"Урал батыр ерендә йыл китабы" асыҡланды

Гран-при – Башҡортостан Башлығының махсус призына З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте лайыҡ булды.

"Урал батыр ерендә йыл китабы" асыҡланды"Урал батыр ерендә йыл китабы" асыҡланды
"Урал батыр ерендә йыл китабы" асыҡланды

Йомғаҡлау көнөнөң иң иҫтәлекле сараларының береһе “Урал батыр ерендә йыл китабы” конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү ине. Ете номинацияла 38 дипломант һәм лауреат бүләкләнде. Гран-при – Башҡортостан Башлығының махсус призына З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең рус телендә баҫылған “Көс – берҙәмлектә. Күп милләтле Рәсәй. Классиктар әҫәрҙәре” тигән баҫмаһы лайыҡ булды. Награданы конкурстың жюри рәйесе, Рәсәй китап сығарыусылар ассоциацияһы президенты Константин Чеченев тапшырҙы. Китап Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналып, илебеҙҙең милли әҙбиәттәре классиктарының әҫәрҙәренән тора. Баҫмаға баш һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров яҙған. Уҙған йылда махсус бүләккә Мәскәүҙең “Аҡ ҡала” сауҙа йорто” нәшриәте баҫтырған “Еңеү йылъяҙмаһы. 1941–1945” китабы лайыҡ булғайны.

Әйткәндәй, беҙҙең “Китап” нәшриәте конкурста бер нисә награда алды. Был – республика нәшриәтенең тынғыһыҙ, фиҙакәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.

“Конкурсҡа килгән һәр китап иғтибарға лайыҡ. Күп милли нәшриәттәрҙең беренсе премияны алыуы – ҡыуаныслы күренеш. Улар һәр китапхананы биҙәй ала, уларҙы уҡырға кәңәш итергә була. Үҙҙәренең төбәге тарихы һәм мәҙәниәте тураһында бәйән итә, Рәсәй халыҡтары телдәрендә яҙылған”, – тип билдәләне К. Чеченев.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл конкурсҡа 26 нәшриәттән 85 китап тәҡдим ителгән, улар – Рәсәйҙең 13 төбәге, Беларусь һәм Ирандан. Ғәҙәттәгесә, Яҡут, Удмурт, Татарстан, Марий Эл республикаларынан әүҙем ҡатнашҡандар.

"Урал батыр ерендә йыл китабы" асыҡланды
"Урал батыр ерендә йыл китабы" асыҡланды
"Урал батыр ерендә йыл китабы" асыҡланды
"Урал батыр ерендә йыл китабы" асыҡланды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас