

8 һәм 9 июндә Өфөлә Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған «Театр поезы» Бөтә Рәсәй проекты эшләй башлай. Ил тарихында тәүге тапҡыр ике поезд составы – Владивосток - Мәскәү һәм Севастополь - Мәскәү бер-береһенә ҡаршы юлға сыға. Көнсығыш маршрут – 25 ҡаланы, көньяҡ 19 ҡаланы, шул иҫәптән Өфөнө, үҙ эсенә ала.
Өфөгә Һамар һәм Һарытау өлкәләренән ҡунаҡтар килә: Д.Д. Шостакович исемендәге Һамар академия опера һәм балет театры, Һамар ҡурсаҡ театры, “Грань” драма театры, “Балаганчикъ” театры, “Парафраз” ансамбле, Вольск ҡалаһы драма театры.
“Театр поезы”нда Башҡортостан исеменән М.Ғафури исемендәге БДАДТ, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Рус драма театры, “Нур” театры, Халыҡ уйын ҡоралдары Милли оркестры сығыш яһай.
Театр поезын Өфө тимер юл вокзалында 8 июндә, иртәнге 9-сы яртыла ҡаршылайҙар. Көтөү залында РФ Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған күргәҙмә асыла, үҙешмәкәр театрҙар сығыш яһай. Актерҙар йортонда мәктәп театрҙары етәкселәренә тәғәйенләнгән оҫталыҡ дәресе лә була.
Фото: https://poezd.stdrf.ru/news/