

Үткән кис М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гөрләп торҙо. Бында күренекле сәхнә оҫтаһы – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы Ғәзетдинованың 75 йәшенә арналған ҙур тантана үтте.
Юбилейы айҡанлы актрисаға республикабыҙҙың дәүләт наградаһы тапшырылды. Илсөйәр Ибраһим ҡыҙының милли театр сәнғәте үҫешенә индергән ҙур өлөшө, милли мәҙәниәтебеҙгә фиҙакәр хеҙмәте Салауат Юлаев ордены менән баһаланды. Дәүләт наградаһын Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов тапшырҙы. Ул юбилярҙы БР Башлығы исеменән тәбрикләне. Актрисаның хеҙмәтенә күрһәтелгән оло хөрмәтте тантанаға йыйылыусылар, коллегалары алҡыштар менән ҡаршыланы.
Күренекле сәхнә оҫтаһының юбилей бенефисында “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһы уйналды. Актриса унда Сафия ролен башҡарҙы.
Илсөйәр Ибраһим ҡыҙын юбилейы һәм оло наградаға лайыҡ булыуы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, яратҡан театрында тағы ла оҙаҡ ижад итеүен теләйбеҙ!
Руслан Юлтаев фотолары.