

Илеш районының Ҡужбахты ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Аҡ тирәк” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле 2016 йылда ойошторолған. Бына инде тиҫтә йыл дауамында улар, районда һәм республикала үткән төрлө сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәрен берҙәм, талантлы коллектив итеп танытып өлгөргән.
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек менән алдыралар
Ансамблдең етәксеһе Зәйтүнә Шәрифйәнова – бөтә ғүмерен ошо төбәктең мәҙәниәтен үҫтереүгә арнаған белгес. Тормош иптәше Рәүил Фәхерлеғаян улы менән бергәләп 1976 йылда мәҙәниәт техникумын тамамлап ҡайтып, ауыл клубына эшкә төшә улар. Бер аҙҙан ғаилә башлығы хеҙмәт юлын урындағы хужалыҡта дауам итергә ҡарар ҡыла, ә Зәйтүнә Риф ҡыҙы өс тиҫтә йыл дауамында Тәжәй, артабан Ҡужбахты мәҙәниәт йорттарына етәкселек итә, бер аҙ эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнеп ала. Әммә, ҡайҙа ғына эшләмәһендәр, Шәрифйәновтар бер ваҡытта ла йыр-моңдан, мәҙәни тормоштан айырылмай. Бөгөн Рәүил ағай – ансамблдең алмаштырғыһыҙ гармунсыһы.
“Аҡ тирәк” ансамбленең даны күптән инде тотош районға таралған, шуға күрә уларҙы төрлө сараларға даими саҡыралар, Илеш данын яҡлау өсөн республика кимәлендәге конкурс-фестивалдәргә лә йыш ебәрәләр.
“Аҡ тирәк”тең нисек ойошторолоуы тураһында белешкәс:
– Күршем Райхана Кашапова: “Зәйтүнә апай, башҡа яҡтарҙа шундай ансамблдәр бар, әйҙәгеҙ, беҙҙә лә ойошторайыҡ”, – тип дәртләндерҙе. Тап шул мәлдә районыбыҙҙа “Минең бәләкәй Ватаным” тигән фестиваль башланды. Ауыл хакимиәте башлығы ошо сараға концерт әҙерләүемде һораны. Шулай итеп, “Аҡ тирәк” ансамбленә нигеҙ һалынды, – тип һөйләне Зәйтүнә Риф ҡыҙы.
Ансамблгә бер-береһенә яҡын урынлашҡан Тәжәй, Ҡужбахты, Гремучий Ключ ауылдарында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙур теләк менән йөрөй. Башлап ебәргән мәлдә һигеҙ гүзәл зат була, хәҙер инде сафтары ярайһы уҡ артҡан. Мөнирә Закирова, Райхана Кашапова, Зөлфинә Хәбибова, Фәйрүзә Шәрифуллина, Розалия Муллаҡаева, Дамира Хәсәнова, Ләйүзә Мостафина, Зилә Вәхитова, Рәмилә Нурғәлиева, Лилиә Саҙрыева, Миләүшә Закирова, Рәмүзә Садиҡова, Индира Ғәлиева, Тәскирә Хәтмуллина һәм Рәмилә Рәхмәтуллинаны берләштергән коллектив һәр эштә дуҫлыҡ һәм берҙәмлек менән алдыра.
