Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән

"Минең ике яҡтан да ҡартатайҙарым бик дини кешеләр ине. Ни өсөндөр ейәндәренә Альберт исемен ҡушыуға риза булғандарҙыр, хәҙер аптырайым," - ти артист.

Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткәнБашҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, моңло тауышлы йырсы Альберт Салауатов ошо көндәрҙә үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләне. Бөгөн йыр һәм моң, театр сәхнәһен яулаған, күп тамашасыларҙың кумирына әйләнгән йырсының тормош юлының ҡатмарлы мәлдәре лә, сағыу саҡтары ла, үкенесле минуттары ла бик күп. Ул тормошо, күңел донъяһы, уй–фекерҙәре, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

—Альберт Рәфҡәт улы, тыуған яғығыҙ–бәрәкәтле Баймаҡ, тәүге тәпәй баҫҡан ерегеҙ – алтынға-көмөшкә бай Семеновка ауылы. Йыр–моңға һөйөү ҡасаныраҡ барлыҡҡа килде?

—Әйткәндәй, мин Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров менән бер ауылдан. Беҙҙең атайҙар йырлай–йырлай эшләне. Ауылыбыҙ мәғдән ятҡылығы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, атай–әсәйем дә ғүмер буйы тау–байыҡтырыу фабрикаһында тир түкте, шуға күрә Рим ҡустым менән күберәк өләсәй һәм олатай тәрбиәһендә үҫтек. Атайым да, әсәйем дә бик матур йырланы, йыр–моңға ғашиҡ  кешеләр ине. Бәләкәйҙән уларҙың моңона ҡойоноп үҫтем, йырлауҙарынан һабаҡ булды, тип әйтер инем. Атайым берәй халыҡ йырын башҡарһа “ошо ерен ошолайтып ҡуйырға йәки һуңғы һүҙен былайыраҡ итеп һуҙырға кәрәк”,–тип мине лә өйрәтер ине. Халыҡ йырҙарын отоп алыу, уларҙы халыҡсан итеп башҡарыу тап уларҙан киләлер, моғайын.

Ололар эштә булғанда, әртис булып уйнарға ярата торғайным. Ҡунаҡта ултырғыс өҫтөнә баҫып йырлатҡандары бөгөнгөләй хәтеремдә, мәктәпкә барғас та мине сәхнәгә сығарҙылар.

—Сибай мәктәп–интернатында белем алыуығыҙ хаҡында бөгөн дә уҡытыусыларығыҙ һағынып һөйләй.

—Ысынлап та, иң бәхетле мәлдәрем тап Сибай мәктәп–интернатында үтте. Унда белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә мең рәхмәт. Ябай ғына ауыл малайының иңенә ҡанаттар үҫтергән, йыр–моң иленә алып сыҡҡан, ғүмерлеккә сәхнәгә ғашиҡ иттергән иң изге урындарҙың береһе ул.

Яңы ғына ауылдан килеп, бер аҙ моңһоуланып, үҙемсә йырлап йөрөгәнмендер инде. Шул ваҡытта тәрбиәсем Нәйлә Бикова янына саҡырып алды ла 23 февралға арналған кисәлә сығыш яһарға тәҡдим итте. Русса “Крейсер Аврора”, “Катюша”ны йырлап ебәрҙем. Ҡаушағанымды һиҙҙермәҫкә тырышам, тамашасылар ныҡ алҡышлап, тағы ла сығыш яһауымды һорағас, батырайып китеп, йәнә бер йырҙы башҡарҙым. Шулай итеп , уҡыу йортонда үткән һәр сарала тиерлек ҡатнаша башланым.

Һәүәҫкәр композитор–йырсылар Юлай Моратов, Зөһрә Фәйзуллина беҙҙең интернатта эшләне, улар ижад иткән бик күп йырҙарҙы башҡарҙым. Шул уҡ ваҡытта театр менән ҡыҙыҡһыныуым да көслө ине. Сибай театрына йыш йөрөнөк, үҙебеҙ ҙә драма түңәрәгендә төрлө спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәпте тамамлағанда, мин үҙемде тик әртис итеп кенә күҙ алдына килтерә инем.

—Һәм һеҙ Өфө сәнғәт институтының театр факультеты студенты булып киткәнһегеҙ...

—1988  йылда поезға ултырып, тәүге тапҡыр Өфөгә килеп төштөм. Күптәр аңлайҙыр, интернат балаһы күп осраҡта тормошҡа әҙер булмай сыға, сөнки һәр саҡ тәрбиәселәр яҡлауында, әҙер тамаҡ, ҡушҡанды ғына үтәү һәм башҡалар. Бында һине берәү ҙә ҡолас йәйеп ҡаршыламай, артабан нимә эшләргә кәрклегеңде теҙеп әйтеп тормай. Миңә лә баштараҡ еңел булманы, шулай ҙа бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, студент булып киттем. Улай ғына түгел, күптәр өсөн буй етмәҫлек хыял булған талантлы педагог Ғабдулла Ғиләжевтең курсына эләктем.

Риза Мәһәҙиев менән бер бүлмәлә йәшәнем, уға рәхмәт: миңә бар яҡлап ярҙам итте, бер телем икмәкте лә, һуңғы тинебеҙҙе лә бүлештек. Иҫ киткес дуҫ ине, ғүмер буйы аралашып йәшәнек, ауыр саҡтарымда терәк була белде, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә өйрәтте. Иң ҡыҙғанысы шул: арабыҙҙан иртә китте, әле булһа мин уның юҡлығына ышанмайым, ғүмерлек дуҫым күңелемдә мәңгелеккә урын алды.

Ысынлап та, тормош һин уйлағанса һәм теләгәнсә генә бармай икән шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә яратҡан уҡыу йортон тамамларға тура килмәне. Өсөнсө курста уҡығанда әсәйем вафат булды. Көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалдым. Уҡыуымды ташлап ҡайттым да киттем. Нимә эшләргә? Ҡайҙан эш табырға? Киттем Сибай театрына, Дамир Ғәлимовҡа рәхмәт. Дипломһыҙ тип торманы, эшкә алды. Шулай итеп, 1991 йылда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эш башланым.

—Тәүге ролегеҙ хәтерегеҙҙәме?

—Әлбиттә! Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һында Басир роле ине. Тәүге ролдәр, тамашасы алҡыштары, тәүге гастролдәрҙең “тәмен” татып та өлгөрмәнем, әрме сафына саҡырыу килде.  Хәрби бурысымды Балтик диңгеҙендә моряк булып үтәнем, әрме тормошо сәхнәгә мөхәббәтемде һүндермәне, киреһенсә арттырҙы ғына.

—Артабан тормош юлығыҙ бер аҙ ҡатмарлашҡан: һөйөү утында ла яныпф-көйөп алған мәлдәрегеҙ булған. Яратҡан театрҙан Стәрлетамаҡ, Нефтекама филармонияларында эшкә күсеү, ҡауышыуҙар, йәнә айырылышыуҙар...

—Артист кеше бер урында ғына тора алмай: уға һәр саҡ үҫеш, даими эҙләнеүҙәр талап ителә. Сибай филармонияһынан Әлмира Ҡыуатова саҡырғас, икеләнмәйенсә унда эшкә барҙым. Йырсы булараҡ мине ҡайтанан асыуҙа уның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур булды. Уға мин ғүмерем буйы рәхмәт әйтәм. Сибай филармонияның иң көслө сағы, бер–бер артлы концерттар, театрлаштырылған тамашалар ҡуйыла, республика буйлап ҡына түгел, сит өлкәләргә, хатта сит илдәргә гастролдәргә сығабыҙ. Дәртләнеп эшләйбеҙ, яңы йырҙар өйрәнәбеҙ...

Әммә ижад кешеһе һәр саҡ эҙләнә бит. Стәрлетамаҡ филармонияһынан саҡырыу алғас , тоттом да сығып киттем. Тәүге ҡатыным менән дә айырылышҡан ваҡыт, улым Сыңғыҙҙы үлеп һағынам, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ һиҙелә. Әгәр ҙә шул тойғонан арынмағанда, уның артабан киңәйеүе мөмкин. Стәрлетамаҡта данлыҡлы бейеү театры менән эшләү тап шул бушлыҡтан арынырға ярҙам итте.

Икенсенән, миңә бында буласаҡ кәләшем Сулпан  (йырсы Чулпан Ғәфүрйәнова) менән осрашырға насип булды. Аҙаҡ бергәләшеп Нефтекама филармонияһына эшкә килдек, Юлай улыбыҙ тыуҙы. Сит ерҙә үҙ тамашасыларыңды табыу өсөн тырышып эшләргә кәрәк. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ менән Нефтекама филармонияһы минең өсөн һынау мәктәбе лә булды. Үкенмәйем.

Шулай ҙа тыуған яҡ үҙенә тарта, ул саҡта Сибай филармонияһы директоры булып эшләгән Вәкил Йосопов бер көн: “Ҡустым, әллә кире ҡайтаһыңмы?”–тигәс, ризалыҡ бирҙем дә йәнә Сибайыма килеп төштөм. Күптәр аптыраны, бәғзеләр шикләнде. Күп тә үтмәй, “Мин ҡайттым, туғандар” исемле концерт программаһын әҙерләнек. Тамашасы – мине, мин уларҙы һағынғанмын, концерттар тулы залдарҙа үтә, райондарға гастролдәргә сығабыҙ, халыҡ яратып ҡабул итә.

Ләкин тағы ла ғаиләм менән айырылышырға тура килде, улым–тегендә, мин–бында, күңелдә–һағыш . Бар һағыныуҙарымды эш һәм йыр баҫа. Барыбер күңелгә нимәлер етмәй, ашҡынам, эҙләнәм. Сибай театры артистарының премьераларына йөрөйөм, элекке уйнаған образдарымды һағынам.

Дамир Мәзит улына килдем, тағы мине үҙ театрына алды. Йәнә тәүге эш урыныма ҡайттым һәм бөгөнгә көнгә тиклем  рәхәтләнеп  яңы образдар тыуҙырам, яратҡан эшемдә йөҙөп ижад итәм. Йырсы тигән һөнәремде лә ситкә ҡуйып ҡуйманым. Бында үҙемдең концерт бригадам бар, бергәләп гастролдәргә сығабыҙ. Быйыл “Ни сыҡһа ла шул Альберттан сыға” тигән өр–яңы программа менән республиканың күп кенә ҡала һәм райондарына гастролдәргә сыҡтыҡ.

Форсаттан файҙаланып, мине Сибай театрына ҡайтанан эшкә алған Дамир Ғәлимовҡа рәхмәт әйтер инем. Артист өсөн 15 йыл ҙур айырма, был осраҡта кемдер сәхнәлә үҙен юғалтып та ҡуя, үҫештән туҡтай. Әммә Дамир Мәзит улы ышанды, шуның менән миңә лә ышаныс һәм өмөт өҫтәне. Юлымда һәр саҡ изге кешеләр осрауына һөйөнәм, был юлы ла шулай килеп сыҡты.

Эшкә килеп тә индем, Өфөнән Башҡортостандың халыҡ артисы, талантлы режиссер Азат Нәҙерғолов сибайҙар өсөн Ишмулла Дилмөхәмәтовтың пьесаһы буйынса “Тере тупраҡ” спектаклен ҡуйҙы. Һәм миңәТөхфәт ролен ышанып тапшырҙы, тамашасылар спектаклде лә, минең ролемде лә бик йылы ҡабул итте. Яңынан театр сәхнәһенә ныҡлы аяҡ баҫыуымда, яңынан артист булараҡ аса алыуы менән Азат Әхмәҙулла улына ҙур рәхмәт.

Сер түгел, артисты режиссер бар тулылығында аса һәм үҫтерә. Был яҡтан мин режиссер Рөстәм Хәкимовҡа ла рәхмәтлемен. Күңелдә бер теләк бар, ул да булһа Башҡортостандың халыҡ артисы, талантлы режиссер Азат Йыһаншин ҡуйған спектаклдә берәй роль уйнайһы ине.

—Альберт Рәфҡәт улы, тамашасылар һуңғы осорҙа Сибай театрының халыҡсанлығы юғала бара тип зарлана. Тотош коллектив уйнаған әҫәрҙәр юҡ кимәлдә, ни өсөндөр артистарыбыҙ ҙа башҡа театрҙарҙы һайлай.

—Тулыһынса килешәм, әммә шуны ғына әйтәм: артист үҙен тулыһынса асыр, эҙләнер, артабан үҫешер өсөн даими рәүештә төрлө характерлы ролдәр кәрәк. Йылына бер–ике ролдә уйнап, үҙен тулыһынса аса алмай, шуға күрә башҡа театрҙарҙан саҡырыу булһа, китә. Был трагедия түгел, ә бына сәхнәгә ҡуйыр өсөн башҡорт драматургтарының әҫәрҙәре булмауы оло бәлә. Бөгөн күпселек режиссерҙар ҡуйырға әҫәр таба алмай, саң һуға. Аптырағандан, татар, рус һәм башҡа милләт драматургтарының әҫәрҙәрен тәржемә итеп, шуларҙы сәхнәгә сығара.

Ысынлап та, бөгөн Сибай театрына уның йөҙөн, халыҡсанлығын, милли калоритын билдәләрлек, коллектив тулы составта уйнарлыҡ, үрҙә әйтеп киткәнемсә, “Тере тупраҡ” спектакле кеүек шәп әҫәр кәрәк. Тик ҡайҙа ул? Юҡ! Кемдер элекке ҡуйылған әҫәрҙәрҙе ҡайтанан сәхнәләштерергә тәҡдим итә, икенселәре яңы, заманса спектаклдәр ҡарарға теләй. Ә ысынбарлыҡта гастролдәргә йөрөргә уңайлы булған өс–дүрт кешелек спектаклдәр ҡуйыла, уларҙың да күбеһе комедия. Был йәһәттән уйланырға урын бар.

—Йырсы Альберт Салауатовтың яңынан өр –яңы Сибай концерт-театр берекмәһенә эшкә күскеһе килмәйме? Тамашасы һеҙҙе йырсы булараҡ та һағына.

—Ундай теләк уянып та ҡуя (йылмая). Минең әле театрҙа йөҙөп эшләр сағым, уйнайһы әллә күпме ролдәрем бар. Үҙемде тулыһынса асып та бөтмәгәнмендер тип уйлайым. Ә йырға килгәндә, ул минең йөрәгемдә, моң һәр саҡ минең күңелемдә. Тамашасыларымды һағындырып булһа ла концерт ҡуйып торам.

—Һеҙҙең концерттарҙа һәр саҡ халыҡ йырҙары урын ала. Яратып башҡарған халыҡ йырҙарығыҙ бармы?

—Бер ваҡытта да бер концертым да халыҡ йырынан башҡа үткәне юҡ. Йырсы сәхнәгә сыға икән, мотлаҡ ул халыҡ йырын башҡарырға тейеш тигән ниәттәмен. Һуңғы ваҡытта ниндәйҙер бер тенденция киттеме икән, үҙем дә аңлап етмәйем, ни өсөндөр күп йырсылар халыҡ йырынан баш тарта, уны концерттарында бөтөнләй йырламай. Һин халыҡ исемен йөрөтәһең икән, мотлаҡ халыҡ йырын йырла, тамашасыларыңды ҡыуандыр.

Миңә ҡалһа, ҙур ҡәнәғәтлек менән “Сибай”, “Абдрахман”, “Илсе Ғайса”, “Томан”, “Уйыл”, “Бәләкәй Туратым” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡарам. Гастролдәргә йөрөгәндә, ололарҙан һирәк башҡарылған йырҙар ишетһәм, отоп, өйрәнеп ҡалырға тырышам. Халҡыбыҙҙың аҫыл йыр өлгөләрен киләсәк быуынға, тамашасыларға еткереү – һәр йырсының мөҡөддәс бурыстарының береһе.

—Башҡорт һәм татар эстрадаһында популяр йырсыларҙың береһе Әнүәр Нурғәлиев үҙенең бер ваҡыт “Башҡортостанда йырсылар һәм артистар бер–береһенең концертына йөрөмәй, ә Татарстанда был күренеш матур йолаға әйләнгән”, тип яҙған ине. Һеҙ артистар һәм йырсылар менән аралашаһығыҙмы әллә, ысынлап та, һәр кем үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаймы?

—Әлбиттә. Был осраҡта бар Башҡортостан артистары өсөн яуап бирә алмайым. Үҙем өсөн шуны әйтер инем: һәр саҡ ауылдашым, халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарған халыҡ йырсыһы Азамат ағай Тимеров менән аралашып торам, кәңәштәрен әйтә, өйрәтеп тә ебәрә. Йыр һайлағанда ла уның фекеренә ҡолаҡ һалам. Альберт Шаһиев, Венер Абдуллин, Сәғиҙулла Байегет менән дуҫлығыбыҙ йылдар дауамында килә, шулай уҡ бергә уҡыған төркөмдәшем Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим Нурғәлиев менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы театрҙары килһә, спектаклдәренә барабыҙ, уларҙың уйнағандарын ҡарап, үҙ–ара фекер алышабыҙ. Шулай уҡ йырсыларҙың да концерттарын ҡалдырмаҫҡа тырышам. Тик үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятһаң, үҫеш булмаясаҡ. Тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетке килә, күп осраҡта тәнҡит тә файҙалы.

—Сибайға ҡайтҡас, һеҙ тағы ла ғаилә ҡорҙоғоҙ?.. Ҡатынығыҙ менән яҡындан таныштырып китһәгеҙ ине.

—Шул бәхетем, Гөлшатым, әйҙүкләп саҡырғандыр, тип тә уйлап ҡуям. Нефтекаманан Сулпан менән илашып айырылыштыҡ. Ни өсөн тигәндә, уның был яҡтарға ҡайтаһы килмәне, минең унда тороп ҡалғы килмәне. Башҡаса өйләнермен тигән уй башымда бөтөнләй булманы. Шулай эшләп йөрөгәндә, концерттарҙың береһендә буласаҡ кәләшемде Гөлшатты осраттым. Бер аҙ телефондан яҙыша торғас, осраша башланыҡ. Уның өс йәшлек Ринат исемле улы бар ине.

Баяғы ла шул яҡшы кешеләр юлымда осрап ҡына торҙо тигәндәй, бер мәл юлыма класташым, Алтын мәсетенең имам-хатибы, хажи Баймөхәмәт хәҙрәт осраны. Ул әйтә: “Яңғыҙың икән тип ишеттем. Ир кешегә яңғыҙ булырға ярамай, кәләш ал, Альберт”,–тине. Гөлшат менән кәңәшләштек тә киттек Алтындың мәсетенә. Баймөхәмәт хәҙрәт үҙе никах уҡыны, минең яҡтан шаһит булып Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил ағай Йосопов менән ҡурайсы Ринат Ғайсин килде. Уларҙың биргән фатихаһы менән бик бәхетле ғүмер кисерәбеҙ. Ҡала янында йорт эшләп, шунда күсеп сыҡтыҡ, бер–бер артлы ике улыбыҙ Батырхан, Азамат донъяға килде.

—Әйткәндәй, бала ҡайғыһын да кисеререгә тура килде һеҙгә...

—Мин бер ваҡытта ла үткәндәремде йәшереп, уны аҡ һәм ҡара биткә бүлмәйем. Барыһы ла булды тормошомда. Укенестәр ҙә, ауырлыҡтар ҙа, бәхетле мәлдәр ҙә. Әммә мин уларҙы һәр саҡ еңеп сыға алыуым, йыр–моңға, сәнғәткә хыянат итмәүем менән бәхетлемен. Ысынлап та, тәүге улымды юғалтыу ғазабын да кисерҙем. Әрмегә оҙатып, уны ҡаршы алып, инде йәшәргә тейеш булған имәндәй Сыңғыҙ улымдың үлеме шул тиклем тетрәндерҙе. Икенсе улым Юлай менән дә бәйләнеш өҙмәйем, һәр саҡ аралашып торабыҙ. Әле ул Ҡаҙан ҡалаһында йәшәй, килен алды. Ҡустылары менән бер-береһен белеп үҫһен, аралашһын тигән теләктәмен. Йыш ҡына килеп тора. Ижад тәүге урында торһа ла, һәр саҡ ғаиләмә, улдарыма ваҡыт бүлергә тырышам, улар алдындағы яуаплылыҡты онотмайым.

—Һәм һеҙ улдарығыҙға бар яҡлап өлгө булырға тигән ниәт менән дин юлына баҫҡанһығыҙ...

—Эйе, Аллаға шөкөр әле биш намаҙҙамын, эсеүҙе бөтөнләй ташланым. Быйыл ураҙа тоттом, әле тик тәмәкене генә ташлай алмай интегәм, киләсәктә уны ла ташлаясаҡмын. Һәр кемдең рухи яҡтан остазы булалыр, миңә был йәһәттән класташым Баймөхәмәт хәҙрәт менән хажи Фәнис ағай Кәримов тора. Фәнис Йәноҙаҡ улы менән оҙаҡ йылдар аралашабыҙ, минең эскеләп алғанды ла белә. Яйлап ҡына дингә килергә өгөтләй, фекерҙәрен әйтә, ураҙа тоторға кәңәш итә. “Өс улың ҙурая, улар атайға ҡарап үҫә, һин уларға ниндәй өлгө бирәһең, улар шуны аласаҡ”,–ти. Шулай ипләп кенә әйткәндәрен мейемә һалып, уйлап йөрөйөм, ысынлап та улдарыма өлгө булырлыҡмынмы, тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәй башланы. Ураҙа тоторға ниәт иттем дә, уның алдынан намаҙға баҫтым. Сүрәләрҙе белә инем. Минең был ниәтемде ҡатынымды хупланы, рамаҙан айында сәхәр менән ауыҙ асыуға миңә әҙерләп, бергә булды. Был уның өсөн сауап та инде.

Әле ислам нигеҙҙәрен тәрәндән өйрәнеү маҡсатында дини һабаҡтар алырға теләк бар. Баймөхәмәт хәҙрәт курс асасаҡ, унда мотлаҡ яҙылып, уҡырға барасаҡмын Алла бирһә. Йома намаҙҙарын ҡалдырмайым.

—Һеҙ үҙегеҙгә икенсе исем алаһығыҙ икән тиҙәр. Был ысынмы әллә буш һүҙме?

—Ысын. Был хаҡта ныҡлап уйланылғандан һуң шундай ниәткә киленде. Минең ике яҡтан да ҡартатайҙарым көслө дини кешеләр ине. Ни өсөндөр ейәндәренә Альберт исемен ҡушыуға риза булғандарҙыр, хәҙер аптырайым. Баймөхәмәт хәҙрәт менән кәңәшләшдем, ул ризалығын бирҙе. Әлбиттә, яратҡан тамашасыларым өсөн Альберт Салауатов булып ҡаласаҡмын, әммә үҙемә Абдрахман тигән исемде һайланым. Был яратып башҡарған халыҡ йырҙарымдың да береһе.

—Күптәр дин юлында баҫһаң, дуҫтар ҙа юғала тиҙәр. Һеҙҙең осраҡта нисек?

—Дөрөҫ әйткәндәр. Ысынлап та аҡрынлап дуҫтар һирәгәйә, янда иң ышаныслылары ғына ҡала.

—Төп эшегеҙҙән башҡа, байрам, туй мәжлестәрендә йөрөйһөгөҙ? Ваҡыт ҡаламы?

—Дөрөҫ итеп бүлә белһәң, ваҡыт һәр саҡ етә. Шулай уҡ буш ваҡытымда балыҡҡа йөрөргә яратам. Минең иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе ул. Йәй көнө улдарымды ла алам, улар ҙа балыҡ ҡармаҡларға бик әүәҫ.

—Тормош ике “бишле” ҡуйған осорҙа халыҡ артисының ниндәй пландары, уй–ниәттәре бар?

—Булғанына шөкөр итеп йәшәргә тырышам. Иң мөһиме–ғаиләм һау булһын, улдарымдың шатлыҡ –ҡыуаныстарын күреп ултырырға яҙһын. Киләсәктә хажға барыу ниәте көслө. Ҡатыным бик матур шиғырҙар яҙа, уның яҙғандарына йыр яҙҙыртып, башҡараһы килә. Яратҡан театрымда яңы ролдәр уйнарға яҙһын, донъялар тынысланып, илебеҙгә еңеү яҙы килһен, яугирҙәребеҙ иҫән–һау ҡайтһындар, һәр икебеҙ һау–сәләмәт булайыҡ, йыр –моңдан айырылмайыҡ!

—Үҙенсәлекле, моңло тауышлы йырсы, бик күп сағыу образдар тыуҙырған артист Альберт Салауатовтың моң менән тулған булмышы–күптәргә өлгө булып тора. Ауырлыҡтар алдында ла һынып–һығылып ҡалмайынса, һәр саҡ юғарылыҡҡа ынтылған артистҡа артабан да ижад ҡомарың һүнмәүен, һүрелмәүен теләйбеҙ!Юбилейығыҙ менән!

 

Фотолар Альберт Салауатовтың ғаилә альбомынан.

Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов исемен үҙгәрткән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас