

Глобаль интернет йәшәйешебеҙҙең төрлө тармаҡтарына әүҙем үтеп ингән, һәр баланың тиерлек ҡулында смартфон, ноутбук булған заманда ул социаль селтәрҙәрҙә “йәшәмәһен”, китап та уҡыһын өсөн нимә эшләргә була икән? Өфөләге IV Китап байрамында ҡатнашҡан нәшерселәр ошо хаҡта үҙ фекерҙәре менән бүлеште.
Улар әйтеүенсә, бала иң беренсе китаптың тышына иғтибар итә. Шуға ла хәҙерге нәшриәттәр тышлыҡҡа, эске биҙәлешкә ҙур иғтибар бүлә.
– Бала китапты визуаль тарафтан баһалай, тап шуға беҙ иллюстрацияларға, матур “образ”ға баҫым яһайбыҙ, – ти Татарстан китап нәшриәтенең баш мөхәррире урынбаҫары Ләйсән Миңнуллина.
Әлбиттә, сағыу тышлыҡ йөкмәтке ниндәй булһа ла ярай, тигәнде аңлатмай, текст балаға аңлайышлы булырға тейеш. Балалар әҙәбиәте менән шөғөлләнгән нәшерселәрҙең был яҡтан фекере бер иш.
Бөгөн айырыуса туған телдәрҙә сыҡҡан китаптарға ҙур иғтибар бүлер кәрәк. Татарстан китап нәшриәте вәкилдәре, баланың уҡыуға һөйөүе туған мәҙәниәттән башлана, тип инана.
“Баланы уйларға өйрәтергә кәрәк”, – ти Белоруссияның “Асыҡ китап” нәшриәте вәкилдәре. Улар балаларға хәтер, иғтибар һәм логиканы үҫтерергә ярҙам иткән баҫмалар сығара.
Йәрминкәлә уҡыусыларға рәссамдың хатаһын табырға, логик мәсьәләләр сисергә һәм үҙенсәлекле әҙәби квеста ҡатнашырға тәҡдим иткән китаптар ҙа бар.
Һуңғы йылдарҙағы тренд – китапты һанлы технологиялар менән ҡушыу. “Әкиәттәр порты” нәшриәте балалар әҙәбиәтенә QR-кодтар ҡуйып сығара – улар аша йәнһүрәттәр, анимация аша бирелгән тарихтарҙы ҡарарға уңайлы. Был балаларҙа йәнле ҡыҙыҡһыныу уята.
Ата-әсәләр менән бергәләп уҡыу, һүрәттәрен ҡарау ҙа балала китапҡа йылы мөнәсәбәт тәрбиәләй.
Үҫмерҙәргә мауыҡтырғыс сюжет, мажара, фантастика донъяһы оҡшағаны һәр кемгә мәғлүм. Балалар яҙыусыһы Юрий Кузнецов, баланы мәжбүри уҡытыу мөмкин түгел, әммә ҡыҙыҡһындырыу ихтимал, тип иҫәпләй. Ул төрлө авторҙарҙы уҡытып ҡарарға кәңәш итә.
Хәҙерге китапханалар ҙа, һис һүҙһеҙ, уҡыуға һөйөү уятыуҙа ҙур роль уйнай. Бөгөн улар күп функциялы мәҙәни үҙәктәргә әйләнә: оҫталыҡ дәрестәре лә, өҫтәл уйындары ла, фәнни тәжрибә үткәреп ҡарау ҙа, ижади күнекмәләр ҙә – барыһы ла бында бар. “Баланы мауыҡтыра алыу мөһим. Артабан ул китапты ҡарай, үҙе үк уға ынтыла башлай һәм беҙҙең уҡыусы булып китә”, – ти Тәтешле үҙәк китапханаһы директоры Венера Вафина.
Китап байрамының матбуғат хеҙмәте: Айназ Мостафин фотолары.