– Ҡайҙа ниндәй матур, күңелгә ятышлы йыр ишетәм, шуны өйрәнеп, ҡыҙҙарыма еткерәм. Халыҡ араһында киң билдәле булмаған йырҙарға өҫтөнлөк бирергә тырышам. Репертуарыбыҙҙа башҡорт, татар, керәшен халыҡтарының йырҙары бар. Бейеүҙәр ҙә өйрәнәбеҙ. “Мирфәйзә”, “Бибирәхилә”, “Зөбәйҙә”, “Тирәтләү”, “Ғәлиә-тирәккәйем” кеүек йырлы-бейеүле сығыштарыбыҙҙы тамашасылар айырыуса йылы ҡабул итә. “Килен һөйөү”, “Һыу юлы” кеүек фольклор йолаларын да сәхнәләштерәбеҙ. Улар онотолорға тейеш түгел, тигән фекерҙәбеҙ. Хәҙерге заман йыр-моңдарына ла мөрәжәғәт итәбеҙ. Мәҫәлән, Светлана Насирова һүҙҙәренә яҙылған “Аҫыл халыҡ” тигән йырыбыҙ бик матур килеп сыҡты. Ғәҙәттә, концерттарыбыҙ ике сәғәт самаһы бара. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһаҡ та, халыҡ ныҡ яратып ҡабул итә, – тип репертуар һәм сығыштар тураһында һөйләне Зәйтүнә Риф ҡыҙы. Әйткәндәй, ул – оҫта тегенсе лә. Ансамбль ағзаларының барыһына ла сәхнә костюмдарын Зәйтүнә апай үҙе теккән. Бөгөн “Аҡ тирәк”тәрҙең зауыҡлы, матур итеп тегелгән дүрт пар костюмы бар. Былтыр көҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһына заказ биреп, ситектәр тектергәндәр. Әйтергә кәрәк, был эштәрҙең барыһын да ансамбль ағзалары үҙ аҡсаһына башҡара. Бергәләп кис ултырып, күҙҙең яуын алырлыҡ итеп баш кейемдәре, милли биҙәүестәр эшләп алғандар. Сәхнә костюмдарын даими рәүештә төрләндереп, яңыртып торорға тырышалар.
Йыр-бейеү тормошто йәмләй, ти улар
“Аҡ тирәк”кә берләшкән ҡатын-ҡыҙҙар – төрлө һөнәр эйәләре. Араларында уҡытыусылар, тәрбиәселәр, почта, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, иҡтисадсы, бухгалтерҙар бар. Уларҙың һәр береһе был ансамблгә нисек килеүе, йыр-моңдоң тормошонда тотҡан роле тураһында ихлас итеп фекерҙәрен уртаҡлашты.
– Зәйтүнә апай ансамблгә ҡушылырға саҡырғас, ҙур теләк менән йөрөй башланыҡ. Концерттарҙы үҙебеҙҙең ауылда ла, күрше-тирәлә лә йыш ҡуябыҙ, хатта яҡыныраҡ райондарға ла барып ҡайтабыҙ. Мәҫәлән, “Айыҡ айыл” конкурсына ярашлы, Краснокама районында сығыш яһаныҡ. Йыр-бейеү тормошто йәмләй, һәр сығыш, концерт йәки конкурс йәшәүгә дәрт, сәм өҫтәй, – тине Мөнирә апай Закирова.
– 2021 йылда үткән Бөтә донъя фольклориадаһы ваҡытында беҙҙең районға бик күп ҡунаҡтар, сит ил вәкилдәре килде. Улар менән аралашып, үҙебеҙҙең милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе матур итеп күрһәтеүгә өлгәштек. “Ауаз”, “Мин яратам һине, тормош!” кеүек республика фестивалдәрендә даими ҡатнашабыҙ, – тип өҫтәне Рәмилә Нурғәлиева.
Уның һүҙҙәренә Индира Ғәлиева ла ихлас ҡушылды.
– Мин 30 йыл почтальон булып эшләнем. Ошо ансамблгә ныҡ йөрөгөм килә ине, әммә эшем гел аяғөҫтө йөрөүгә бәйле булғас, арырмын, булдыра алмаҫмын, тип икеләндем. Бер апай етди сәбәп менән концертта ҡатнаша алмағас, үҙенең урынына мине әйҙүкләп ризалаштырҙы. Шунан һуң, бына инде дүрт йыл, ансамблдән айырылғаным юҡ. Йәйгеһен, баҡса эштәре мәлендә, репетиция-концерттарҙы бер аҙ туҡтатып торабыҙ. Бына шул мәлдә көҙҙө, йәғни яңынан осрашыр мәлдәрҙе ашҡынып көтөп алабыҙ. 1 октябрҙә – Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө айҡанлы сығыш яһай башлайбыҙ ҙа Һабантуйҙар үткәнсе гөр киләбеҙ. Берәй матур йыр ишетһәк йәки бейеү күрһәк, шуны Зәйтүнә апайға тәҡдим итәбеҙ. Ул шуны эшкәртә, беҙгә өйрәтә. Бер ғаилә, бер туған кеүек йәшәйбеҙ, – тип уй-кисерештәрен уртаҡлашты Индира Илгиз ҡыҙы.
“Аҡ тирәк”тәр махсус хәрби операцияға ярҙам эшенән дә ситтә ҡалмай. Былтыр биш ауылда хәйриә концерттары ойоштороп, билет һатыуҙан йыйылған аҡсаға яугирҙәргә бензин бысҡылары, генераторҙар һатып алып оҙатҡандар. Бынан тыш, бергәләп маскировка селтәрҙәре үрәләр, посылкалар туплайҙар.
Эшҡыуар ҙа, хәбәрсе лә...
Ансамблгә берләшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе тураһында айырым мәҡәлә яҙырға мөмкин. Бырыһы ла ихлас, уңған. Эшҡыуар ханым Рәмилә Нурғәлиева менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе.
Ҡасандыр Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлап, йәш белгес булып эшкә ҡайтҡан Тәжәй ауылы ҡыҙы йәш сағынан сәхнәне һәм йәмәғәт тормошон да үҙ итә. Студент сағында институт ансамблендә бейей, тыуған төйәгендә иһә төрлө ҙур сараларҙы алып барыусы булып сығыш яһай, шиғыр һөйләргә ярата.
Күмәк хужалыҡтар тарҡалғас, Рәмилә Әбүзәр ҡыҙы үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Ғаиләһе менән төпләнгән Гремучий Ключ ауылында асылған сауҙа нөктәһе 20 йылға яҡын халыҡҡа хеҙмәт итә. Тормош юлдашы менән ике ҡыҙ үҫтереп, уларға белем һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙатҡандар. Ул да ансамблгә нисек ҡушылыуы тураһында һөйләне.
– Зәйтүнә апай менән йәш саҡтан иңгә-иң терәп эшләнек. Яңы йыл кисәһе, Һабантуй кеүек ҙур байрамдарҙы бергә үткәрә инек. Шуға күрә ул ансамблгә саҡырғас, ауылдашым Лилиә Саҙрыева менән, ике ауыл араһы һигеҙ саҡрым булыуға ҡарап тормайынса, ҙур теләк менән йөрөйбөҙ. Коллективыбыҙ ныҡ татыу, күңелле итеп аралашабыҙ. Был ансамблгә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе ярайһы уҡ йәштә, күбебеҙ хаҡлы ялда. Донъяларыбыҙ бөтөн, етеш, барыһы ла бар. Ә был шөғөлөбөҙ күңебеҙгә ял бирә, йәшәйешебеҙҙе йәмләй, рухи аҙыҡ өҫтәй, – тип һөйләне Рәмилә Әбүзәр ҡыҙы.
Йыр-бейеүгә һәләтле ханымдың тағы бер матур шөғөлөн дә билдәләп үтергә кәрәк: ул – йәмәғәт хәбәрсеһе. Оҙаҡ йылдар дауамында “Игенсе” колхозында эшләгән радиоузел аша тапшырыуҙар алып барған, шулай уҡ бөгөнгәсә райондың “Маяҡ” гәзитенең әүҙем авторы булып тора.
– Район гәзите менән 30 йыл хеҙмәттәшлек итәм. Ошо йылдар дауамында ун тапҡыр баҫманың йыл лауреаты булдым. Ауылдаштарым, өлгө алырлыҡ ғаиләләр, ябай хеҙмәт кешеләре тураһында мәҡәләләр яҙырға яратам, яңылыҡтарҙы ла үҙ мәлендә ебәрергә тырышам. Гәзиттә донъя күргән мәҡәләләремде туплап, яҡташтарым тураһында китап сығарыу тураһында хыялланам. Яҡын киләсәктә был ниәтемде лә тормошҡа ашырырға яҙыр, тип уйлайым, – ти Рәмилә Нурғәлиева.
Бына шундай һоҡланғыс, бар йәһәттән өлгө алырлыҡ, матур, ихлас ханымдар тупланған “Аҡ тирәк” ансамбленә. Репетиция һәм сығыштар араһында ял итеү хаҡында ла онотмай улар – бергәләп театрға барып ҡайталар, Ҡазанға сәйәхәт ойошторғандар, быйыл Дүртөйлө районындағы “Венеция” шифахана-профилакторийында дүрт көн ял иткәндәр. Берҙәм булып, гөрләп-йырлап йәшәй Илештең “Аҡ тирәк”тәре!
Авторы - Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Илеш районы.
Фотолар: “Аҡ тирәк” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле альбомынан һәм Айрат Нурмөхәмәтов.