"Донъяны берләштереүсе ҡатын-ҡыҙҙар"

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы - республикабыҙҙа төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһыныуҙары булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн киңлек һәм берләшмә булдырыусы уникаль проект, ул уларға үҙҙәрен һәм һәләттәрен асыу, ҡиммәтле белем, терәк-таяныс һәм ярҙам алыу, үҙ тормошон да, ғаилә тормошон да үҙгәртеү өсөн яңы юлдар табыуға мөмкинлек бирә.

"Донъяны берләштереүсе ҡатын-ҡыҙҙар""Донъяны берләштереүсе ҡатын-ҡыҙҙар"
"Донъяны берләштереүсе ҡатын-ҡыҙҙар"

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы республикабыҙҙа 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла һәм ошо ваҡыт эсендә ғаилә, һаулыҡ, үҙ-үҙеңде үҫтереү һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү мәсьәләләренә арналған илдең иң ҙур йәмәғәт майҙансыҡтарының береһенә әүерелде.

Быйылғы йылдың да академия программаһына лекциялар, эксперт дискуссиялары, белем биреү майҙансыҡтары, белгестәр консультациялары, мәҙәни һәм хәйриә саралары ингән. Темалар араһында ғаилә һаулығы, мөнәсәбәттәр психологияһы, балалар тәрбиәләү, йәш һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, ҡатын-ҡыҙҙар лидерлығын һәм йәмәғәт башланғыстарын үҫтереүгә төп иғтибар бүленгән.

Академия сиктәрендәге “Донъяны берләштереүсе ҡатын-ҡыҙҙар" майҙаны иһә - төрлө һөнәрле һәм төрлө милләттәге сағыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәҙәниәт, бизнес, дипломатия һәм медицинаның сикһеҙлеге тураһында булды. Ҡатын-ҡыҙҙар теләктәшлеге илдәр араһындағы күпер булып торһа,  кемдеңдер шәхси тарихы - йөҙҙәрсә кеше өсөн өлгө. Был сараның модераторҙары булып "Бәхет биләмәһе", "Өфө хосписы", "Воскресенск соборы" хәйриә фондтарының Попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, телевидение алып барыусыһы Марина Ким сығыш яһаны.

Ҡатнашыусыларҙың һәр кемеһе күңелдәрендә нимә бар, шуның менән уртаҡлашты, тиһәк тә булалыр. Сөнки академияның иң төп маҡсаты ла  - үҙ-үҙенә ышанған, сағыу һәм бәхетле ҡатын-ҡыҙҙы формалаштырыу.

- Һәр ҡатын-ҡыҙ - оло хисле кеше. Әгәр ҡайһы берҙә ҡатын-ҡыҙҙар һәр нәмәне тойоуҙарын бәйән итһә, ирҙәр быны аңлар, моғайын. Ә ир-егеттәргә бит бар нәмәне лә объектив рәүештә аңлатырға, нисек бындай һөҙөмтәләргә килеүеңде йәки ул ниндәйҙер ваҡиға ниндәй эффект бирәсәген алдан аңлау мөһим. Ә ҡатын-ҡыҙҙарға - юҡ, улар, мин белмәйем, мин бары тик хис итәм, тоям ти, - тип бәйән итте үҙенең академия төҙөү тарихына нисек килеүен Каринэ Владимировна. - Әлбиттә, академияға аяҡ баҫҡан һәр ҡатын-ҡыҙ был һөҙөмтәләргә аралашыу аша, бында йыйылған бөтә ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә күп ваҡыт үткәргәндән һуң килә. Һәм ошо эске хистәр арҡаһында ғына беҙ ҡатын-ҡыҙҙар берләшә, бер-беребеҙҙән заряд ала, энергия, мөхәббәт, идеялар менән тулылана алабыҙ һәм уны тормошҡа ашырабыҙ. Ә инде ярҙам кәрәккән кешеләр менән осрашып, уларҙың  тарихын ишетһәң, кешеләргә нимә аша үтергә тура килгәнен белһәң, һин ундайҙар эргәһенән бер ҡасан да битараф үтеп китә алмағаныңды аңлайһың. Һәм ниндәйҙер идея йәки мөмкинлек барлыҡҡа килә, нимәнелер үҙгәртергә йәки ярҙам итергә теләйһең. Минең аныҡ тарихҡа килгәндә инде, был осрашыу бер районда булды. Беҙ Башҡортостанға килгәс, райондар буйлап, балалар йорттарына, приюттарға, психо-неврологик интернаттарға йөрөй һәм кешеләр менән аралаша башланым. Һәм, һеҙ беләһегеҙме, йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашҡанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр тормошобоҙҙа бар, улар үҙҙәре генә лә түгел, балалары менән килгәндә, мәҫәлән, артабан йәшәргә мөмкинлектәре булмауын, һөнәрһеҙ булыуҙарын ишетергә тура килде. Һәм мин, нисек инде ҡатын-ҡыҙ улай ҡала алһын артабан, тип уйлана инем. Уны ниндәйҙер юлдар табып был хәлдән сығарырға кәрәк, тигән фекер килде башыма. Һәм, әлбиттә, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенең эске көсөн тойорға тейеш, әгәр уны тоймай икән - тормошон үҙгәртә алмаясаҡ. Шуға күрә беҙҙең академияла ошондай миҫалдарҙы күрә һәм артабан барырға көс таба ундай кешеләр. 

Ысынлап та,  “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы - республикабыҙҙа төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһыныуҙары булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн киңлек һәм берләшмә булдырыусы уникаль проект, ул уларға үҙҙәрен һәм һәләттәрен белдереү, ҡиммәтле белем, терәк-таяныс һәм ярҙам алыу, үҙ тормошон да, ғаилә тормошон да үҙгәртеү өсөн яңы юлдар табыуға мөмкинлеген бирә.

Академия майҙанында тағы ла билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, артистар һәм телевидение алып барыусылары, шулай уҡ Рәсәй һәм Израиль медицина һәм психология өлкәһендәге белгестәр ҡатнашты.

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://web.max.ru/-68438752698426

"Донъяны берләштереүсе ҡатын-ҡыҙҙар"
"Донъяны берләштереүсе ҡатын-ҡыҙҙар"
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас