Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы

"Балаларым бер ваҡытта ла көйөндөрмәне, көн һайын ярҙам итеп, хәлемде белешеп тора. Ҡыҙҙарым менән эш буйынса ла, башҡа ҡатын-ҡыҙ серҙәре хаҡында ла асыҡтан-асыҡ һөйләшә алабыҙ. Әле ейәнсәрҙәрем Адель менән Ләйлә лә өләсәйҙәренә үҙҙәренең кәңәштәрен бирә. Әйткәндәй, Ләйлә ейәнсәрем - буласаҡ театр тәнҡитсеһе, әле үк үҙенең фекерҙәрен бик тос итеп әйтә", - ти Зифа Ғаяз ҡыҙы.

Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейыБөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы

Иң мөһиме – күңелдәге ихласлыҡ

Ҡатын–ҡыҙҙың рухи асылын, бар булмышын, уй–кисерештәрен, йөрәк серҙәрен, күп ҡырлы күңел халәтен бер осрашып аралашҡанда ғына аңлап–тойоп бөтөү мөмкин түгелдер ул. Кешене яҡындан белеү өсөн йылдар дауамында аралашыу ҙа аҙ кеүек. Ә миңә ҡалһа, ауылдашым, Башҡортостандың халыҡ артисы, Сибай театры сәхнәһенең йөҙөк ҡашы булған Зифа Баязитова осрашҡан һайын яңыса асыла, ҡайтанан уны беләһең, аҫылташтай өр–яңынан балҡый. Татлы шарап оҙаҡ йылдар ултырған һайын татлана, тәмләнә бара тигәндәй, йылдар үткән һайын геройым да үҙенең булмышы менән баҙыҡлана төшә, уй–кисерештәре фәлсәфәүи төҫ ала, йөрәк серҙәре аҡрынлап асыла, апайҙарса биргән кәңәштәре, тос фекерҙәре ярҙамға килә.

Күркәм юбилейы алдынан йәнә уның хан һарайындай матур фатирында осрашып, күңел ептәрен тағаттыҡ, ауылдаштарҙы хәтерләп, йәмле Күсей урамдарын буйланыҡ, әңгәмәсем сәхнә тормошоноң төрлө мәлдәрен иҫкә төшөрөп, берсә моңайып та, берсә йылмайып та алды, рәхәтләнеп көлөп тә ебәрҙе, иң мөһиме – бер ниндәй шаштырыу, маҡтаныу һүҙҙәре булманы, ә бары үҙенсә, ябай, эскерһеҙ булыуы, бары тик Зифаса ҡала алыуы менән йәнә бер һоҡландырҙы.

— Зифа Ғаяз ҡыҙы, ошо көндәрҙә үҙегеҙҙең күркәм юбилейығыҙҙы ҡаршылайһығыҙ. Бала саҡ хыялығыҙ тормошҡа ашҡан, сәхнәне яулаған бәхетле кеше булараҡ, һеҙҙең өсөн бәхет нимә ул?

— Ысынлап та, ныҡ бәхетлемен! Ошо бәхетемә күҙҙәр генә теймәһен. Бәхет минең өсөн – балаларым, яратҡан эшем һәм үҙемде 75 йәштә бәхетле итеп тоя алған ошо халәтем. Уйлап ҡараһаң, мин һәр саҡ бәхетле булғанмын. Иң беренсенән, шул тиклем татыу һәм бәхетле ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым менән әсәйемдең үҙ–ара бер ваҡытта ла ирешеп–талашып ултырғандарын, балаларына ниндәйҙер насар һүҙ әйткәндәрен хәтерләмәйем. Улар беҙҙе бала саҡтан шәхес итеп үҫтерә алған. Һәр беребеҙҙең һәләтен күреп, уны бар яҡлап асырға тырышҡан. Үҙең дә ишетә беләһеңдер, ауылда атай–әсәйемде уҡытыусылар тип кенә түгел, мәғрифәтселәр тип йөрөттөләр. Әсәйем Сәкинә Исламғолованың биргән дәрестәрен ауылдаштарым әле булһа һағынып иҫкә ала, ә атайым иҫ киткес яҡшы ойоштороусы һәм йәмәғәт эшмәкәре ине. Минең ойоштороу һәләтем дә атайымдан күскәндер тип әйтә алам.

Ишле һәм татыу ғаиләлә ике малай һәм биш ҡыҙ үҫтек. Атай–әсәйемдең юлын лайыҡлы дауам итеп, уҡытыусылар династияһына тоғро ҡалып, дүрт ҡыҙҙың барыһы ла – мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусылары, малайҙар иһә төҙөүсе һөнәрен һайланы. Артист булмаһам, мин дә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыр инем.

Студент йылдарыма килгәндә, йәшлегемдең иң бәхетле мәлдәре булараҡ ҡына хәтерләйем. 1969 йылда Өфө сәнғәт институтының актерҙар бүлеге асылған  ине. Конкурс шул тиклем ҙур, бер урынға 25 кеше дәғүә итә. Ябай ауыл ҡыҙының шул саҡта студент булып китеүе үҙе бәхет түгелме ни?! Әлбиттә, бәхет! Аҙаҡтан сәхнә йондоҙҙары – Башҡортостандың халыҡ артистары булып киткән Олег Ханов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Вәкил Йосопов, Риф Сәйфуллин, Юнир Салауатов, Рәфил Нәбиуллин, Рафиға Ғәлина, Хисмәтулла Дәүләтов менән бер төркөмдә уҡыным. Күренекле шәхестәр Гөлли Мөбәрәкова, Тамара Хоҙайбирҙина, Ғабдулла Ғиләжев, Фәрдүнә Ҡасимова ҡулында белем алдым. 1973 йылда Сибай театрына курсташтарым, аҙаҡ инде ғүмерлек ысын дуҫтарыма әүерелгән Вәкил Йосопов, Хисмәтулла Дәүләтов һәм Риф Сәйфуллин менән эшкә килдек.

Бала саҡтан халыҡсанлығы менән дан алған Сибай театры артистары Хәмзә Ҡурсаев, Ғәшиә Абыҙгилдина, Кифая Хәбибуллина, Ҡәйүм Хөсәйеновтың беҙҙең өйгә фатирға төшкәндәрен көтөп, уларҙы яҡындан күреп ҡалыр өсөн шаршау артынан күҙәтеп ултырған ҡыҙҙың аҙаҡ улар менән бер сәхнәлә уйнауы бәхет түгелме ни?!

Өсөнсөнән, ҡыҙҙарымдың икеһе лә минең юлды дауам итеп, Өфө сәнғәт институтын тамамланы. Күрәһең, бәләкәйҙән сәхнә артында үҫкән игеҙәк ҡыҙсыҡтарым башҡа һөнәрҙе белмәгәндер. Әлиә “Тамыр” телеканалында режиссер булып эшләһә, Аида Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр милли театрында сағыу образдар тыуҙыра, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

Хеҙмәт кенәгемдә тик бер генә яҙыу: 53 йылдан ашыу яратҡан Сибай театрына хеҙмәт итәм.

— Бер ваҡытта ла театрҙан китеү йә булмаһа икенсе эшкә күсеү, йәшәү урынын алмаштырыу кеүек уйҙар булманымы?

— Булды (көлә). Балаларымдың атаһы бик иртә вафат булғас, миңә ғашиҡ булыусылар булманы түгел, булды. Хатта өйләнешергә лә тәҡдим яһанылар, ләкин яратҡан театрымды ташлап китергә үҙемдә көс тапманым. Сөнки сәхнәнән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алманым.

— Үкенмәйһегеҙме?

— Әлбиттә, тәүҙәрәк икеләнеүҙәр булды, ни тиһәң дә, ҡатын–ҡыҙ яратылып йәшәргә тейеш. Әммә тамашасылар һөйөүе, уларҙың спектаклгә бары тик “һине ҡарар өсөн генә киләбеҙ” тигән һүҙҙәре ул саҡта йөрәк яраларын бөтәйтте, көс һәм дәрт бирҙе.

— Зифа Ғаяз ҡыҙы, һеҙ һәр кешегә изгелек, бары тик яҡшылыҡ ҡылырға ашығыһығыҙ. Үҙегеҙ эскерһеҙ ябай, ярҙамсыл кеше. Дуҫтарығыҙ ҙа күп...

— Күптәр артист кешене нишләптер һауалы, бары тик үҙен генә яратҡан кеше кеүек тип ҡабул итеүсән. Минең менән аралашҡан кешеләр аҙаҡтан һеҙҙе ябай тип уйламаған инем тип әйтеп ҡуя. Мин тиҙ аралашыусанмын, кеше менән тиҙ арала уртаҡ тел табам. Кешенең вазифаһына ҡарамай, һәр кемгә ярҙам итергә тырышам.

Тормошта төрлө хәлдәргә осрарға мөмкин. Бына әле күптән түгел бассейндан ҡайтып килһәм, йортом янында бер ҡатындың ерҙә аунап ятҡанын күрҙем. Бер ни уйлап тормай, янына барҙым. Ипләп кенә торғоҙоп, хәлен белештем, тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” саҡырттым. Ейәнен стадиондан ҡаршы алырға барған ханым юлда тайып йығылған. Кем икәнен дә, үҙемдең исем–шәрифте лә әйтмәй, шәфҡәт туташтары ҡулына тапшырып ҡайттым. Бер нисә айҙан үҙе мине эҙләп табып, күстәнәстәре менән рәхмәт әйтергә килгән. Гел әйтә киләм: “Эшләгән яҡшылығың бер ваҡытта ла ятып ҡалмай, ул һиңә икеләтә әйләнеп ҡайта”. Ҡыҙҙарыма ла: “Яҡшылыҡ эшләүҙән, изгелек ҡылыуҙан тартынмағыҙ. Кешеләргә миһырбанлы булығыҙ, алсаҡ йөҙ менән йылмайығыҙ, ярҙам һораһалар, ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтегеҙ”, – тием.

