"Китап"тар Мәскәүҙә Дмитрий Медведевҡа иҫтәлеккә баҫма тапшырған

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев социаль селтәрҙәрендә матур хәбәр менән уртаҡлашты.

"Китап"тар Мәскәүҙә Дмитрий Медведевҡа иҫтәлеккә баҫма тапшырған"Китап"тар Мәскәүҙә Дмитрий Медведевҡа иҫтәлеккә баҫма тапшырған
"Китап"тар Мәскәүҙә Дмитрий Медведевҡа иҫтәлеккә баҫма тапшырған

“Был көндәрҙә Башҡортостан нәшриәте коллективы Мәскәүҙә XII “Ҡыҙыл майҙан” китап фестивалендә ҡатнаша. Күргәҙмәгә РФ Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев килде һәм беҙҙең стендты ҡараны. “Китап” нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова Дмитрий Анатольевичҡа милли әҙәбиәтебеҙҙең үҙенсәлеге хаҡында һөйләне һәм “Сила в единстве. Многонациональная Россия. Произведения классиков” китабын тапшырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәм: тап ошо баҫма яңыраҡ Өфөләге Китап байрамы йәрминкәһендә “Урал батыр ерендә йыл китабы” халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан Башлығының махсус призына лайыҡ булды. Йыйынтыҡ илебеҙҙең ун республикаһы – Башҡортостан, Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Мари Иле, Мордовия, Саха (Яҡутстан), Татарстан, Удмуртстан, Хакасия һәм Сыуашстан яҙыусыларының әҫәрҙәренән тора.

Китап Радий Фәрит улының халыҡтар берҙәмлеге, үҙ-ара ихтирам һәм Рәсәйҙең мәҙәни мираҫын һаҡлауҙың әһәмиәте тураһындағы инеш һүҙе менән башлана. Дмитрий Анатольевичта беҙҙең “Китап”, Башҡортостан тураһында иҫтәлеккә тап ошо уникаль баҫма ҡалғанына шатмын”, – тип яҙҙы ул.

Сығанаҡ: https://vk.com/maximulchev

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас