Шаляпин музейына хәрби гитара тапшырҙылар

Был инструментта яугирҙәр Торецк, Горловка, Авдеевкалағы бәрелештәр ваҡытында, уҡыу полигонында уйнаған.

Шаляпин музейына хәрби гитара тапшырҙыларШаляпин музейына хәрби гитара тапшырҙылар
Шаляпин музейына хәрби гитара тапшырҙылар

 “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Шаляпин исемендәге музыка музейына хәрби гитара бүләк иттеләр. Уникаль экспонатты Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы секретары Әнүәр Байков тапшырҙы.

– Был хәрби гитара – МХО-ның фронт һыҙығынан, Андрей Александрович Нагорновтыҡы, ул Рәсәй ФСИН-ының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының отставкалағы подполковнигы. Хәҙер ул республикабыҙҙан мобилизацияланған 1219-сы полкта хеҙмәт итә. Ул яуҙа ла музыканан айырылмай, – тине ул.

Был инструментта яугирҙәр Торецк, Горловка, Авдеевкалағы бәрелештәр ваҡытында, уҡыу полигонында уйнаған. Андрей гитараны даими рәүештә алғы һыҙыҡта булған Әнүәр Байков аша тапшырырға ҡарар итә.

Музей мөдире Елена Ильина музыка ҡоралын ҙур рәхмәт әйтеп ҡабул итеп алды. “Тыныслыҡты һаҡларға, тормошта йыр -моң менән бергә атлау яҡшы икәнен хәтерҙә тоторға кәрәк. Яҡташтарыбыҙҙың батырлығы тураһында иҫтәлекте һаҡларға вәғәҙә итәбеҙ”, – тине ул.

Иҙел Ҡаһарманов фотолары.

Шаляпин музейына хәрби гитара тапшырҙылар
Шаляпин музейына хәрби гитара тапшырҙылар
Шаляпин музейына хәрби гитара тапшырҙылар
Шаляпин музейына хәрби гитара тапшырҙылар
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас