Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы

Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышыКүңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә талантлы башҡорт йырсыһы,  “Сәсән” атономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының «Уралконцерт» эстрада проекты режиссеры һәм солисы Арсен Кәримовтың юбилей кисәһе үтте.

Арсен – тыумышы менән Башҡортостан егете, уның рухи бишеге хозур тәбиғәтле, йыр-моңға бай халҡы менән дан тотҡан Сибай ҡалаһы булып тора. Ул бала саҡтан ҡурайҙа уйнай, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ бәйгеләрҙә еңеү яулай.  

Өфө сәнғәт училищеһында Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимовта – ҡурай, ә вокал буйынса Башҡортостандың халыҡ артисы Нәжиә Аллаярова класында уҡый. Шулай уҡ БДУ-ның Сибай филиалында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Джон Мусин класында музыка һәм вокал белгесе һөнәрен үҙләштерә. Ошо ваҡыт эсендә ул «Тархан» халыҡ-эстрада төркөмө солисы булараҡ Башҡорт дәүләт филармонияһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, улар менән Истанбулдағы һабантуйҙа башҡорт мәҙәниәте вәкиле булараҡ сығыш яһай.

2011—2013 йылдарҙа Арсен Салауат Фәтхетдиновтың Ҡазанда үткәрелгән «Салауат йыр театры» проектында ҡатнаша, башҡорт мәҙәниәтен пропагандалай.

Луиза һәм Арсен Кәримовтар ғаиләһенең Мәскәүгә күсеүҙәре уларҙың тормошонда яңы этапты билдәләй. Бында улар Мәскәү башҡорттары булып ойошоп, дуҫ йәшәйҙәр, илебеҙҙең баш ҡалаһында милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләйҙәр, сағыу тауышы булып яңғырайҙар.

«Ирәндек моңдары», «Башҡорт йыры» бәйгеләрендә еңеүсе булған, «Юлдаш Хит-2014»тә “Йыл йырсыһы” номинацияһында билдәләнгән, «Урал моңо» конкурсы дипломанты Арсен Кәримов зал тултырып үҙенең тамашасыларын һәм мәртәбәле ҡунаҡтарын йыйҙы. Уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары ла, заманабыҙ композиторҙарының популяр эстрада йырҙары ла бар.

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә милли мәҙәниәтте пропагандалау һәм йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге начальнигы Айгөл Дәүләт ҡыҙы Саҡаева ҡотлап, йырсының Мәскәүҙә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән ғәйәт ҙур өлөшөн билдәләне һәм уға баш ҡаланың Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара мөнәсәбәттәр департаменты начальнигы Виталий Иванович Сучков исеменән Почет грамотаһы тапшырҙы.

Арсендың репертуарындағы  күп кенә йырҙарҙың һүҙҙәре һәм көй авторы, “Сәсән” етәксеһе Әлфиә Миниғәләм ҡыҙы Агеева Мәскәүҙәге бер әһәмиәтле сараның да Кәримовтарһыҙ үтмәүен билдәләне: «Башҡортостан Республикаһы көндәре»ндә булһынмы, Поклонная ҡалҡыулығында «Рамаҙан тирмәһе» проекты сиктәрендә үткән «Башҡортостан Республикаһы кистәре»ме, һабантуймы — бөтә ерҙә лә уның тауышы яңғырай. Арсен Кәримов башҡарыуындағы «Керчь» йыры (һүҙҙәре һәм көйө А. Агеева), беренсе каналда эфирға сыҡҡас, генерал Шайморатовтың 112-се атлы дивизияһы менән бергә Берлинға барып етеп, Башҡортостанға ҡайтҡан легендар атҡа һәйкәл төҙөүгә илһам бирә. Йыр ҡыйыулыҡ һәм тоғролоҡ гимнына әйләнә.

Әлфиә ханым кисәлә Арсенға Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе Салауат Зыямил улы Әхмәҙуллин исеменән ҡотлау хатын тапшырҙы. Шулай уҡ Арсен Кәримовтың баш ҡалала башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә, Мәскәү ҡурайсылар ансамблен ойоштороуға индергән өлөшө билдәләнде.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Миләүшә Муллағолова Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолованың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ул сығышында Арсендың башҡорт йолаларын, милләт-ара дуҫлыҡты һаҡлауға һәм пропагандалауға индергән тос өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Илдар Зиннур улы Бикбаев, Мәскәү татарҙары союзы рәйесе Ғайар Әхмәт улы Искәндәров, РФ Мәҙәниәт министрлығының төбәк сәйәсәте, мәғариф һәм проекттар менән идара итеү бүлегенең әйҙәүсе кәңәшсеһе Азат Марат улы Ғәфүров  йырсыға ҡотлауҙарын һәм изге теләктәрен юлланы.

"Сәсән"дәрҙең сығышы кисәгә айырым бер йәм өҫтәне. Әнисә һәм Илдар Динмөхәмәтовтар, Зифа Толомбаева, Әлфиә Вәлитова йырсыны “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә тәҡдим итергә кәрәклеген белдерҙе. "Хазина" вокал-хореография ансамбленең художество етәксеһе Гөлнара Ғәфүрова ҡотлауында Арсендың төркөмдөң үҫешенә индергән өлөшө хаҡында әйтте.

Кисәлә Арсен Кәримов башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙары, опера ариялары, совет классикаһы яңғыраны. Арсен яңғыратҡан ҡурай, думбыра моңдары тамашасылар күңеленә хуш килде. Йырсыны уңышлы кисәһе, яңы йәше менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, ғаилә бәхете, ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

Әлфиә Вәлитова.

Мәскәү ҡалаһы.

Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Күңелдәрҙе әсир итә бәрхәт тауышы
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас