

25 майҙа Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рим Хәсәнов исемендәге төбәк-ара йырсылар һәм музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың “Ҡышҡы романс” фестивале үтә. Тамашасыларҙы конкурсанттарҙың, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштары һәм фестиваль еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы көтә. Тамашаға инеү ирекле.
23 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында конкурстың һайлап алыу этабы үтте. Унда Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе өлкәһенән 18–35 йәшлек 50-гә яҡын йырсы һәм музыкант ҡатнашты. Сығыштарҙы күренекле композитор Рим Мәхмүт улы Хәсәнов етәкселегендәге профессиональ жюри баһаланы.
Программала композитор яҙған әҫәрҙәр яңғыраны. Ҡатнашыусыларҙың һәр сығышы уның ижадына хөрмәтте һәм сәнғәт үҫешенә ынтылышты сағылдырҙы. “Ҡышҡы романс” фестивале йәш таланттарҙы үҫтереү, шулай уҡ музыка мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу майҙансығы булараҡ үҙенең әһәмиәтен тағы бер раҫланы.
Фестиваль башҡорт музыка мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән йәш башҡарыусыларға ярҙам итеү, шулай уҡ күренекле башҡорт композиторы Рим Хәсәновтың ижадын мәңгеләштереү маҡсатында үткәрелә. Проект шулай уҡ яңы быуын башҡарыусыларҙы һәм тыңлаусыларҙы уның әҫәрҙәре менән таныштырыуға һәм милли музыка мәктәбенең иң яҡшы традицияларын тапшырыуға йүнәлтелгән.
Рим Хәсәнов – башҡорт профессиональ музыкаһының алтын фондына ингән 500-ҙән ашыу романс һәм 400 йыр авторы. Уның ижады хәҙерге башҡорт сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде.
“Ҡышҡы романс” фестивале Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Беҙ уның тамашасылар күңелендә яҡты эҙ ҡалдырырына һәм йыл һайын үткәрелеренә өмөтләнәбеҙ, – ти проект продюсеры, “Ҡурай-ТВ” музыка телеканалы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева.
Еңеүселәр һәм лауреаттарҙың исемдәре 25 майҙа киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә, фестивалдең Гала-концертында билдәле була. Инеү ирекле.
Фотоһүрәттәрҙә: һайлап алыу турынан күренештәр. Фестивалдең рәсми төркөмөнән: https://vk.com/rimhasanovfest