

Өфөлә дүртенсе тапҡыр “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе асылды. Фестивалдә Рәсәй төбәктәре, Беларусь һәм Ирандан 95-тән ашыу нәшриәт, китап магазиндары вәкилдәре, яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәтселәр ҡатнаша.
Байрам башланыр алдынан республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда ҡуйылған Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды.
Фестивалде рәсми асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе – беренсе секретары Владимир Мединский, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сергей Безруков ҡатнашты. РФ Президенты ярҙамсыһы республикабыҙ етәкселегенең әҙәбиәтте популярлаштырыу буйынса атҡарған эштәренә матур баһа бирҙе.
– Республика етәкселегенең китапты популярлаштырыуға ҙур көс һалыуы шатландыра. Был бик яҡшы! Күркәм Китап байрамы дүртенсе тапҡыр үтә, унда өфөләр, ҡала ҡунаҡтары баҫылып сыҡҡан күп төрлө баҫмаларҙы күрә, балаларға күрһәтә ала.
Иң мөһиме, барығыҙҙы ла шуға өндәйем: балалар уҡыһын өсөн ҡулығыҙҙан килгәндең бөтәһен дә эшләгеҙ. Тик шулай ғына маҡсаттарға өлгәшергә, хәтерҙе нығытырға, логик фекерләүҙе үҫтерергә, яңылыҡтарға ынтылырға мөмкин. Балаларға кесе йәштән үк китап тоттороғоҙ. Был матур йола дауам итер тип ышанам, – тине В. Мединский.
Сәләмләү сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Китап байрамының төп әһәмиәтен билдәләп үтте:
– Китап байрамы – ул иң яҡты, иң кәрәкле, иң йылы сараларҙың береһе. Владимир Ростиславовичтың фекере менән килешәм: байрамдың төп идеяһы – балаларыбыҙҙың яҡшы китаптар уҡыуына ынтылыу. Беҙ, өлкәндәр, өсөн дә китап – белем сығанағы, ярҙамсы, кәңәшсе, ҡайһы саҡта күңелгә йыуаныс биреүсе лә. Был йәрминкә Рәсәй китаптарын, авторҙарын пропагандалау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Радий Фәрит улы.
Сығышы аҙағында Башҡортостан Башлығы йәрминкәлә ҡатнашырға килгән Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтарына рәхмәт белдерҙе.
Сергей Безруков сығышын үҙенә Башҡортостандың халыҡ артисы исемен йөрөтөүҙең ҙур ғорурлыҡ икәнен белдереүҙән башланы. “Ҙур эш башҡараһығыҙ, бының өсөн республика Башлығына, бөтә ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Баҫма китаптарҙы, йәнле һүҙҙе һаҡлау бик мөһим”, – тине ул.
Фотолар – фестивалдең матбуғат хеҙмәте.