

Ҡурайсы, Өфөнөң "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле солисы Юлай Ҡасимов «Ұлы дала әуені» («Бөйөк дала моңо») халыҡ-ара конкурсында Гран-при яуланы.
"Башҡортостанды халыҡ-ара кимәлдә күрһәтеү — ҙур мәртәбә. Жюри һәм тамашасылар өсөн төрлө жанрҙағы программа әҙерләнем. Шулай уҡ сәхнәлә ҡурайҙы ҡамыштан (реброплодниктан) яһап, шунда уҡ уйнап күрһәтергә булдым. Был перформанс һәм тере тауыштың юғары баһаланыуына шатмын. Ҡаҙағстанға - бик йылы ҡабул иткәне, ә һеҙгә ярҙам һәм терәк булғанығыҙ өсөн рәхмәт!" -тип яҙа ул социаль селтәрҙә.
Афарин, Юлай! Ижади уңыштар, яңы үрҙәр, илһам теләйбеҙ!
Сығанаҡ: "Курай- ТВ"