

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфө дүртенсе тапҡыр “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһен ҡабул итте. Мөһабәт Совет майҙанында иртәнән үк йәрминкәгә ситтән килгән ҡунаҡтар, Башҡортостандың төрлө мәҙәниәт учреждениелары үҙ майҙансыҡтарын асты. Фестивалдең төп майҙаны байрам сараларын күрергә килеүселәрҙе йыя башланы. Тамашасылар, китап уҡырға яратыусылар араһында йәше-ҡарты ла, балалар ҙа күренә.
Өфөнөң 117-се мәктәбенең география уҡытыусыһы Рита Әнәс ҡыҙы Еляева сығарылыш – 9–11-се класс уҡыусылары менән килгән. Улар менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
– Мәктәбебеҙҙең иң алдынғы уҡыусылары менән бөгөн турнирҙа ҡатнашабыҙ, бер уңайҙан, әлбиттә, Китап байрамын да күреп китергә булдыҡ. Уңайлы форсат сығыуына бик шатбыҙ, – ти Рита Әнәс ҡыҙы.
– Үткән фестивалдәрҙә лә булдыҡ, ныҡ оҡшаны, ойоштороу, ҡыҙыҡлы сараларҙың күп булыуы күңелгә хуш килде, – тип һөйләшеүгә ҡушыла ҡыҙҙар-егеттәр.
– Китап һатып алырға уйығыҙ бармы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Әлбиттә, ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәт, күңелгә ятҡан баҫмаларҙы алырға теләк бар, – ти йәштәр бер тауыштан.
– Көнөбөҙ бик бай, ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Күреп өлгөрә алған тиклем майҙансыҡтарҙың барыһын да ҡарап сыҡҡы килә, – ти 11-се класты уңышлы тамамлаусыларҙың береһе Альберт Нәзиров. – Аҙағыраҡ беҙгә башҡа һабаҡташтар, дуҫтарыбыҙ ҙа ҡушылыр, тип көтәбеҙ.
1-се фотоһүрәттә – Өфөнөң 117-се мәктәбе уҡыусылары етәкселәре менән; Китап байрамы майҙансыҡтары йәнләнә бара.
Автор фотолары.