

Өфөнән "AY Yola" этномузыкаль төркөмө “Һомай” хиты менән донъя һәм дөйөм Рәсәй чарттарында киң танылыу яуланы. Йыр менән бергә уның солисы Адель Шәйхетдинова ла тиҙ арала популярлыҡ яуларға өлгөрҙө. Шуға күрә лә ҡыҙҙың һәр аҙымын фанаттары күҙәтеп бара.
Ошо көндәрҙә "AY Yola" төркөмө йырсыһына тәҡдим яһағандар. Адель социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә матур видеояҙма менән уртаҡлашты.
Видеояҙма машинала төшөрөлгән, йырсы егете һәм эте менән ҡайҙалыр елә, ә яҙманың аҙағында бармағындағы балдаҡты күрһәтеп, алда үҙен мөһим үҙгәрештәр көтөүенә ишара яһай.
Йырсы һайлаған кейәү егете - Алексей Хаиров. Йәш эшҡыуар, сәйәхәт, экстрим һәм спорт, шул иҫәптән йүгереү һәм роупджампинг менән мауығыуы билдәле. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
Тимәк, яҡын киләсәктә Аделдың атаһы, уның сәхнәләге коллегаһы һәм коллективҡа нигеҙ һалыусы Руслан Шәйхетдинов рәсми рәүештә ҡайны статусын аласаҡ - ә бөтә республика, тын да алмай, ҙур туйҙы көтә.