Ә дуҫтарыма килгәндә, улар бик күп. Йылдар дауамында ышаныслы дуҫ булып ҡала алған әхирәттәремә, дуҫтарыма ҙур рәхмәт. Класташым, әхирәтем Гөлнара Ғайсина, төрлө хәлдәр буйынса осрашып, аҙаҡ дуҫтарға әйләнгән Линера Хисмәтуллина, Хәлиҙә Юлмөхәмәтова, театрҙа оҙаҡ йылдар бергә эшләгән Фариза Хәсәнова, Әминә Яхина һәм башҡалар менән әле лә бәйләнеште өҙмәгәнбеҙ, һәр саҡ аралашып, осрашып торабыҙ. Курсташтарым – Олег Ханов, Вәкил Йосопов, Хисмәтулла Дәүләтов менән һәр саҡ бергә булдыҡ, улар ысын ир–егеттәрсә дуҫтарым булып ҡала белде.

— Олпат йәште ҡаршыларға йыйынһағыҙ ҙа , һеҙгә үҙ йәшегеҙҙе биреп булмай. Йәш булып ҡалыуҙың сере ниҙә?

—Ысынлап та, йәш күренәмме ни?! (йылмая). Матурлыҡ күңелеңдәге ихласлыҡталыр. Тыштан матур булып, эстән насарлыҡ уйлаһаң, күңелең әшәке булһа, йәш тә, сибәр ҙә булмайһың. Икенсенән, мин аҙнаһына өс тапҡыр бассейнға йөрөйөм, үҙемдең баҡсам бар. Ерҙә соҡонорға, йәшелсә–емеш үҫтерергә яратам, сәскәләрем яҙҙан алып көҙгә тиклем һәр саҡ балҡып ҡаршылап ултыра, өйҙә лә гөлдәр үҫтерәм. Тәбиғәттә йыш булам, ҡайындарҙы ҡосоп, йәшел үләндә яланаяҡ йөрөргә яратам, иртәнге ысыҡ кисеп, изге уйҙар уйлап, киләсәккә пландар ҡорорға тырышам. Үҙең менән тулы гармонияла булыу, яратҡан эшеңдән бары тик ҡәнәғәтлек алыу, тирә–йүндәгеләргә ихлас булыу ҙа кәйефте күтәрә. Ғүмерем буйы теүәл режим тоттом: киске 11–ҙән дә ҡалмай йоҡларға ятам, таңғы сәғәт 7-лә торам. Көн һайын зарядка яһайым, үҙемде ҡарамайынса тамашасыға күренмәйем, хатта сүп-сар алып сыҡҡанда ла биҙәнеп–яһанып сығам. Күршеләр менән татыу мөнәсәбәттәбеҙ, һәр саҡ аралашып торабыҙ.

Балаларым бер ваҡытта ла көйөндөрмәне, көн һайын ярҙам итеп, хәлемде белешеп торалар. Ҡыҙҙарым менән эш буйынса ла, башҡа ҡатын–ҡыҙ серҙәре буйынса ла асыҡтан–асыҡ һөйләшә алабыҙ. Әле ейәнсәрҙәрем Адель менән Ләйлә лә өләсәйҙәренә үҙҙәренең кәңәштәрен бирә. Әйткәндәй, Ләйлә ейәнсәрем - буласаҡ театр тәнҡитсеһе, әле үк үҙенең фекерҙәрен бик тос итеп әйтә.

— Зифа Ғаяз ҡыҙы, был юлы һеҙҙең менән уйнаған ролдәрегеҙ, тыуҙырған образдарығыҙ хаҡында һөйләшмәнек. Сөнки һеҙ ниндәй генә ролдә уйнаһағыҙ ҙа, уны бар тулылығында тамашасы күңеленә еткерә алаһығыҙ. Лирик ҡыҙҙар образынан алып драматик пландағы характерлы ролдәр булһынмы, классик драматургия өлгөләренән трагик яҙмышлы ҡатын–ҡыҙҙар образдарымы – барыһы ла халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителгән, тамашасыларҙың оҙайлы алҡыштары, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләре, һоҡланыу һәм ғорурланыу хистәре һалынған. Йондоҙло сәғәттәрегеҙ күп булған һеҙҙең. Бөгөн иһә ошо йондоҙҙарҙан нурҙар алып, Ирәндек тауҙарындағы аҫылташтар кеүек төрлө төҫтәрҙә балҡып, Сибай сәхнәһенең алиһәһе булып күркәм юбилейығыҙҙы ҡаршылайһығыҙ. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ! Юбилейығыҙ менән, хөрмәтле ауылдашым!

 

Фотолар актрисаның шәхси альбомынан.

 

Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Бөгөн халыҡ артисы Зифа Баязитованың юбилейы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас