙәни башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, сәнғәт аша ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн уңайлы, заманса һәм күп функциялы мөхит тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

“Атайсал” үҙәге мөдире Рәфис Аҡҡужин:

– “Ғаилә” милли проектының “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проектында ҡатнашыу беҙгә яңы мөмкинлектәр аса: субсидия матди-техник базаны яңыртырға, заманса ҡорамалдар алырға һәм ижад өсөн ысын-ысындан уңайлы мөхит тыуҙырырға ярҙам итә. Инклюзияны үҫтереү өсөн был проект айырыуса мөһим: алынған ҡорамалдар, Инклюзив ижад лабораторияһы эшмәкәрлеге ярҙамында беҙ инвалидлығы булған кешеләргә, улар үҙҙәренең талантын күрһәтә алһын өсөн, тигеҙ шарттар булдыра алабыҙ.

Фото: kulturarb.ru/ru/news/...

 

Мәҙәниәт үҫеше дауам итә
Мәҙәниәт үҫеше дауам итә
Мәҙәниәт үҫеше дауам итә
Мәҙәниәт үҫеше дауам итә
Мәҙәниәт үҫеше дауам итә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас