Мәҙәниәт менеджерҙары белемдәрен арттырҙы

Уҡыуҙар Ҙур балалар фестиваленең белем алыу программаһына ярашлы ойошторолдо

Мәҙәниәт менеджерҙары белемдәрен арттырҙыМәҙәниәт менеджерҙары белемдәрен арттырҙы
Мәҙәниәт менеджерҙары белемдәрен арттырҙы

27–29 майҙа “Башҡортостан»”дәүләт концерт залында Ҙур балалар фестиваленең (БДФ) “ЭХО БДФ Республика Башкортостан” махсус программаһы сараларына ярашлы, “БДФ Белем алыу” дәрестәре үтте. Унда театр, музей, филармония, китапханалар, сәнғәт мәктәптәре һәм мәҙәниәт йорттары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.

Өс көн эсендә тармаҡ профессионалдары идара итеүҙең төп аспекттарына арналған дүрт лекция тыңланы. Тыңлаусылар һөҙөмтәле эшләү өсөн ғәмәли белем алды.

Мәҫәлән, Ҙур Балалар фестиваленең социаль селтәрҙәре етәксеһе, стратег Һәм ижади ҡарарҙар авторы Маша Лефлер мәҙәниәт учреждениелары өсөн стратегия төҙөү, төплө эшләүсе система булдырыу тураһында һөйләне.

Мәҙәниәт өлкәһендә маркетинг буйынса эксперт Максим Шелунцов аҙ бюджет менән идеаль реклама кампанияһын үткәрергә, аудиторияны йәлеп итергә һәм тотоп ҡалырға ярҙам иткән методикалар менән уртаҡлашты.

Форумдың аҙыҡҡы көнө мәҙәни ойошмалар менеджерҙары эшенең психологик аспекттарына арналды. Лекцияны Мәскәүҙәге Хәҙерге заман сәнғәте институты педагогы, продюсер, психолог, эксперт Ирина Юдина үткәрҙе.

Белем алыу сараларында ҡатнашыусылар, яңы белем алыуҙан тыш, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша алды.

“ЭХО БДФ Республика Башкортостан” махсус проекты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар – Сергей Безруковтың социаль-мәҙәни проекттарға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды, Мәскәү губерна театры. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры булышлыҡ итә.

Ҙур балалар фестивале (БДФ) “Ғаилә” милли проектына индерелгән. Ул Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль партия проектын тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы үткәрелә.

Фотолар: “Эхо БДФ Башкортостан” дың матбуғат хеҙмәте.

Мәҙәниәт менеджерҙары белемдәрен арттырҙы
Мәҙәниәт менеджерҙары белемдәрен арттырҙы
Мәҙәниәт менеджерҙары белемдәрен арттырҙы
Мәҙәниәт менеджерҙары белемдәрен арттырҙы
Мәҙәниәт менеджерҙары белемдәрен арттырҙы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас