Эт, май һыланған икмәк һәм мин нисек язанан ҡотолдом

Ул кухняның асыҡ тәҙрәһе тапҡырына килеп, ашнаҡсынан икмәккә май һылап биреүен һораны. Ризыҡты ҡулына алыуы булды, бәләкәй ҡапҡаның асылғаны ишетелде. Әйләнеп ҡарауға...

Эт, май һыланған икмәк һәм мин нисек язанан ҡотолдомЭт, май һыланған икмәк һәм мин нисек язанан ҡотолдом
Эт, май һыланған икмәк һәм мин нисек язанан ҡотолдом
Пограничник яҙмалары
 
Суднолағы пожар

Йылы һәм елһеҙ сентябрь кисе. Дүрт сәғәтлек хеҙмәтем аҙағына яҡынлашты. Был минең "балда"ға, йәғни күҙәтеү манараһына беренсе тапҡыр сығыуым ине. Ҡараңғы төшә башланы. Яңылыштан судноларҙы үткәреп ебәрмәҫ өсөн ныҡ иғтибар менән ҙур бинокль аша "Татар боғаҙы" акваторияһын күҙәтәм.
 
Смена тамамланыуға 40 минут тирәһе ҡалғас, мине диңгеҙҙәге ут йәлеп итте. Быларҙың барыһы ла ярҙан 10-12 миль тирәһе алыҫлыҡта ине. Биноклдән ҙурайтып ҡарағас, унда ут ҡапҡан судно икәне асыҡланды. Шунда уҡ мин был турала заставалағы дежурныйға кординаталарын билдәләп хәбәр иттем. Тиҙҙән бының нейтраль һыуҙағы сит ил судноһы икәне асыҡланды. Янып киткән йөк ташыусыны яҡындағы караптар тиҙ арала килеп етеп һүндерҙеләр.
 
Һаҡты техник күҙәтеүселәргә тапшырып, "Газ 66"-ның кузовына һикереп мендем дә, заставаға юлландыҡ. Минең күҙәтеү пунктындағы беренсе көнөм бына шундай ваҡиғалар менән тамамланды.

Эт һәм май һыланған икмәк

Йыйнаҡ һәм таҙа итеп йыйыштырылған заставаның ихатаһына май айының йылы һәм ҡояшлы көнө үҙенсәлекле йәнлелек бирә. Ваҡыт көн үҙәгенә яҡынлаша. Күпселек сик һаҡсылары төнгө хеҙмәттән һуң ял итә. Заставала дежурный, замполит, ашнаҡсы һәм урамдағы һаҡсы Паша ғына ине.
 
Аш-һыу бүлмәһенең асыҡ тәҙрәһенән тәмле борщ еҫе килә. Төшкө аш әҙерләнә. Әллә тәмле еҫтән, әллә ысынлап асыҡҡанлыҡтан, Павелдың ныҡ ашағыһы килеп китте. Ул кухняның асыҡ тәҙрәһе тапҡырына килеп, ашнаҡсы Женянан икмәккә май һылап биреүен һораны. Ризыҡты ҡулына алыуы булды, бәләкәй ҡапҡаның асылғаны ишетелде. Әйләнеп ҡарауға, унан өлкән лейтенанттың хатыны һәм уларҙың этенең инеп килеүе күренде. 
 
Павел икмәген тиҙ генә артына йәшерҙе һәм һаулыҡ һорашты. Шул ваҡыт уның эргәһендә йүгереп йөрөгән эт артына сығып уның май һыланған икмәген ҡабып, ҡыуанысынан ҡойроғон болғай-болғай йүгереп ҡасып китте. Ләкин Павел юғалып ҡалмайынса: "Мин эттәрҙе бик яратам, шуның өсөн әҙерләп ҡуйған инем", - тине. Күп йылдар сик һаҡсылары араһында йәшәгән ҡатын барыһын да аңланы, һәм улар береһенә ҡарашып көлөп ебәрҙеләр.

Көтөлмәгән бәлә

Иртәнге сәғәт алтыла Юранан дежурствоны ҡабул итеп, журналдарҙы тултырып ултырам. Ниңәлер ул ваҡытта итекте кейергә йыбанып, тик еңел аяҡ кейемендә генә инем. Кителдең төймәләре эләктерелмәгән, штык-бысаҡ менән ҡайыш өҫтәлдә ята. Бығаса булмағанса, тыштағы һаҡсылар, Тулҡын менән Дим, инеп картуф бе
шерергә рөхсәт һораны. Оҙаҡ уйлап тормай, уларҙы үткәреп ебәрҙем. Тиҙ генә таҙартып, ҡура ла башланылар, тәмле еҫ бөтә заставаға таралды.
 
Бөтә ерҙә тыныс, бер ниндәй ҙә бәлә булыры һиҙелмәй ине. Ләкин улай булмай сыҡты. Күп тә үтмәне замполит килеп инде. Баҡтиһәң, ул иртә менән комендатураға барырға йыйынған, ә мин ул турала бөтөнләй белмәй инем. Шулай уҡ төймәләр ҡаптырылмаған, итектәр кейелмәгән, ҡайыш тағылмаған килеш ултырам. Һикереп тороп доклад яһай башланым, мине тыңлап та тормаҫтан: "Ҡайҙа һаҡсылар?" - тип һораны. Уның тауышын ишетеп ҡалған теге икәү уҡтай атылып тышҡа сығып китте.
 
Замполит үҙ сиратында застава начальнигына доклад яһаны. Сәғәт һигеҙ тулыуға капитан килде һәм мине дежурствонан алды. Беҙҙе ҡаты яза көтә ине, уның турала уға тарығандар ғына белә. Беҙ өсәүләп ары ни булырын көтә башланыҡ. Капитан беҙҙе саҡырып алды, әрләшмәйенсә генә нимә эшләргә кәрәк икәнен аңлатып бирҙе. Быға тиклем ғәйеплеләрҙең ниндәй эш башҡарғанын күргәнем бар ине.
 
Китеп тә өлгөрмәнем, застава начальнигы мине кире саҡыртып алды. Күңелле тауыш менән: "Һинең бәхетең бар икән, хәҙер мәктәптән өлкән класс уҡыусылары килә, уларҙы атыу урынына алып барырға һәм атыу буйынса дәрес үткәрергә кәрәк", - тине.
 
Автомат һәм патрондар алып атыу урынына йүнәлдек. Бына шулай итеп мин уҡыусылар арҡаһында язанан ҡотолоп ҡалдым. Башҡаса ул-был хәлгә тарыманым, ҡалған бер йылды яҡшы ҡына хеҙмәт итеп, тыуған яҡҡа ҡайттым.
 
Авторы - Хәмит Ҡарамалинский.
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас