«Ғафури ташы» менән таныштырҙылар

Китап байрамы уҙған ваҡытта Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Мәжит Ғафури – XXI быуат» мәҙәни фонды һәм «Ғафури ташы» әҙәби альманахының тәүге һаны менән таныштырыу булды. «Мәжит Ғафури – XXI быуат» мәҙәни фонды етәксеһе Люциә Музакир ҡыҙы Камаева һөйләүенсә, йәмәғәт ойошмаһы ике тиҫтә йыл инде беренсе халыҡ шағиры, башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриҙың ижадын һаҡлау һәм таратыу менән шөғөлләнә.

«Ғафури ташы» менән таныштырҙылар«Ғафури ташы» менән таныштырҙылар
«Ғафури ташы» менән таныштырҙылар

 

Китап байрамы уҙған ваҡытта Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Мәжит Ғафури – XXI быуат» мәҙәни фонды һәм «Ғафури ташы» әҙәби альманахының тәүге һаны менән таныштырыу булды. «Мәжит Ғафури – XXI быуат» мәҙәни фонды етәксеһе Люциә Музакир ҡыҙы Камаева һөйләүенсә, йәмәғәт ойошмаһы ике тиҫтә йыл инде беренсе халыҡ шағиры, башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриҙың ижадын һаҡлау һәм таратыу менән шөғөлләнә.

Фонд эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:

  • «Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» халыҡ-ара конкурсы, унда донъяның 14 иленән төрлө йәштәге 20 000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан;
  • балалар һәм өлкән рәссамдар өсөн арт-пленэрҙар, шул иҫәптән Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында ла уҙған;
  • китаптар баҫтырыу һәм ғилми-ғәмәли конференциялар үткәреү, йыйынтыҡтар һәм монографиялар баҫтырыу;
  • халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек: Болгария, Төньяҡ Македония, Беларусь, Эстония һәм Төркиә менән ижади бәйләнештәр булдырылған. Ғафуриҙың әҫәрҙәре македон, болгар һәм төрөк телдәрендә нәшер ителгән, ә македон шағиры Панде Манойловтың шиғырҙары башҡорт, татар һәм рус телдәренә тәржемә ителгән;
  • кинематография проекты: болгар режиссеры Ангел Христов Башҡортостанға килеп Мәжит Ғафури тураһында документаль-нәфис фильм төшөргән.

«Ғафури ташы»-ның тәүге һанында классикка арналған шиғырҙар һәм әҫәрҙәр һәм уның бүләре Мирсәйет Ғафуриҙың эштәре ингән.

Альманах ни өсөн шулай атала? Таш бында илһам сығанағын кәүҙәләндерә. М. Ғафури Ағиҙелдең ташлы ярында тирә-яҡҡа һоҡланып ултырырға яратҡан. Башҡорт драма театры алдындағы һәйкәлендә лә уны ошо ташта ултырған итеп сағылдырғандар.

Альманахты илдең 25 китапханаһына тапшырғандар ҙа инде. Автор-ҡатнашыусылар үҙ экземплярҙарын ҡулдарына алған.  

Әҙәбиәт белгесе, Ә. - З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов презентация үткәреү урынының символик булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Милли китапхананың ҡулъяҙмалар бүлегендә беренсе альманахтың презентацияһы үтеүе осраҡлы түгел. Мәжит Ғафуриҙың тәүге китаптары, 1903 йылдан башлап, беҙҙең фондтарҙа һаҡлана”, - тине ул. Сибәғәтов әйтеүенсә, Мәжит Ғафури — Башҡортостандың беренсе шағиры ғына түгел, милли әҙәбиәттең тотош йүнәлештәренә нигеҙ һалыусы ла.

 "Мәжит Ғафури фонды бер яҙыусының ижадын ғына түгел, тотош әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте пропагандалай. Ғафури ижады аша XX быуат башынан алып бөгөнгө көнгә тиклемге республикабыҙҙың сәнғәтен һәм мәҙәниәтен өйрәнәбеҙ. Әҙәбиәт, сәнғәт йәшәгәндә – халыҡ та, йәмғиәт тә,  ил дә йәшәй», — тип билдәләне Сибәғәтов.

“Ғафури ташы” квартал һайын сығасаҡ. Икенсе сығарылыш өсөн үҙ әҫәрҙәрен баҫтырырға теләгән авторҙарҙан күп заявкалар килә башлаған да инде.

 Мәғлүмәт: https://panoramarb.ru/news/правозащита/2026-05-28/v-ufe-prezentovali-almanah-kamen-gafuri-4702664

«Ғафури ташы» менән таныштырҙылар
«Ғафури ташы» менән таныштырҙылар
«Ғафури ташы» менән таныштырҙылар
«Ғафури ташы» менән таныштырҙылар
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас