Иран ҡунағы Китап байрамына шат

"Green Palm" нәшриәте фарсы авторҙарының руссаға тәржемәләнеп сыҡҡан китаптарын тәҡдим итә.

Иран ҡунағы Китап байрамына шатИран ҡунағы Китап байрамына шат
Иран ҡунағы Китап байрамына шат

Өфөлә икенсе көн Халыҡ-ара Китап байрамы шаулай. Фестивалдең төп йүнәлеше, әлбиттә, баҫылып сыҡҡан китаптарҙы уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы, яҙыусылар ижадына иғтибарҙы арттырыу, балалар, йәштәрҙе ылыҡтырыу. Был маҡсатҡа өлгәшеүҙә уңыш барҙыр, тип ышанғы килә, сөнки Совет майҙанында Рәсәй төбәктәре һәм сит ил нәшриәттәре ҡорған майҙансыҡтарға халыҡ ҡыҙыҡһынып ағыла.

Быйылғы ҡунаҡтар араһында Иран вәкилдәре лә бар. Баҫмалар теҙелгән өҫтәл янында халыҡ ярайһы ғына. Ниһайәт, ҡунағыбыҙ менән әңгәмәләшергә форсат тыуа. 

Хөсәйен Али – Ирандың "Green Palm" нәшриәтенең Рәсәй бүлексәһе етәксеһе. Уларҙың илебеҙ менән хеҙмәттәшлек өсөн яуаплы вәкиллеге лә бар икән. Әңгәмәсем русса бик яҡшы һөйләшә, шуға күрә аралашыуҙа ҡыйынлыҡ тыуманы.

– Рәсәй халҡына уҡырға һәм аңларға еңел булһын өсөн, фарсы әҙәбиәтенең руссаға тәржемә ителгән өлгөләрен килтерҙек, – тип һүҙ башлай ул, һорауыма яуап итеп. – Балалар, өлкәндәр өсөн әҙәбиәт, психология буйынса баҫмалар, тарихҡа ҡағылышлы китаптар алып килдек. Балаларҙы нисек тәрбиәләүҙең уларҙың шәхес булараҡ үҫешендәге роле тураһында яҙылған баҫмаларҙы айырып атар инем. Шулай уҡ колониализм тарихына Иран авторының ҡарашын туплаған китап та ҡыҙыҡлы. 

Иран китаптары Башҡортостандағы Китап байрамында тәүгә ҡуйылмай. Былтырғы йәрминкәгә килеп, Хөсәйен Али бик дәртләнеп ҡайтҡан һәм быйыл да килергә хәл иткән. 

– Халыҡ беҙҙең янға килә, ҡыҙыҡһынып ҡарай. Ирандың тарихы буйынса баҫмалар һораусылар бар, шуныһы күңелгә май булып ята, – тип дауам итә Хөсәйен Али. – Әлегә беҙҙә ундайҙар юҡ, әммә киләһе Китап байрамдарына тәржемәләп өлгөртөргә, алып килергә тырышырбыҙ, – тигән ышаныс белдерә.

Рәүилә Ғатауллина.

Автор фотолары.

 

 

Иран ҡунағы Китап байрамына шат
Иран ҡунағы Китап байрамына шат
Иран ҡунағы Китап байрамына шат
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас