Аҡмулла майҙанында Китап байрамы йәнле барҙы

Йәрминкә ҡунаҡтары өсөн өс көн буйы башҡорт костюмдары менән фотозона, кейеҙ баҫыу һәм кескәй генә селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт халыҡ эпостары буйынса китаптар күргәҙмәһе эшләне.

Аҡмулла майҙанында Китап байрамы йәнле барҙыАҡмулла майҙанында Китап байрамы йәнле барҙы
Аҡмулла майҙанында Китап байрамы йәнле барҙы

IV Китап байрамы барған көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ майҙанына башҡорт халыҡ сәнғәтен, ижадын үҙ итеүселәр ағылды. “Сәсәндәр мөйөшө” программаһы бик ҡыҙыҡлы һәм бай булды.

Бында Силәбе өлкәһенең, Әбйәлил районының сәсәндәр мәктәбе менән таныштырыу саралары ойошторолдо, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла эшләгән сәсәндәр мәктәбе коллективы сығыш яһаны. Күренекле ғалимә, танылған сәсәниә Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева был халыҡ сәнғәте буйынса уникаль оҫталыҡ һабағы бирҙе.

Йәрминкә ҡунаҡтары өсөн өс көн буйы башҡорт костюмдары менән фотозона, кейеҙ баҫыу һәм кескәй генә селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең башҡорт халыҡ эпостары буйынса китаптар күргәҙмәһе эшләне.

Тамашасылар кискеһен башҡорт ритайымында күңел асты, балалар башҡорт эпостары, әкиәттәре һәм легендалары буйынса йәнһүрәт, видеояҙмалар ҡараны.

Фотолар – фестивалдең матбуғат хеҙмәте.

 

Аҡмулла майҙанында Китап байрамы йәнле барҙы
Аҡмулла майҙанында Китап байрамы йәнле барҙы
Аҡмулла майҙанында Китап байрамы йәнле барҙы
Аҡмулла майҙанында Китап байрамы йәнле барҙы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас