

Китап байрамында, йола буйынса, "Изге подписка" хәйриә акцияһы ойошторола. Марий-Элдан килгән йәмәғәтсе, республиканың китап нәшриәте директоры Эдуард Иманаев сарала ҡатнашты. Ул быны беренсе тапҡыр ғына эшләмәй. Уның әйтеүенсә, баҫмалар үҙ хужаларын табып, кешеләргә ҡыҙыҡлы, сифатлы йөкмәтке илтергә тейеш. "Байрам, һәр ваҡыттағыса, бик яҡшы ойошторолған. Өфөгә инде өсөнсө йыл киләбеҙ. Бында мариҙар ҙа күп: туған телдә һөйләшәбеҙ, яңылыҡтар, китаптар менән уртаҡлашабыҙ", - ти Э. Иманаев.
АОрганизатором акции выступает Издательский дом
"Изге подписка" акцияһында тотош республика буйлап ҡатнашырға мөмкин. Халыҡ МХО яугирҙәре ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, өлкәндәргә Башҡортостанда донъя күргән баҫмаларға яҙылыу бүләк итә. Был матур йола беренсе Китап байрамында уҡ башланып киткәйне. Уны иң беренсе булып республика Башлығы Радий Хәбиров һәм РФ Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский атҡарҙы. Өс йыл эсендә акцияла республиканың меңәрләгән халҡы ҡатнашты. Акцияның ойоштороусыһы - "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто.
Мәғлүмәт, фото: https://mgazeta.com/news/novosti/...