Баязит барыһын да һоҡландырҙы

Уны Владимир Мединский маҡтаны һәм өлгө итеп ҡуйҙы

Бөгөн IV Китап байрамын асыу тантанаһында социаль селтәрҙәр аша бөтәһен үҙенә һоҡландырып бөткән Баязит Тайыпов сығыш яһаны. Урынлы ғына итеп башҡортсаны русса телмәр менән аралаштырып, үҙенә тапшырылған бурысты оҫта итеп атҡарған балаға сәхнәгә сығып һүҙ тотҡан абруйлы ҡунаҡ - Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский ҙа һоҡланыуын белдерҙе.

"Был шәп малай ике телдә лә иркен һөйләшә, уның, әле мәктәпкә бармаһа ла, уҡый белгәненә лә шигем юҡ", - тине ул, Баязитты өлгө итеп ҡуйып.

Ана шулай туған халҡының лайыҡлы вәкиле булып майҙан да тота Баязит, афарин, күҙ теймәһен балаҡайға!

Рәүилә Ғатауллина.

Автор видеоһы. Уны гәзитебеҙҙең социаль төркөмөндә ҡарарға була: https://vk.com/wall-104965500_373898

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас