Бөгөн кеше китап уҡыймы?..

Бөгөн - Китапханасылар көнө. Барлыҡ китапханасыларҙы һөнәри байрамдары һәм 28-30 майҙа үтәсәк “Китап байрамы” менән ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Бөгөн кеше китап уҡыймы?..Бөгөн кеше китап уҡыймы?..
Бөгөн кеше китап уҡыймы?..

Илгизә Сабитова 13 йылдан ашыу Хәйбулла район китапханалар системаһында эшләй. 2006 йылда Сибай сауҙа-иҡтисад колледжын тамамлаған ҡыҙҙы яҙмыш башҡа һуҡмаҡтан алып китә. 2013 йылда Быҙаулыҡ ауылында китапханасы булып эш башлай һәм бер йылдан район китапханаһының методик-библиография бүлегендә библиограф булараҡ эшен дауам итә. Библиограф эшенән тыш интернет селтәрендә ҙур эш алып бара. “ПРО.Культура” порталында бөтә яңылыҡтар, афишалар урынлаштыра, социаль селтәрҙәргә лә яңылыҡтар таратыуға ваҡыт таба. Шулай уҡ "Пушкин картаһы" буйынса барлыҡ бурыстар уның иңендә. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙе Китапханалар системаһының профком рәйесе итеп тә һайлап ҡуйғандар.

– Үҙ эшемде яратып башҡарам, – ти Илгизә Юлай ҡыҙы. – Бала сағымдан уҡ китаптар уҡырға яраттым, хәҙер үҙем балаларҙа, үҫмерҙәрҙә әҙәбиәткә һөйөү уятырға тырышам. Китапхана китап һаҡлау урыны ғына түгел, ул аралашыу, ял итеү, саралар үткәреү урыны ла. Бөгөн кеше китап уҡыймы тип һораусылар ҙа бар, әлбиттә, уҡый. Күпселек олораҡ быуын әҙәби китаптар уҡырға яратһа, йәштәр һәм уҡыусыларға фантастика оҡшай. Махсус хәрби операция башланғас та китап уҡыусылар араһында һуғыш тураһындағы әҫәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу артты. Илебеҙ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күбәйҙе. Яҡшы китапҡа һәр саҡ һорау ҙур, ул ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыла, хатта ҡайһы бер китаптарҙың биттәре таушалып, тышы йыртылып та бөтә.

Тормошонан да уңған Илгизә: ире Рафаэль менән баһадирҙай өс ул үҫтерәләр. Буш ваҡытында заказға бәлештәр, урама, сәк-сәк бешерә.

Барлыҡ китапханасыларҙы һөнәри байрамдары һәм 28-30 майҙа үтәсәк “Китап байрамы” менән ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Сәлимә Байгилдина фотоһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас