Ситтә йәшәгән милләттәштәр туған телде өйрәнә

Свердловск өлкәһендә башҡорт теле үҫешенә Башҡортостан Башлығы грантын алған проекттар уңышлы атҡарыла.

Ситтә йәшәгән милләттәштәр туған телде өйрәнәСиттә йәшәгән милләттәштәр туған телде өйрәнә
Ситтә йәшәгән милләттәштәр туған телде өйрәнә

Мөһим социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында ҡатнашырға була икәне хаҡында күптән хәбәрҙарбыҙ. Бар шарттар ҙа теүәл үтәлеп, мөһим йүнәлешле проект тип табылып конкурста еңеү яулаған осраҡта, проектты тормошҡа ашырыуға финанс ярҙамы алырға мөмкин.

Туған башҡорт телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә бәйле төрлө яҡлы күләмле эштең бер сағылышы ла – был маҡсатҡа БР Башлығы гранттары фондынан ярҙам бүленеүе. Конкурс башҡорт телен мәҙәниәттә, мәғарифта, фәндә, шул иҫәптән республиканан ситтә лә, популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай. Гранттар конкурсында ҡатнашып, еңеүселәр иҫәбендә булыусылар бар. “Свердловск өлкә башҡорт үҙәге” йәмәғәт ойошмаһы тәүге проектын 2022 йылда атҡарған, унан “Беҙҙе башҡорт теле берләштерә” Беренсе Урал ғаилә тел фестивале (марафон)” тигән проектын 2024 йылда ғәмәлгә ашырған. Быйыл да, “Свердловск өлкәһенең күп балалы ғаиләләре өсөн башҡорт теленең “Тел йорто” ғаилә акселераторы” тигән проект менән Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында ҡатнашып, еңеү яулауға өлгәшкән. Проекттар тураһында уларҙың авторы, әлбиттә, бик күпте һөйләй ала. Шуға ла Нурия Иҡсановаға бәйләнешкә сығып, улар хаҡында ентеклерәк һөйләүен үтендем.

Нурия ИҠСАНОВА, проекттарҙың авторы:

– Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн үҫеп килгән быуынға туған телебеҙҙе өйрәтеүҙең иң мөһим юлы – уны ғаиләлә өйрәнеү. 2022 йылдан алып “Свердловск өлкә башҡорт үҙәге” ойошмаһы һәм уның етәксеһе Фәймә Фәхретдин ҡыҙы Йосопова менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурста ҡатнашып, төрлө пректтарҙы тормошҡа ашырабыҙ.

2022 йылда еңеү яулап, башҡорт телен өйрәнеү буйынса тәүге башланғысты атҡарып сыҡтыҡ. Артабан 2024 йылда ла уңыш йылмайҙы. “Беҙҙе башҡорт теле берләштерә” Беренсе Урал ғаилә тел фестивале (марафон)” тигән проектта “20 һөйләшеү кисе” үткәрҙек, унда элек-электән ошо тарафтарҙа йәшәгән башҡорт ғаиләләре ҡатнашты.

Проектты был яҡтағы милләттәштәребеҙҙең ерле һөйләшен – төньяҡ-көнбайыш диалектын үҫтереүгә бәйләнек. 20 кис эсендә алынған темалар ярайһы киң булды: урындағы ер-һыу атамалары тарихы, башҡорттарҙың Свердловск өлкәһе үҫешенә индергән өлөшө, башҡорт фольклоры, бейеүҙәре, йырҙары, билдәле башҡорттар, башҡорт аты, Башҡортостан Республикаһы, башҡорт ғаиләһе, ундағы төп ҡиммәттәр. Бынан тыш, “Башҡорт тел ғилеме” тигән йүнәлештә телебеҙ тарихы, Свердловск өлкәһендә таралған ерле диалект тураһында аңлатыу барҙы, сөнки халыҡҡа үҙе йәшәгән яҡта таралған мәҙәниәте яҡын.

Быйыл БР Башлығы гранттары конкурсына “Свердловск өлкәһенең күп балалы ғаиләләре өсөн башҡорт теленең “Тел йорто” ғаилә акселераторы” тигән проект менән сыҡтыҡ, һәм, бәхеткә күрә, еңеүселәр араһына индек.

Бында маҡсатлы аудитория – өлкәлә йәшәгән 10 күп балалы башҡорт ғаиләһе. Шул рәүешле, быйылғы проектты Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышларға хәл иттек. Проект саралары 1 июлдән үткәрелә башларға тейеш булһа ла, уға әҙерлек, ойоштороу эштәре күптән бара, тиергә кәрәк, ирекмәндәр, ғаиләләр менән бәйләнештәр урынлаштырыу менән мәшғүлбеҙ.

Был юлы эш тәртибендә башҡортса яһалма зиһен технологияларын ҡулланырға булдыҡ. Ата-әсәләр үҙҙәрен телде өйрәтеү буйынса уҡытыусы ролендә һынап ҡарай ала. Башта уларға, әлбиттә, балаларҙы туған тел менән ҡыҙыҡһындырырға өйрәткән курстар үткәрергә ниәтләйбеҙ. Улар уйындар, әкиәттәр менән бәйле була, психологты йәлеп итәбеҙ.

Артабан башҡортса “Һомай” тауыш ярҙамсыһын ҡулланып дәрестәр үткәреүҙе планлаштырабыҙ. Березовский, Полевской, Пышма, Арамиль ҡалаларында йәшәгән милләттәштәр янына барыу ҙа күҙ уңында тотола. Бының маҡсаты – шул тарафта йәшәгән башҡорттарҙың телен өйрәнеү, улар ҡатнашлығында подкастар яҙҙырыу.

Тағы бер этап – медиалаборатория. “БашПеревод” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын ҡулланып, ата-әсәләр балалары менән бергә үҙҙәренең ғаилә тарихтарын ерле һөйләштә – төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙҙырырға тейеш, был да подкаст формаһында.

Проекттың аҙағына биш блоктан торған тел фестивале, анкета һорауҙарына яуап биреү үткәрергә теләйбеҙ.

Башҡортостан Башлығының Гранттар фондына республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең туған телгә булған ынтылышын күргән, баһалаған һәм уға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға ярҙам иткән өсөн ҙур рәхмәт! – тине ул.

Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары телебеҙҙе артабан да һаҡларға, һүндермәй йәшәтергә булышлыҡ итә, ситтәге милләттәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята, күңелдәренә өмөт, дәрт өҫтәй. Ә был телде һаҡлауҙа иң мөһим шарттарҙың береһе икәненә шик юҡ.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Фотолар – Беренсе Урал ғаилә тел фестивале (марафон): https://vk.com/public227052065 һәм Н. Иҡсанованың шәхси архивынан.

 

Ситтә йәшәгән милләттәштәр туған телде өйрәнә
Ситтә йәшәгән милләттәштәр туған телде өйрәнә
Ситтә йәшәгән милләттәштәр туған телде өйрәнә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас