Йыр-моңдан яралған Гөлшат

Әсәйемдең минең сәнғәт институтына уҡырға инергә теләүем тураһында ишеткән хеҙмәттәштәренең: “Ҡыҙың бик оялсан. Сәнғәт өлкәһендә нисек эшләр икән?”  – тип һорағаны хәтерҙә...

Йыр-моңдан яралған ГөлшатЙыр-моңдан яралған Гөлшат
Йыр-моңдан яралған Гөлшат

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Мәйсәрә мутлыҡтары” спектакленең премьераһы үткәрелде. Көнсығышты сағылдырған әҫәр булыуы менән генә түгел, спектаклдең Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсинаның юбилейына арналыуы менән дә үҙенсәлекле ине.  Ошо матур саранан һуң актриса менән осрашып һөйләштек.

– Гөлшат, бенефис артисҡа режиссерға үҙенең күңеленә яҡын спектаклдә уйнарға теләүе тураһында мөрәжәғәт итә алыуы менән дә мәртәбәле. Ни өсөн Көнсығыш ижадының сағыу өлгөләренең береһен һайланың?

– Бенефис өсөн пьеса эҙләгәндә башҡорт драматургияһын уҡып сыҡтым, сөнки рус йәки сит ил авторҙарының башҡорт теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәрен бенефисыма ҡуйырға теләмәнем. Тәржемә тәржемә инде ул  – бындай әҫәрҙәр башҡорт телендә тейешенсә яңғырамай һәм шуға күрә сәхнәлә оҙаҡ йәшәмәй. Башҡорт халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәрим әҫәрҙәренә ҡуйылған спектаклдәрҙә лә йәш героинялар ролдәрен күп уйнаным, хатта барыһын да тиергә мөмкин. Ә уның өлкән героинялары миңә әлегә бигүк бармай тип уйлайым.

Ҡазандағы Үҙәк китапханала күренекле драматург Туфан Миңнуллиндың барлыҡ пьесаларын, китаптарын уҡып сыҡтым һәм уларҙы көнүҙәк тип тапманым. Бер заман әсәйем интернетта ҡасандыр беҙҙең Башҡорт опера һәм балет театры ҡуйған “Мәйсәрә мутлыҡтары” тигән әҫәрҙе күреп ҡала. БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин режиссер булараҡ сәхнәгә ҡуйған был опера һәм уның тәүге сығанағын эҙләй башланыҡ.

Үзбәк халҡының яратҡан шағиры һәм драматургы Хәмзә Хәкимзаде Ниязи әҫәренә ҡуйылған әҫәрҙе оҙаҡ эҙләнек. Бер ваҡыт Францияла йәшәгән ҡыҙым Элина интернетта эҙләнә торғас, ниһайәт, күреп ҡалған. Быға әсәйем менән алтын тапҡандай ҡыуандыҡ.  

Йөҙ йыл элек ижад ителгән әҫәрҙе ентекләп уҡып сыҡтым. Хәҙер был автор кеүек ижад итмәйҙәр ҙә, уйнамайҙар ҙа. Мәҫәлән, уның бер персонажының монологы ғына 15 биткә етә. Йәй буйы ошо пьеса өҫтөндә эшләнем, ҡыҫҡарттым. Аҙаҡ был музыкаль комедияның совет осоронда Үзбәкстан студияһы ҡуйған фильмы ла бар икәнлеген асыҡланым. “Ялла” төркөмө етәксеһе, композитор Фәррүх Закиров яҙған йырҙарҙы спектаклебеҙгә алдыҡ. Бының өсөн талантлы аранжировкалаусы, ҡурайсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ришат Рәхимовты саҡырҙыҡ. Көнсығыш музыкаһы менән мауыҡҡан музыкант заманса аранжировка эшләгәс, Фәррух Закировтың йырҙары заманса төҫ алды.

 – Шулай итеп, был әҫәрҙе тамашасы хөкөмөнә сығарырға булдығыҙмы?

 –  Сағыу, рухи, көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙ онотолорға мәжбүр иткән спектаклде театрыбыҙҙың башҡорт труппаһының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған эшмәкәре Рөстәм Хәкимов ҡуйҙы. Рәссамы – Юлиә Ғиләжева. Әҫәрҙе сәхнәләштереүҙә Татарстандың Ғәлиәскәр Камал исемендәге театрынан Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре,  хореограф, режиссер Сәлимә Әминева тос өлөш индерҙе.

Сит илдә йәшәү сәбәпле, спектаклдең өҙөктәрен генә ҡарай алған ҡыҙым Элина музыкаль комедияны стиле буйынса Ғәлиәскәр Камал исемендәге театр спектаклдәренә оҡшатты. Әйткәндәй, балам Өфөгә ҡайтҡанда  йәки кире осҡанда “Төркиә авиалиниялары” компанияһы самолетында Ҡазанда туҡтала һәм ошо ваҡытта бындағы театрҙар спектаклдәрен ҡарарға тырышабыҙ. Шуға күрә Элина  ошондай сағыштырыу яһағандыр ҙа.

– Ә Мәйсәрә образы нимә менән йәлеп итте?

– Минең өсөн был образ – Хужа Насретдин күлдәген кейгән ҡатын, тип әйтергә мөмкин. Әҫәр ижад ителгән осорҙа Көнсығышта пәрәнжә кейгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын белдерергә хаҡы булмаған. Ә спектаклебеҙҙең төп героиняһы Мәйсәрә аҡыллы, көслө ихтыярлы, заманына күрә алдынғы ҡарашлы, хәйләкәр һәм эргә-тирәләгеләрҙе үҙенә ҡаратыр ҡатын булған. Уны үҙ ваҡытының  халыҡ судьяһы тип атарға мөмкин, сөнки уға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Ҡатын шаяртыу һәм юмор аша ғәйеплеләрҙе үҙ урынына ҡуйыр, кәмһетелгәндәргә ғәҙеллек яулар булған.

– Был спектакль менән гастролгә лә сыҡтығыҙ түгелме?

– Күптән түгел уны Көньяҡ Урал тамашасыларына күрһәттек. Миңә бындағы халыҡтың әҫәрҙе нисек ҡабул итере ҡыҙыҡһындырҙы. Премьера – бер, ә бына артабан спектакль үҙ “тормошо” менән йәшәй. Мәҫәлән, “Диләфрүзгә дүрт кейәү” спектаклен 17 йыл уйнаныҡ. Ошо ваҡыт үткәс, спектакль режиссеры Илнур Муллабаев: “Әҫәр мин ҡуйғандан айырыла, әммә күпкә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Ҡасандыр спектаклдең ҡайһы бер урындарын нисек уйнауын өнәп бөтмәгән актерҙар хәҙер уларға минән дә яҡшыраҡ төшөнгән, шуға күрә спектакль йәшәй ҙә”,  – тип әйткәйне.  “Мәйсәрә мутлыҡтары” спектакле шулай уҡ сәхнәлә оҙаҡ ҡуйылыр, тип хыялланам.

– Һин бала саҡтан хәтеребеҙҙә актриса, йырсы булып ҡалдың...

– Ваҡытында атай-әсәйемдең Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына уҡырға биреүе миңә сәнғәт донъяһына юл асты. Мәктәбебеҙҙә балаларҙың һәләттәрен аса белделәр, төрлө яҡлап үҫтерҙеләр, башҡорт теленә һөйөү уяттылар, сәнғәткә юл күрһәттеләр. Бәләкәйҙән төрлө концерттарҙа һәм башҡа мәҙәни сараларҙа алып барыусы, йырсы булып ҡатнаштым. Тағы уҡытыусыларыбыҙ Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы Ҡужина, Салауат Тимерхан улы Камалиев, беренсе уҡытыусым Мәрйәм Фәйзрахман ҡыҙы Арыҫлановаға рәхмәт. Тәүге сығышым әле һаман хәтеремдә – беренсе уҡытыусым Мәрйәм Фәйзрахман ҡыҙы мине телевидениеға ебәрҙе һәм унда Кәтибә Кинйәбулатованың бер шиғырын һөйләнем. Ул саҡта тапшырыуҙы алдан яҙҙырыу тигән нәмә юҡ ине һәм мин, бәләкәй бала, ҡурҡмайынса, тура эфирҙа нисек сығыш яһағанмындыр? “Афарин”, “маладис” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, күңел үҫкәндәй тойолғандыр инде. Концерттарҙа даими ҡатнашҡас, артист булыу теләге уянды. Хатта II класта уҡығанда яҙған иншала: “Мин йырсы һәм актриса буласаҡмын”, тигән инем (көлә).

– Тимәк, бәләкәйҙән сәнғәт донъяһына хеҙмәт иткең килгәндер?

 – Әсәйемдең минең Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инергә теләүем тураһында ишеткән хеҙмәттәштәренең: “Ҡыҙың бик оялсан. Сәнғәт өлкәһендә нисек эшләр икән?”  – тип һорағаны хәтерҙә. Бәхетемә күрә, ул йылдарҙа актер, театр режиссеры, педагог, кафедра мөдире Ғабдулла Ғиләжев эшләй ине. Күп йылдар Рус драма театрының художество етәксеһе һәм режиссеры булған остазыбыҙ һәләтемде алдан күрә белгән. Башта йырҙар яратҡан уҡытыусыбыҙ мине йырлатып ҡараны һәм, тауышымды ишеткәс, уҡырға инергә әҙерләне. Институтта белем алыу ҙур бәхет ине, шуға күрә унда ҡанатланып йөрөнөм. Актерлыҡ оҫталығы ғына түгел, башҡа предметтарҙың барыһы ла оҡшаны, йөҙөп уҡый инем һәм институтты ҡыҙыл дипломға тамамланым.

– Гөлшат, хәҙер барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашты, тип әйтә алаһыңмы?

 –  Бала саҡ хыялдарымдың байтағы бойомға  ашты, тип әйтә алам. Бының өсөн, әлбиттә, яҙмышыма юлыма яҡшы кешеләрҙе сығарғаны өсөн рәхмәт. Остазым Ғабдулла ағай Ғиләжев кешелекле һәм хатта шулай уҡ изге күңелле олатайымды хәтерләтте. Институтта III курста уҡығанда атайым яҡты донъянан китеп барғас, тик “бишле” билдәләренә уҡығаныма күрә, Ғабдулла ағай миңә президент стипендияһына документтар юллатты. Матди ярҙам булһын, тигәндер инде. Китапханала китапханасы булып эшләгән әсәйем ҡустым Морат менән мине үҙенең ҙур булмаған эш хаҡына аяҡҡа баҫтырҙы. Һәр саҡ терәгем булған ҡәҙерле кешемә ҙур рәхмәт!

II курста ҡышҡы сессияла, Сибай театры өсөн уҡытылған студия булғас, режиссер Дамир Ғәлимов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы  Рәмилә Сәлимгәрәева имтихандарға килде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса өҙөктәрҙе уйнаныҡ һәм Рәмилә апай, мине күреп,  Ғабдулла ағайға: “Беҙгә ошо ҡыҙыл носки кейгән ҡыҙ кәрәк ине”,  – тип әйткән. Шағирҙың “Яңғыҙ ҡайын” спектакленән өҙөктө  һынландырғанда ниңә уны кейгәнмендер инде? (көлә). Һөҙөмтәлә Сибай театрына  Наза ролен башҡарырға саҡырҙылар. Шулай итеп, һабаҡташтарым ҡышҡы каникулға китте, ә мин поезда Сибайға юлландым.

Ошо көндәрҙә, әллә күпме йыл үткәс, ҡасандыр уйнаған Сибай сәхнәһендә ҡуйылған “Мәйсәрә мутлыҡтары” спектакле аҙағында Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығынан мине ҡотлап матур гөлләмә, ҡотлау яҙылған открытка тапшырҙылар. Көтөлмәгән ҡыуаныс бүләк иткән Сибай хакимиәтенә һәм театрына рәхмәт!

– Тормошоңдағы ниндәй ваҡиға хәтереңдә айырыуса уйылып ҡалды?

– 1995 йылда Сибайға “Ҡоҙаса” спектакленең премьераһын ҡарарға әсәйем, атайым һәм ҡустым килгәйне. Ошо ваҡытта атайым сәхнәлә мине беренсе һәм һуңғы тапҡыр күрҙе һәм шунан һуң оҙаҡламай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булды. Ул минән бик риза булғандыр, тип уйлайым, сөнки спектакль уңыш ҡаҙанды. Уны фестивалгә алып барғас, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының художество етәксеһе Азат Нәҙерғолов мине театрға эшкә саҡырҙы. “Унда мине ролдәр, хатта фатир көтә. Нисек ҡалдырайым инде, уңайһыҙ”,  – тинем уға. “Ярай, уҡып бөткәс, ҡарарбыҙ”,  – тип яуап бирҙе. Уҡытыусым Ғабдулла ағай Ғиләжев: “Һиңә саҡырыу бар. Васыятым – Милли йәштәр театры актрисаһы булырға тейешһең”,  – тине. Уның һүҙҙәрен инҡар итә алманым. Ижади яҙмышымда ҙур роль уйнаған остаздарыма рәхмәт.

– Театр ҡарамағындағы мюзикл театрың тураһында һөйләһәң ине.

– Эйе, оҙаҡ йылдар мюзикл театрында балаларҙы уҡытам. Ошо көндәрҙә Өфөләге “Үҙәк баҙар” туҡталышында бер ҡатын килде лә: “Гөлшат Риф ҡыҙы, мине танымайһығыҙмы?”  – тип өндәште. 10 йыл элек студияма йөрөгән һәм “Бремен музыканттары”нда Трубадур ролен уйнаған Динисламдың әсәһе булып сыҡты. Хәҙер ул Рәсәй театр сәнғәте театрында – ГИТИСта – һуңғы курста уҡый икән. “Һеҙ уға сәнғәт донъяһына юл күрһәттегеҙ”,  – тип рәхмәт әйтте әсәһе. Мәскәүгә кино индустрияһы буйынса, кемдер театр белгесе булып уҡырға ингән ҡыҙҙар һәм егеттәр бар. Баҡтиһәң, уҡыусыларыңдың уңыштарына, үҙеңдекенә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыуанаһың икән. Тимәк, тиккә эшләмәйем.

– Тормошоңда ошондай матур хәлдәр, яңылыҡтар күп булһын, Гөлшат! Уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем.

 

Фотолар: Гөлшат Ғайсинаның шәхси архивынан.

Йыр-моңдан яралған Гөлшат
Йыр-моңдан яралған Гөлшат
Йыр-моңдан яралған Гөлшат
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас