Хәйриә акцияһында балаларға, социаль учреждениеларға китаптар тапшырылды

Өсөнсө көндәге хәйриә акцияһында йәрминкәгә килгән нәшриәттәр, китап һатыу ойошмалары ҡатнашты.

Хәйриә акцияһында балаларға, социаль учреждениеларға китаптар тапшырылдыХәйриә акцияһында балаларға, социаль учреждениеларға китаптар тапшырылды
Хәйриә акцияһында балаларға, социаль учреждениеларға китаптар тапшырылды

 “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһенең изге йолаһы – республиканың социаль учреждениеларына китаптар тапшырыу. Өсөнсө көндәге хәйриә акцияһында йәрминкәгә килгән нәшриәттәр, китап һатыу ойошмалары ҡатнашты.

– Акцияла ҡатнашып, китаптар тапшырғандары өсөн йәрминкәлә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә, бар нәшриәттәргә лә рәхмәт әйтәбеҙ, – тине БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина.

БР Милли китапханаһы директоры Айгөл Әминева ла был китаптарҙы ҙур рәхмәт менән ҡабул итеп алыуҙарын, уларҙы балаларға тапшырып, һүҙ, китап һәм уҡыу аша йәш быуынды хәстәрлек менән солғауҙарын әйтте.

.Бүләк ителгән баҫмалар социаль, шулай уҡ балалар һәм ярҙамға мохтаж кешеләр менән эшләүсе ойошмаларҙың, балалар йорттарының китап фондтарын тулыландыра. Был изге акция нәшерселәрҙе, яҙыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы китап, уҡыу мәҙәниәте идеяһы тирәләй берләштереүҙең мөһим бер өлөшө, ти ойоштороусылар.

Хәйриә акцияһы Китап байрамының күләмле йәрминкә генә түгел, ә изге ғәмәлдәр, социаль башланғыстарға ярҙам итеү һәм уҡыуҙы популярлаштырыу майҙаны ла икәнен тағы бер иҫбатланы.

Фото: фестивалдең матбуғат хеҙмәте.

Хәйриә акцияһында балаларға, социаль учреждениеларға китаптар тапшырылды
Хәйриә акцияһында балаларға, социаль учреждениеларға китаптар тапшырылды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас