Мәшһүр ҡурайсының ҡомартҡыһы

Был ҡулъяҙманы Ғата Сөләймәнов Мәскәү консерваторияһында уҡыған сағында диплом эше булараҡ үҙ ҡулы менән яҙған булған.

Мәшһүр ҡурайсының ҡомартҡыһыМәшһүр ҡурайсының ҡомартҡыһы
Мәшһүр ҡурайсының ҡомартҡыһы

Китап байрамы - ул йәнле аралашыуҙар, яңы асыштар һәм илһам киңлеге. Өс көн дауамында йәрминкә майҙансығында көн һайын 10:00 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем бай программа, йәғни, тематик зоналар, китаптарҙың исем туйҙары, яҙыусылар һәм нәшриәтселәр менән осрашыуҙар, автограф-сессиялар, дискуссиялар һәм бөтә ғаилә өсөн мәҙәни саралар ойоштороласаҡ.

Тағы ла бында ҡыҙыҡлы ла, әһәмиәтле лә күргәҙмәләр рәтендә Ҡурайсылар союзының ҡурай сәнғәтенә бағышланған китаптар күргәҙмәһен ҡарарға була.

- Союздың йыйылыш ваҡытында ҡурайҙы сит илдәргә алып барып күрһәтеү, уны популярлаштырыу тураһында һүҙ алып барғанда үҙебеҙҙә лә ситтән килгән ҡунаҡтарға ҡурайға арналған күргәҙмә эшләп күрһәтергә ниәт иттек, - тип уртаҡлашты күргәҙмәнең идея авторы, Ҡурайсылар союзы рәйесенең уҡытыу-методика бүлеге урынбаҫары Айҙар Байтимеров. - Ҡурайға бағышланған ғилми эштәрҙе халыҡ алдына сығарыуыбыҙ ҡурайға булған оло мөнәсәбәтебеҙҙе белдерә.

Әйткәндәй, быйыл Милли музейҙа ойошторолған ҡурайға арналған күргәҙмәгә әҙерләнгәндә, сәнғәт училишеһында Ғата Сөләймәновтың башҡорт халыҡ йырҙарының ноталары ҡулъяҙмаһын табып алалар. Уны Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре скан эшләп, китап итеп әҙерләп, бөгөн халыҡҡа сығарған. Үҙ ҡулы менән яҙылған ҡулъяҙманы Ғата Сөләймәнов Мәскәү консерваторияһында уҡыған сағында диплом эше булараҡ яҙған булған. Хәҙер инде мәшһүр ҡурайсыбыҙҙың был изге ҡомартҡыһы республика күргәҙмәләрен биҙәй.

Күләмле мәҙәни сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән быйыл инде дүртенсе тапҡыр үтә. Бер нисә йыл эсендә Китап байрамы мәҙәни диалогтың мөһим халыҡ-ара майҙансығына ғына түгел, ә илебеҙҙә иң күп кеше йөрөгән төбәк китап йәрминкәһенә әүерелде.

 

Фото: Ҡурайсылар союзының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://web.max.ru/-68438752698426

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас